ФАНТОМ
ФАНТОМ [фр. fantome} (Р.: фантом; И.: phantom; T: hayalet) и.
1. кит. Өрәк, сәйер күренеш, күҙгә күренеү. П Фантом. Ҡурҡыныс фантом. ■ һөҙөмтәлә куптәр, бигерәк тә йәштәр хыялдағы уйҙырма тормош менән йәшәй башлай, дини секталарға эләгә, фантомдар, мифтар уйлап сығарып, башы ҡаңғыра. «Киске Өфө», № 47, 2010.
2. махс. Кеше, хайуан кәүҙәһенең йәки уның өлөшөнөң моделе. □ Фантом. Теманы фантом буйынса өйрәнеу. Музейҙағы фантомдар коллекцияһы.
ФАНФАРА [ит. fanfara} (Р.: фанфара; И.: fanfare; T.: fanfar) и.
1. Оҙон борғо рәүешендәге тынлы музыка ҡоралы. □ Фанфара. Фанфара уйнау. ■ Гуйә, кемдер гармундың бас яҡ баҫмағын батырып, куреген туҡтауһыҙ тарта. Гармун моңо тугел был, ә фанфара тауыштары. А. Мағазов.
2. муз. Шул ҡоралда башҡарылған сигнал йәки тантаналы музыкаль фраза. □ Фанфара. ■ Фанфаралар яңғырағандан һуң, уҙәк майҙанда һабантуй флагы кутә-релде. «Йәшлек», 8 июнь 2010.
ФАНФАРАСЫ (Р: фанфарист; И.: bugler; T.: fanfar çalan kimse) и.
Фанфара уйнаусы. □ Фанфарист. Фанфарасылар сығышы.
ФАРА [фр. phare} (Р: фара; И.: headlight; Т.: far) и.
Автомобиль, трактор һ. б. машиналарҙағы рефлекторлы фонарь, яҡтыртҡыс. □ Фара. Алғы фара. Фараны яҡтыртыу. Я Тракторҙың көслө фараһы, ҡараңғылыҡты киҫеп, барасаҡ юлды яҡтырта. Я. Хамматов. Фараларын баҙлатып, баҫыу башына машина килеп туҡтаны. Яр. Вәлиев. Төн ҡараңғылығын Бәләкәй Ямантау яғынан килгән машинаның фаралары телә. Д. Шәрәфетдинов.
ФАРАД [инглиз физигы М. Фарадейҙың фамилияһынан] (Р: фарад; И.: farad; Т: farad) и. физ.
Электр күләме берәмеге. □ Фарад. Бер фарад. Фарад — бик ҙур куләм.
ФАРАЗ [ғәр. ц-3 ] (Р: предположение, гипотеза; И.: conjecture; T.: farz) и.
Самаға, күҙәмәгә ҡоролған фекер; гипотеза. □ Предположение, гипотеза; допущение; догадка. Ғилми фараз. ■ Ни уйлап, ниндәй фараз ҡорорға ла белмәй аптыранған Әхмәтйән, ахырҙа, был турала әлегә бер кемгә лә өндәшмәй торорға кәрәк тигән ҡәтғи ҡарарға килде. И. Ноғманов.
ФАРАЗ АН [ғәр. jâ] (Р: предположим, допустим; И.: say; T.: yani, mesela) инш.
Фараз рәүешендәге фекер йөрөтөүҙе белдерә, уйлап ҡарайыҡ, әйтәйек, мәҫәлән.
□ Предположим, допустим. ■ [Дамир — Әһлиәгә:] һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Фаразан, икәуләп тормош ҡороп ебәрһәк? С. Кулибай.
ФАРАЗИ (Р: гипотетический; И.: hypothetic; T.: hipotetik) с.
Гипотезаға нигеҙләнгән, фараз ителгән.
□ Гипотетический. Фарази фекерҙәр әйтеу.
ФАРАЗ ИТЕҮ (фараз ит-) (Р: предполагать; И.: suppose; T.: farz etmek) ҡ.
Ныҡлы дәлилһеҙ үҙ алдыңа уйлау.
□ Предполагать, строить гипотезу; допускать. ■ Ҡарттар фараз итеуенсә, ҡыш бик һыуыҡ килергә тейеш. Р. Өмөтбаев.
ФАРАИЗ [ғәр. jâ ] (Р: свод законов, разъясняющий правила раздела имущества; И.: sort of code treating of property; T.: ferâiz) и. иҫк.
Үлгән кешенән ҡалған малды бүлешеү тураһындағы закондар йыйынтығы. □ Свод законов, разъясняющий правила раздела имущества. ■ Мирсәйет .. ахыр ғумерендә Сажауен тигән көйҙә фараиз мәтиненә шәрех яҙҙы. «Башҡорт шәжәрәләре».
ФАРАСАТ [ғәр. (Р: мастерство
верховой езды; И.: horse riding mastery; T: feraset) и. иҫк.
Һыбай йөрөү оҫталығы. □ Мастерство верховой езды. ■ Шул ваҡыт Ҡарағөлөмбәт килеп ингән, туптың эсен уртанан телеп ингән, һис берәу әйтмәһә лә хан хәбәрен, фарасат ғилеме менән белеп ингән. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ФАРА-ФАРА (Р: внезапно; И.: all of a sudden; T.: birdenbire) р. диал. ҡар. кинәт.
278