Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 270


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАЙҘА ИТЕҮ
яраҡҡа халыҡ файҙаһына тотолорға тейеш булған иген мөгәзәйе бар. Һ. Дәүләтшина. Тасимов һәм уның иптәштәре 1792 йылға тиклем йыл һайын Тау училищеһы файҙаһына аҡса күсертеп тора. Р. Шәкүр.
3. Алыш-бирештән йәки берәй эштән килгән сығымдан ҡалған өҫтәмә мал; төшөм.
□ Прибыль, доход. Файҙа алыу. Файҙа килтереү. ■ Алыҫ ерҙән купис килә, бер аҡсаны файҙа тип. Бәйеттән.
♦ Файҙаһы файҙа, ҡара һыйыр ҡайҙа? табыш алыу маҡсатында эшләнгән эш файҙаһыҙ булғанда әйтелә. □ Говорится о неприбыльном деле, в которое были вложены средства.
ФАЙҘА ИТЕҮ (файҙа ит-) (Р: быть полезным, идти на пользу; И.: be useful; T.: yararı dokunmak) ҡ.
1. Яҡшы һөҙөмтә биреү, ярҙам итеү.
□ Быть полезным, идти на пользу, приносить пользу; помогать. М Өлкәндәргә бер ҙә буй бирмәне. Өгөт тә, туҡмау ҙа файҙа итмәне уға [Закирға]. 3. Биишева.
2. Өҫтәмә аҡса, мал алыу. □ Выгадывать что', извлекать выгоду из чего. Алыш-биреш менән файҙа итеү. ■ [Халыҡ — Ныязғолға:] Һин бит уны Расторгуевҡа десятинаһын 20 һумдан биреп файҙа итеп ятаһың. Һ. Дәүләтшина.
ФАЙҘАЛАНДЫРЫУ (файҙаландыр ) ҡ. йөкм. ҡар. файҙаланыу, понуд. от файҙаланыу. Донъя ниғмәттәренән файҙалан-дырыу.
ФАЙҘАЛАНЫЛЫУ (файҙаланыл-) ҡ. төш. ҡар. файҙаланыу, страд, от файҙаланыу. ■ 1967 йылдан 1995 йылға тиклем Ғәлләмовтың әлифбаһы уңышлы файҙаланылды. «Ағиҙел», № 7, 2012.
ФАЙҘАЛАНЫРЛЫҠ (Р: пригодный к использованию; И.: usable; T.: kullanılır) с.
Файҙаланырға яраҡлы. □ Пригодный к использованию, употреблению. Кеше файҙаланырлыҡ эш. Башҡортостанда туристик маҡсатта файҙаланырлыҡ ресурстар бар.
ФАЙҘАЛАНЫУ (файҙалан ) (Р. : использовать, употреблять; И.: use; T.: faydalanmak) ҡ.
1. Эштә йәки тормошта берәй кәрәк өсөн тотоноу; ҡулланыу. □ Использовать, употреблять. // Использование, употребление. Атом энергияһын хужалыҡта файҙаланыу. Машинаны йөк ташыуға файҙаланыу.
■ Яңы торлаҡ майҙандары файҙаланыуға тапшырыла. И. Ғиззәтуллин. Файза Йәмил-де тора-бара йомошсо итеп тә файҙалана башланы. Р. Байбулатов.
2. Кемгәлер йәки нимәгәлер нигеҙләнеп эш итеү, нимәнелер билдәле бер сара итеп ҡулланыу. □ Использовать, употреблять. // Использование, употребление. Ваҡытты файҙаланыу. Законды файҙаланыу. Мөмкинлекте файҙаланыу. ■ Алтынсы башҡорт кантоны башлығы .. дыуамал холоҡло Бейештән ҡотолоу өсөн бөтә мөмкинлекте файҙаланырға тырышты. Я. Хамматов.
3. Сығанаҡ килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, ниндәйҙер эш-хәл, күренеште үҙ ихтыяжынан сығып, үҙ файҙаһы өсөн ҡулланғанды белдергән һүҙбәйләнеш яһай.
□ Пользоваться. Ярҙамдан файҙаланыу.
■ Кыҫҡа ғына тынлыҡтан файҙаланып, Сергей өҫтәл янына үтте. И. Абдуллин. Хәҙер инде томандан файҙаланып, дошман позицияларына яҡынайырға мөмкинлек тыуҙы. Ғ. Аллаяров.
ФАЙҘАЛЫ (Р: полезный; И.: useful; Т.: faydalı) с.
1. Яҡшы, кәрәкле һөҙөмтә бирерлек, файҙаһы булған. □ Полезный. Файҙалы аҙыҡ. Файҙалы дарыу. Файҙалы һүҙ. * Файҙалы эш менән арып үткән көн һәйбәт йоҡлата. Ғ. Хөсәйенов. Был килешеүҙе төҙөгәндә, ике яҡтың да үҙе өсөн генә файҙалы йәшерен маҡсаттары булды. Ғ. Хисамов.
2. Өҫтәмә мал, аҡса килтергән. □ Выгодный, прибыльный. Файҙалы һәнәр. Файҙалы сауҙа.
ФАЙҘАҺЫҘ (Р: бесполезный; И.: useless; T.: faydasız) с.
1. Файҙаһы булмаған, файҙа бирмәгән.
□ Бесполезный, напрасный, тщетный, бесплодный. Файҙаһыҙ тырышлыҡ. Файҙаһыҙ эш. 1 Керенский хөкүмәте менән файҙаһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң башҡорт комиссияһы Мәскәүгә, Русия Дәүләт мәжлесенә юл тот-
270