ФАНАТИК
аямай эшләне, бәлки, шул арҡала янғандарҙыр ҙа. Ф. Кузбәков.
ФАНАТИК II (Р.: фанатический; И.: fanati(cal); T.: yobaz) с.
1. Үҙ диненә мөкиббән бирелгән, башҡа диндәге кешеләрҙе күрә алмаған; фанатизмға бирелгән. □ Фанатический, фанатичный.
■ Вәли мулла ла, атайым да яһил, фанатик муллалар менән артыҡ аралашырға тырышманылар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. Мин әле лә, фанатик дин әһелдәре, аҡсанан башҡаны танымаған бай сауҙагәрҙәр халыҡты уҙ артынан эйәртерҙәй тугел, тип иҫәпләйем. Р. Байымов.
2. Ниндәйҙер бер эшкә, идеяға бик ныҡ бирелгән. □ Фанатический, фанатичный.
■ Ижадҡа шундай фанатик ҡараш-мөнәсә-бәт булғанда ғына юғары художестволы әҫәрҙәр тыуҙырырға мөмкин. Ә. Әминев.
ФАНАТИКЛЫҠ (фанатиклығы) (Р: фанатизм; И.: fanaticism; T.: bağnazlık) и.
1. Үҙе табынған дингә мөкиббән бирелеүҙән һәм башҡа динде бөтөнләй инҡар итеүҙән килгән, фанатикка хас булған фекер йөрөтөү рәүеше. □ Фанатизм. Ышаныстың фанатиклығы. Дини фанатиклыҡ.
2. Ниндәйҙер эшкә, идеяға бик ныҡ бирелгәнлек. □ Фанатизм. Фанатиклыҡтың сағылыуы. Коммунистар идеологияһының фанатиклығы.
ФАНАТИКТАРСА (Р.: фанатично; И.: fanatically; T.: fanatik bir şekilde, aşırı ve ölçüsüzce) p.
Ниндәйҙер бер эшкә, идеяға бик ныҡ бирелеп. □ Фанатично. Фанатиктарға тоғролоҡ һаҡлау.
ФАНЕР [рус. фанера < нем. Fumier} (Р: фанера; И.: plywood; T.: kaplama) и.
Ҡатлы-ҡатлы итеп яһалған киң йоҡа таҡта; кибәҙә. □ Фанера. / Фанерный. Куп ҡатлы фанер. Фанер менән көпләу. Фанер комбинаты. Фанер йәшник. Я Бер аҙҙан Князевтың шофёры таяҡҡа ҡағылған дурт-кел фанер киҫәге тотоп килде. Р. Солтангәрәев. Алмабикә фанер сумаҙанынан ҡағыҙ сығарып, тәуге егерме көнгә тиҙ генә исемлек төҙөп алды. Р. Өмөтбаев.
ФАНЕРА [нем. Fumier} и. һөйл. ҡар. фонограмма. Фанераға йырлау.
ФАНЕРЛАУ (фанерла-) (Р: фанеровать;
И.: face; T.: kaplamak) ҡ. махс.
Фанер менән кәпләү, ҡаплау. □ Фанеровать. // Фанеровка. Шкафты фанерлау.
ФАНЗА [ҡыт.] (Р: фанза; И.: fanza; Т.: Kore köy evi) и.
1. Корея менән Ҡытайҙағы торлаҡ (ғәҙәттә, ауыл өйөнә ҡарата әйтелә). □ Фанза./ Фанзовый. ■ Фанза эсе киң һәм буш ине. Карауат, диван кеуек нәмәләр юҡ. Б. Дим.
2. Тафтаны хәтерләткән ебәк туҡыма.
□ Фанза (китайская шёлковая материя, напоминающая тафту). / Фанзовый. Фанзанан тегеу. Фанзанан кулдәк.
ФАНИ [ғәр. ^LJ] (Р.: бренный, тленный, преходящий; И.: transient; T.: fani) с. кит.
Үтеп, юҡҡа сығасаҡ; ваҡытлы. □ Бренный, тленный, преходящий. Фани донья.
■ [Батырша:] Мәңгелек бер ни юҡ, бөтәһе тик фани. Р. Ғарипов. Фани донъяларҙы бер уйлаһаң, башҡынайың булыр диуана. Халыҡ йырынан.
ФАНИЛЫҠ (фанилығы) (Р: бренность, тленность; И.: temporality; T.: fanilik) и.
Үтеп, юҡҡа сығасаҡ, ваҡытлы донъя.
□ Бренность, тленность, бренный мир.
■ Донъяға яралғас, кеше фанилыҡтың барлыҡ һынауҙарын утергә бурыслы. Ә. Ғибәҙәтов.
ФАНТ (фанты) [пол. fanı) и. ҡар. фантик 3. Фант туләу. Был фантҡа ни эшләргә? ■ [Нурый:] Кайһы бер бай егеттәр, ҡыҙҙар вечерҙар ойошторған булалар, унда эс бошорғос фант уйындары һинең һары-уыңды ҡайнаталар. А. Таһиров.
ФАНТАЗЁР [рус.] (Р: фантазёр; И.: dreamer; T.: hayalci) и.
Хыялға бирелгән, хыял менән мауығып йәшәгән кеше. □ Фантазёр. Ш Реалист Әшрәф йәнә фантазёр Әшрәфкә әйләнә. И. Абдуллин.
ФАНТАЗЁРЛЫҠ (фантазёрлығы) (Р: фантазёрство; И.: dreaminess; T.: hayalcilik) и.
Хыялға бирелергә, фантазияларға әүәҫлек. □ Фантазёрство. Фантазёрлығы көслө. Буш фантазёрлыҡ.
276