Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 272


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАКТИК
башлағас, башын аҫҡа эйеп, куҙҙәрен иҙәнгә текләп ултырҙы. Б. Дим.
4. Әйтелгән фекерҙе дөрөҫләгән һүҙ; ысын, дөрөҫ. □ Факт. М [Никитин:] Юлия, әйткәнде тыңла, һине «ҡара исемлеккә» кертеуҙәре тураһында асыҡ мәғлумәтебеҙ бар. Был факт. Һ. Дәүләтшина.
ФАКТИК (Р.: фактический; И.: factic; T.: fiili, eylemli) с.
Фактҡа нигеҙле; ысын. □ Фактический. Фактик хәл. Фактик материал. В Ул [Әбу-бәкер] ун һигеҙенсе быуаттағы башҡорт ихтилалдары, бигерәк тә Пугачёв яуы, Салауат Юлаев тураһында бик куп фактик материал туплаған. Н. Мусин. [Пётр Ива-новичтыц] тәжрибәһе етерлек, фактик мәғлумәттәре ифрат куп. Ғ. Хөсәйенов.
ФАКТОГРАФ [рус.] (Р.: фактограф; И.: factualities recorder; T.: gerçekleri sayan kimse) u.
Анализһыҙ ғына, дөйөмләштермәй генә факттарҙы һүрәтләгән кеше. □ Фактограф. Әҙәбиәтсе тугел, ә фактограф.
ФАКТОГРАФИК (Р: фактографический; И.: factual; T.: olaylara dayanan) с.
Фактографияға нигеҙләнгән. □ Фактографический. Фактографик очерк. Факто-график мәғлумәт.
ФАКТОГРАФИЯ [лат. factum ‘эшләнгән’ + гр. graphö ‘яҙам’] (Р: фактография; И.: factual account; T.: gerçeklere dayalı) и.
Факттарҙы тасуирлау (анализһыҙ ғына).
□ Фактография. Ваҡиғаларҙың фактогра-фияһы. Өҫтән-мөҫтән фактография.
ФАКТОР [лат. factor ‘эшләүсе’] (Р: фактор; И.: factor; T.: faktör, etken) и.
Ниндәйҙер эш-хәлдең, күренештең үҙенсәлеген билдәләгән этәргес көс, сәбәп.
□ Фактор. Тарихи фактор. Ваҡыт факторы. Климат факторҙары. Даими тәьҫир итеусе факторҙар. М Юл фажиғәләренә килтереусе тағы бер фактор — юлда утә шәп йөрөу, тиҙлек режимын һаҡламау. «Йәшлек», 11 февраль 2010. Сәбәп, маҡсат, һөҙөмтә — ошо факторҙар онотолдомо, кур ҙә тор, ҡаш яһайым тип, куҙ сығарыла. Ә. Хәкимов.
ФАКТОРИЯ [ингл. factory} (Р: фактория; И.: factory; T.: imalâthane) и.
1. Алыҫтағы промысла райондарында урынлашҡан сауҙа-тәьминәт пункты. □ Фактория. ■ Хужалар тауарҙарҙы Аҫҡындағы контора аша алырға шундағы факторияға ҡағыҙ яҙҙылар. Ж. Кейекбаев.
2. тар. Колониаль илдәрҙә: сит ил сауҙагәрҙәренең сауҙа контораһы һәм улар торған урын. □ Фактория, һиндостандағы фактория.
ФАКТУРА [лат. factura ‘эшкәртеү’] (Р: фактура; И.: style, manner of execution; T.: fatura) и.
1. махе. Сәнғәт әҫәрҙәре техникаһының үҙенсәлеге. □ Фактура. Шиғыр фактураһы. Ҡобайыр фактураһы.
2. махс. Туҡыма, быяла һ.б. шуның кеүек нәмәләрҙең тышҡы күренешендәге, төҙөлөшөндәге үҙенсәлек. □ Фактура. Фактураһы — һырлы туҡыма. М Һис йыбанмай, һәр бер һыры текемләп бөкләнгән, уҙ-ара килешеп торған әллә нисә төҫ, әллә нисә фактура [ламбрекендарҙа]. Р. Сабитова.
3. сауҙа. Оҙатылған тауарҙарҙың исемдәре яҙылған иҫәп ҡағыҙы. □ Фактура. Фактура яҙыуы. Фактура кенәгәһе. М [Һатыусы:] Тауар бар ҙа ул, тик фактуралар килмәгән, һатырға сығара алмай торабыҙ. Б. Бикбай.
ФАКТУРАЛЫ (Р: фактурный; И.: optional; T: nitelikli) с.
Ниндәйҙер фактураға (1, 2) нигеҙле. □ Фактурный. Фактуралы алым. Стенаны фактуралы эшкәртеу.
ФАКУЛЬТАТИВ I (Р: факультативный; И.: optional; T.: seçmeli) с.
Мәжбүри булмаған, теләк буйынса һайланған, ихтыяри. □ Факультативный. Факультатив махсус курс. Факультатив ҡулланылыш. М Хеҙмәт дәресе уҡытыусылары әҙерләй торған факультатив занятиеға йөрөп, столяр квалификацияһы алды [Зөһрә]. Н. Мусин. Уҡыу планына компьютер технологияһын өйрәнеу, ҡайһы бер предметтарҙы тәрән уҙләштереу өсөн факультатив дәрестәр индерелде. «Ағиҙел», № 7,
2012.
272