Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 267


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАГ
Яруллович:] Иғтибар менән тыңлағыҙ: бында бит — фа-диез! М. Садиҡова.
ФАБРИКА [лат. fabrica ‘оҫтахана’] (Р.: фабрика; И.: factory; T.: fabrika) и.
Машиналар системаһы ҡулланыуға нигеҙләнгән еңел сәнәғәт предприятиеһы. □ Фабрика. / Фабричный. Шырпы фабрикаһы. Туҡыу фабрикаһы. Аяҡ кейеме фабрикаһы. Фабрикала эшләу. Фабрика келәймәһе. Фабрикала эшләнгән келәм. М Өфөлә тегеу фабрикаһы асылған икән. С. Агиш. Камилә еңгә лә тик ятмай: тегеу фабрикаһында эшләй. Б. Бикбай.
ФАБРИКА-КУХНЯ [рус.] (Р.: фабрика-кухня; И.: communal kitchen; T.: umumi mutfak) и.
Механизацияланған дөйөм туҡланыу предприятиеһы (1920-1930 йылдарҙа СССР-ҙа киң таралыш алған булған). □ Фабрика-кухня. Фабрика-кухня асыу. Фабрика-кух-няла эшләу.
ФАБРИКАНТ [рус.] (Р: фабрикант; И.: manufacturer; T.: fabrikatör) и. тар.
Фабрика хужаһы. □ Фабрикант. ■ Ишектән тәуҙә Салихҡа яҡшы таныш йыуан фабрикант килеп сыҡты, уның артынан жандарм куренде. X. Мохтар.
ФАБРИКАТ [лат. fabricatus ‘эшләнгән’] (Р: фабрикат; И.: finished product; T.: ürün)zz.
Фабрикала эшләп сығарылған, етештерелгән әҙер изделие, продукт. □ Фабрикат. Ҡағыҙ фабрикаты. Туҡыма фабрикаты. * Бөгөн магазин кәштәләрен ярым фабрикаттар, тәм биреусе аҙыҡ өҫтәмәләре ҡушып әҙерләнгән сифатһыҙ аҙыҡ-тулек тултырған заманда, беҙҙең ризыҡтар тәбиғи яҡтан таҙа, саф ризыҡ булараҡ баһалана. «Киске Өфө», № 52, 2009.
ФАБРИКАЦИЯ [лат. fabricatio ‘эшләү’] (Р: фабрикация; И.: fabrication; T.: tasni) и.
1. Фабрикала төрлө тауар етештереү. □ Фабрикация. Фабрикация туҡталыу.
2. кусм. Ялған, оҡшатып яһалған яһалма әйбер. □ Фабрикация.
ФАБРИКАЦИЯЛАУ (фабрикацияла-) (Р: фабриковать; И.: fabricate; T.: üretmek)к.
1. иҫк. Фабрикала эшләп сығарыу, яһау. П Фабриковать. // Фабрикация. Һауыт-Һаба фабрикациялау.
2. кусм. Ялған таратыу, уйҙырма сығарыу.
□ Фабриковать. // Фабрикация. Ялған хәбәрҙәр фабрикациялау.
ФАБУЛА [лат. fabula ‘хикәйәләү’] (Р: фабула; И.: plot; T.: konu) и. әҙ.
Әҙәби әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлелеге. □ Фабула. / Фабульный. Ҡыҙыҡлы фабула. Фабулалағы тап килеу-ҙәр. ■ Ике хикәйәттә лә сюжет риуәйәт-легенда фабулаһына тартым. Ә. Вахитов. Поэма-әкиәт ябай ғына фабулаға ҡоролоп, унда дошман яуынан ҡамалған баш ҡалалағы хәлдәр тураһында бәйән ителә. Г. Хөсәйенова.
ФАВОРИТ [фр. favori < лат. favor} (Р: фаворит; И.: favorite; T.: favori) и.
1. Юғары дәрәжәләге кешенең үҙе яратҡан, ныҡ яҡлаған кешеһе. □ Фаворит. ■ Ул [Сиверст] — обер-гофмаршал, действительный камергер һәм төрлө ордендар кавалеры, граф һәм барон, бер һуҙ менән әйткәндә, батшаның фавориты. Ғ. Хөсәйенов.
2. Юғары ҡатлам ҡатын-ҡыҙының һөйәре. □ Фаворит. Фаворит булыу. ■ Екатерина II тәхеткә ултырғас, һарай уның фавориты кенәз Григорий Потёмкиндыҡы була. Ф. Янышев. Императрицаның фавориты Бирон уҙенең тырнаҡтарын Уралға батырырға тырыша, Анна Иоанновна уға юл ҡуя, тиҙәр ине. Ғ. Ибраһимов.
3. һөйгән, яратҡан кеше. □ Фаворит (любимец). Уның фавориты.
4. спорт. Еңеүенә күпселек кеше ышаныс тотҡан уйынсы, ат йәки команда. □ Фаворит. Фавориттың еңелеуе. ■ Чемпионаттың төп фавориты һаналған Испания командаһы Швейцария футболсылары менән уйнаһа, Гондурас Чилиға ҡаршы сығырға тейеш ине. «Йәшлек», 17 июнь 2010.
...ФАГ [гр. phagos ‘йотоусы’] (Р: ...фаг; И.: phage; T.: faj)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «ашаусы», «йотоусы», «бөтөрөүсе» мәғәнәләрен аңлатҡан икенсе өлөшө. □ ...фаг. Бактериофаг. Ҡолифаг.
267