Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 271


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАКТ
то. Р. Байымов. Эш ул, кешене файҙаһыҙ уйҙар ябырылыуынан ҡотҡарып, уның бөтә ижад көсөн билдәле бер маҡсатҡа йүнәлтә алыуы менән хатта иң яҡшы дарыу ҙа икән. 3. Биишева.
2. Өҫтәмә мал, аҡса килтермәгән. □ Невыгодный, непродуктивный, бесприбыльный. ■ Көтөү эше бик йыбаныс, файҙаһыҙ бер һәнәр ул. һ. Дәүләтшина.
ФАЙҘАҺЫҘҒА (Р.: бесполезно; И.: uselessly; T.: faydasız olarak) р.
Кәрәкмәгәнгә, бушҡа. □ Бесполезно, напрасно, тщетно, бесплодно. Файҙаһыҙға йөрөу. ■ Фәнилә урынынан күтәрелде, ләкин файҙаһыҙға тауыш күтәргеһе лә, буш хәбәр һөйләгеһе лә килмәй ине уның. Н. Мусин.
ФАЙҘАҺЫҘЛЫҠ (файҙаһыҙлығы) (Р: бесполезность; И.: uselessness; T.: faydasız-lık) и.
1. Файҙаһыҙ булыу хәле. □ Бесполезность, тщетность. Эштең файҙаһыҙлығы. Тырышыуҙарҙың файҙаһыҙлығы.
2. Өҫтәмә мал (аҡса) килтермәү, төшөмһөҙ, отошһоҙ булыу. □ Убыточность, невыгодность. Килешеүҙең файҙаһыҙлығы.
ФАЙЛ [ингл. file] (Р: файл; И.: file; Т.: dosya) и.
1. инф. Электрон-иҫәпләү машинаһының ҡаты йәки йомшаҡ дискыларында һаҡланған мәғлүмәттәр йыйылмаһы. □ Файл. Файл исеме. Файлды асыу. ■ Компьютер белгән кешегә был ауыр түгел — һәр биттә күрһәтмәләр һәм иҫкәрмәләр бар, кәрәкле файлдарға инеү юлдары ап-асыҡ ярылып ята. «Йәшлек», 31 август 2010.
2. Ҡағыҙ, документтарҙы һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән үтә күренмәле, йоҡа полиэтилен папка. □ Файл. Документтарҙы файлда тотоу. Файлдан ҡағыҙ алып биреү.
ФАКЕЛ [гр. phakelos ‘шәлкем’] (Р: факел; И.: torch; T.: meşale) и.
1. Таяҡ башына нимәнелер (ғәҙәттә, ыҫмалалы сүбәк йәки яна торған матдә) ҡуйып, яндырып йөрөтөлә торған ут; сыраҡ. □ Факел. Факел яндырыу. Олимпия факелы. ■ Бына юл буйында бер-бер артлы ике факел күренде. Ә. Бикчәнтәев. Туҙҙан
факел тоҡандырып, шуны ҡороулы мылтығына ҡуша тотоп, дыуамал Бәхетулла алға атланы. С. Шәрипов.
2. Конус рәүешендәге ялҡын, шулай уҡ шыйыҡлыҡ һәм газдың шул рәүештә янған ағымы. □ Факел. Завод факелдары йыл әйләнәһенә яна. И [Лоҡманов] бынан ике йыл элек кенә дөм ҡараңғылыҡҡа сумып ултырған киң далалағы йөҙҙәрсә прожекторҙарға һәм газ факелдарына ҡарап торҙо. Ә. Байрамов.
ФАКЕЛСЫ (Р: факельщик; И.: torch bearer; T: meşale tutan kimse) u.
Факел (1) тотоп барыусы. □ Факельщик. Факелсы алдан бара. Факелсы итеп тәғәйенләү. Факелсылар командаһы.
ФАКС [ингл. Fax] (Р: факс; И.: fax; Т: faks) и.
1. Телефон линияһы аша документтарҙың, һүрәттәрҙең күсермәһен тапшырыу аппараты. □ Факс. ■ Сәркәтип ҡағыҙҙы факс аша министрлыҡҡа оҙатты. Н. Алсынбаев.
2. Шундай юл менән алынған документ, һүрәт. □ Факс. Факс алыу. Факс ебәреү.
ФАКСИМИЛЕ [лат. facere ‘эшләргә’ + similis ‘оҡшаш’] (Р: факсимиле; И.: facsimile; T: faksimil, tıpkıbasım) и.
Ҡулъяҙманың, документтың һ. б. үҙгәртелмәйенсә төшөрөп алынған күсермәһе. □ Факсимиле. / Факсимильный. Ҡултамға факсимилеһы. Факсимиле аппараты.
ФАКТ [лат. factum ‘башҡарылған’] (Р: факт; И.: fact; T: olgu, gerçek) и.
1. Ысын булған хәл-ваҡиға йәки күренеш. □ Факт. Тарихи факт. М Был йыр тарихи факттарға объектив дөрөҫ баһа биреүе менән айырылып тора. Ә. Харисов.
2. Ваҡиға, осраҡ. □ Факт. ■ [Сынбулатов:] Беҙҙә иген әрәм-шәрәм итеү факты юҡ. М. Тажи.
3. Фекер, һығымта йәки фаразға нигеҙ, таяныс булған нәмә; дәлил. □ Факт. Факттар килтереү. Факттар менән бәйләү. ■ Исҡужин хатын бик ентекләп, факттарға бай итеп, ҙур итеп яҙҙы. Ә. Вәли. Әхтәмов, башҡалар конкрет факттар менән һөйләй
271