Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 275


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАНАТИК
□ Фальстарт. Фальстарт булыу. Тәү тапҡыр йүгергәндә ике фальстарт булды.
ФАЛЬЦ [нем. Faiz] (Р.: фальц; И.: lap seam; T.: dikiş) и.
1. Йоҡа металл табаҡтарҙы тоташтырған ерҙә барлыҡҡа килгән йөй, ырмау. □ Фальц (шов). Баҫып тормалы фальц.
2. Ниндәйҙер деталдең сығынтыһы индереп ҡуйылмалы икенсе бер деталдәге уйым.
□ Фальц (паз). Фальцты игәү.
3. типогр. Баҫма табаҡтың бөгөм, бөкләнеү урыны. □ Фальц (сгиб печатного листа). Фальцты билдәләү. Гәзиттец фальцы.
ФАЛЬЦЕТ [ит. falsum ‘ялған, алдаҡ’] (Р.: фальцет; И.: falsetto; T.: falset) и. муз.
1. Бик юғары тауыш сығарыу һәм шундай тауыш регистры. □ Фальцет. Фальцет менән йырлау.
2. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына оҡшаған нәҙек тауыш. □ Фальцет. Үҫмерҙең фальцет менән һөйләшеүе.
ФАЛЬЦОВКА [нем. falzen ‘бөгөү’] (Р: фальцовка; И.: fillister; T.: oluk yapma) и. махе.
Фальц яһау эше. □ Фальцовка. Тәҙрә яңаҡтарының фальцовкаһы. Фальцовка машиналары.
ФАЛЬЦОВКАЛАУ (фальцовкала-) (Р: фальцевать; И.: groove; T.: oluk açmak) ҡ.
Фальц яһау, бөгөү, ырмау һалыу. □ Фальцевать. // Фальцовка. Ҡалайҙы фальцовка-лау.
ФАЛЬЦОВКАЛАУСЫ (Р: фальцовщик; И.: folder; T.: kırmacı) и.
Фальцовка эшсеһе. □ Фальцовщик, фальцовщица. Фальцовкалаусы булып эшләү.
ФАМИЛИЯ [лат. familia ‘ғаилә’] (Р: фамилия; И.: surname; T.: soyad) и.
1. Кешенең атанан балаға күсеп, үҙ исеменә ҡушып йөрөтөлә торған ғаилә атамаһы.
□ Фамилия. Фамилияны алмаштырыу. Фамилияһын һорау. М Зөфәр ярһып, аңһыҙ рәүештә ашҡынып, атаһының фамилияһын эҙләй башланы. И. Абдуллин. Ләкин Фәйезгә авторҙың фамилияһы таныш түгел булып сыҡты. В. Исхаҡов.
2. Ырыу, тоҡом, нәҫел. □ Фамилия, род. Бер фамилиянан булыу. Боронғо кенәз фамилияһы.
ФАМИЛИЯЛАШ (Р: однофамилец; И.: namesake; T.: soydaş) и.
Бер үк фамилиялы кеше. □ Однофамилец. Фамилиялаш кешеләр. Фамилиялаш булыу. ■ Иртәнсәк әлеге таҡта янынан үткәндә, ҡара, минең фамилиялаш ағай һуңғы ваҡытта хәтәр шәп эшләргә тотондо бит, тип уйлай ине [практикант]. Ә. Әминев.
ФАМИЛЬЯР (Р: фамильярно; И.: in a familiar way; T.: laubali) р.
Артыҡ иркен, тартыныуһыҙ, тыйнаҡһыҙ, әҙәпһеҙ. □ Фамильярно. Фамильяр ҡыланыу. Фамильяр өндәшеү.
ФАНАТ [лат. fanaticus] (Р: фанат; И.: fan; T.: fanatik, bağnaz) и.
Берәй спорт төрө, йырсы, атаҡлы кешенең тормошо һәм ижады һ. б. менән үтә ныҡ мауығыусы кеше. □ Фанат. Фанаттар менән осрашыу. Йырсының фанаты булыу. М Миллионлаған фанаты булған төркөм ижади эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә. «Йәшлек», 7 сентябрь 2010.
ФАНАТИЗМ [фр. fanatisme] и. ҡар. фанатиклыҡ. Вәхши фанатизм. ■ [Ҡулбаш волосындағы] халыҡты ҡара төн һымаҡ дини фанатизм, иҫке ғөрөф-ғәҙәттәр, вәхшилек, ҡоллоҡ баҫып алған. А. Карнай. «Хөсәйен кемгә оҡшап шулай икән тиһәм, уның фанатизмы һинән килә икән!» — тип йылмайҙы Әптеләхәт. Т. Ғарипова.
ФАНАТИК I (фанатигы) [лат. fanaticus] (Р: фанатик; И.: fanatic; T.: yobaz) и.
1. Үҙ диненә мөкиббән бирелгән, башҡа дин кешеләрен йәне-тәне менән күрә алмаған кеше. □ Фанатик. ■ XVIII быуаттағы баш күтәреүҙәр урыҫтарға ҡаршы ойошторола, тип раҫлана, ә унда ҡатнашыусыларға иһә ислам фанатиктары атамаһы тағыла. Т. Ишкинин.
2. Ниндәйҙер бер эшкә, идеяға бик ныҡ бирелгән кеше. □ Фанатик. Н Улар [Ҡим Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Марат Минһа-жетдинов] фанатиктар ине — үҙҙәрен
275