ФАЛДАМА АСЫУ
ФАКУЛЬТАТИВ II [фр. facultatif] (Р: факультатив; И.: additional course; T.: seçmeli ders) и. һөйл.
Үҙ теләге, ихтыяры менән өйрәнелә торған фән йәки курс. □ Факультатив. Факультатив алып барыу. Факультатив һайлау. Иҡтисад буйынса факультатив.
ФАКУЛЬТАТИВ Л ЫҠ (факультативлы-ғы) (Р.: факультативность; И.: optionality; T.: zorunsuzluk) и.
Өҫтәлмә булыу, регуляр булмау, мәжбүри түгеллек. □ Факультативность, Һуҙҙәр ҡул-ланышындағы факультативлыҡ.
ФАКУЛЬТЕТ [нем. Fakultât] (Р: факультет; И.: faculty, department; T.: fakülte) и.
Юғары уҡыу йортонда ниндәйҙер бер әлкәгә бәйле фәндәрҙе өйрәткән административ вазифалы бүлек. □ Факультет. / Факультетский. Тарих факультеты. Филология факультеты. Факультет йыйылышы. Факультет деканы. В Малсылыҡ факультетының бишенсе курс студенттары уҡыуҙы ваҡытынан алда тамамларға ҡарар иттеләр. И. Абдуллин. Данил дәуләт университетының физика-математика факультеты студенты булып китте. Т. Ғиниәтуллин.
ФАЛ I [ғәр. Jlâ] (Р.: гадание, предсказание (по гадательной книге)} И.: fortunetelling; T.: fal) и.
1. Буласаҡ хәлде, алдағы яҙмышты алдан белеүгә ҡоролған ырым; күрәҙәлек. □ Гадание, предсказание (по гадательной книге). В Фалға, курәҙәлеккә, тәбиғәттең һәр төрлө ым-ишараһына Тимер һис тә битараф тугел. Ә. Хәкимов. [Марфуға:] Әллә кәрт һалдырып, фал менән ырым яһатып ҡарайыммы икән? Анау Фатиха ҡоҙағый энәһенән ебенә тиклем дөрөҫтө әйтә лә ҡуя. С. Кулибай. • Фал биргән малға ышанма. Мәҡәл.
2. Матур яҙмыш, бәхет. □ Счастье, счастливое будущее. Фал яуһын балама.
ФАЛ II [гол. vat] (Р: фал; И.: lanyard; T.: yelken halatı) и.
1. диңг. Елкәндәрҙе, флаг һәм сигнал тамғаларын күтәреү, төшөрөү өсөн хеҙмәт иткән махсус бау. □ Фал. Капрон фал.
2. авиа. Парашютты кеше ҡатнашлығынан башҡа асыу өсөн бер осо самолётҡа, икенсеһе парашют ҡуласаһына беркетелгән бау. □ Фал. Фалдың ныҡлығын тикшереу.
ФАЛАНГА I [гр. phalanx] (Р: фаланга; И.: phalanx; T.: falanj) и. тар.
1. Боронғо гректарҙа йәйәүле ғәскәрҙең бер нисә шеренга булып яуға теҙелгән тығыҙ сафы. □ Фаланга. Дошман фалангаһы.
2. Тигеҙ рәт, саф. □ Фаланга. Фалангаға теҙелеу.
ФАЛАНГА II [гр. phalanx] и. ҡар. ҡарағорт. В Сәнскеле улән араһында кобра йылан да, скорпион, фаланга ла куп. И. Нурғәлиев.
ФАЛАНГА III [гр. phalanx ‘быуын’] (Р: фаланга; И.: phalanx; T.: parmak kemiği) и.
Бармаҡтағы быуын һөйәге. □ Фаланга. Баш бармаҡ фалангаһы. Фаланганан өҙөлөу.
ФАЛАНГИСТ (фалангисы) [рус.] (Р: фалангист; И.: falangist; T.: falalanjist) и.
1. Фаланга (I, 1) яугиры. □ Фалангист. Фалангистар теҙеме.
2. Испанияла фашистик партияның ағзаһы. □ Фалангист. Фалангистарҙың форма кейеме — зәңгәр кулдәк.
ФАЛ АСЫУ (фал ас-) (Р: гадать; И.: tell fortunes; T: fal açmak) и.
Фал китабына ҡарап, киләсәкте йәки үткәнде әйтеү. □ Гадать, предсказывать (по гадательной книге). В Йондоҙҙарға ҡарап фал асҡандар, ҡанбабалар канун һаҡлаған, Кәңәш Коро иман ҡурсалаған, Хөкөм Ҡоро — хаҡлыҡ яҡлаған. Г. Яҡупова.
ФАЛДА [нем. Falte] (Р: фалда; И.: tail; T.: bir erkek ceketi veya smokininin arka kanadı) u.
1. Ирҙәр кейемендәге артҡы сабыу. □ Фалда. Фалдалары оҙон.
2. Кейемдең, пәрҙәнең һ.б. буйға йыйырылып тегелгән бөрмәһе. □ Фалда. Фалда ҡуйыу.
ФАЛ ДАМА и. диал. ҡар. фалнамә. Фал-даманан киләсәкте белеу.
ФАЛ ДАМА АСЫУ (фалдама ас-) ҡ. миф. ҡар. фал асыу. В Миңә ун биш йәштә фалдама астылар, барыһы ла тура килде. «Башҡорт мифологияһы»нан.
273