ФАНТИК
ФАНТАЗИЯ [гр. phantasia ‘күҙ алдына килтереү’] (Р.: фантазия; И.: phantasy; Т.: fantezi) и.
1. Нимәнелер уйлап сығарыу, күҙ алдына килтерә алыу һәләте; ижади хыял. □ Фантазия. Фантазияға эйә булыу. ■ Хыялдарға, фантазияларға бирелергә ярата торған Егор фабрикала эшләусе бала-сағаларға көн һайын уҙе уйлап сығарған иҫ киткес хәлдәр тураһында һөйләй. X. Мохтар.
2. муз. Ирекле рәүештә яҙылған музыкаль әҫәр. □ Фантазия. Фантазия уйнау. Музыкаль фантазия тантаналы һәм дәртле яңғырай.
ФАНТАСМАГОРИК (Р.: фантасмагорический; И.: phantasmagoric; T.: hayali görünüşlere ait) с. кит.
Фантасмагорияға бәйле. □ Фантасмагорический. Фантасмагорик һаташыу. ■ «Олатайҙар аманаты» композицияһы әллә ниндәй фантасмагорик символдарға ҡоролған. Р. Камал.
ФАНТАСМАГОРИЯ [гр. phantasma ‘өрәк’ + agorenö ‘һөйләйем’| (Р: фантасмагория; И.: phantasmagoria; T.: hayal oyunları) и. кит.
1. һаташҡанда күҙ алдына килә торған нәмәләр, сәйер күренештәр, хыялый күҙаллауҙар. □ Фантасмагория. Фантасмагория менән һаташыу.
2. иҫк. Оптик яйланмалар ярҙамында булдырылған фантастик шәүләләр. □ Фантасмагория. Фантасмагорияға нигеҙләнгән.
3. сәнғ. Һынлы сәнғәттә, театрҙа, кинематографта, әҙәбиәттә тормошта булмаған сәйер күренештәргә нигеҙләнгән жанр. □ Фантасмагория. Ҡала театрында фантасмагория сәхнәләштерелде.
ФАНТАСТ (фантасы) [гр. phantastikos ‘хыялға бәйле’] (Р: фантаст; И.: fantasy author; T.: hayal-kurgu yazarı, fantezi yazarı) u.
1. Фантастик (1) эстәлекле әҫәрҙәр яҙыусы. □ Фантаст. ■ Йыш ҡына, фантастарҙың хыялына эйәреп, алыҫ-алыҫ йондоҙҙарға осто уныц [Фәриҙәнец] уйҙары. А. Мағазов.
2. кусм. Хыялға бай кеше. □ Фантаст. Фантаст булып йәшәу. Ергә төш, фантаст!
ФАНТАСТИК (Р: фантастический; И.: fantastic; T.: fantastik) с.
1. Фантастика (1) менән һуғарылған, фантастикаға нигеҙләнгән. □ Фантастический. Фантастик хикәйә. ■ [Саръян] өсөнсө көн генә Циолковскийҙың «Ерҙән ситтә» исемле фантастик әҫәрен уҡып сыҡҡайны. Ә. Байрамов.
2. Ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ, иҫ китмәле.
□ Фантастический. Фантастик куренеш.
3. Тормошҡа ашмаҫлыҡ, хыяли. □ Фантастический. Фантастик хыялдар. Фантастик проект.
ФАНТАСТИКА [гр. phantastike] (Р: фантастика; И.: phantasy; T.: fantezi) и.
1. Хыял тыуҙырған эш-хәл, образ, күренештәр; ҡабартылып тасуирланған ысынбарлыҡ, тормош хәлдәре. □ Фантастика. ■ Тылсымлы әкиәт ни тиклем генә фантастика менән һуғарылмаһын, .. ул төпһөҙ, нигеҙһеҙ уйҙырма тугел. Ә. Харисов.
2. йыйн. Хыялға ҡоролған әҙәби әҫәр.
□ Фантастика. Фәнни фантастика. ■ Детектив, фантастика, мөхәббәт тураһында уҡырға ярата ул [Азамат]. «Йәшлек», 8 май 2010.
3. Тормошҡа ашмаҫлыҡ, хыяли нәмә.
□ Фантастика. Фантастика бит был, башҡа һыймаҫлыҡ эш!
ФАНТИК (фантигы) [рус.] (Р: фантик; И.: sweetie paper; T.: şeker kâğıdı) и. һөйл.
1. Төрлө төҫтәге кәнфит ҡағыҙы. □ Фантик. Фантик йыйыу. Фантикты иҙәнгә ырғытыу.
2. Уйын исеме (теҙелеп ултыралар; уйын алып барыусы уйнаусыларҙан берәр нәмә йыйып ала; кеше уҙ нәмәһен бер һәнәр башҡарып ҡайтарып алырға тейеш). □ Фантик. Фантик уйнау. К [Ҡыҙҙар — Яхияға:] Ҡара һин уны, хәйләкәрҙе, бер көн фантик уйнағанда йырлай белмәйем тигәйне. А. Таһиров.
3. Шул уйында ҡатнашыу өсөн бирелгән нәмә. □ Фантик. Фантик биреу. Фантик йыйыу. ■ Фантикҡа кемеһе таҫма, кемеһе ҡулъяулыҡ биреп, йугереп араға инеп тә ултырҙылар. Г. Яҡупова.
277