Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 279


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАРМАКОПЕЯ
Ҡапыл, аңғармаҫтан, көтмәгәндә. □ Внезапно. Мал көтөүе фара-фара китте лә бөттө.
ФАРВАТЕР [голл. vaarwater] (Р.: фарватер; И.: wake; fairway; T.: seyir koridoru, dümen suyu) u.
Суднолар йөрөй алырлыҡ һыу юлы.
□ Фарватер. Йылға фарватеры. Фарватер буйлап йөҙөү.
ФАРИНГАЛИЗАЦИЯ [гр. pharynx ‘тамаҡ’] (Р.: фарингализация; И.: pharingali-zation; T.: faringalizasyon) и. лингв.
Үпкәнән килгән һауа ағымының тамаҡ ҡыуышлығында йотҡолоҡтоң ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡты еңеп, телмәр өндәрен әйтеү ысулы.
□ Фарингализация. Фарингализацияға бирелгән өндәр.
ФАРИНГАЛЬ (Р: фарингальный; И.: pharyngeal; T.: boğaz) с. лингв.
Телдең нигеҙе йотҡолоҡтоң артҡы яғы менән яҡынайыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. □ Фарингальный. Фарингаль тартынҡы.
ФАРИНГИТ [гр. pharynx ‘тамаҡ’] (Р: фарингит; И.: pharyngitis; T.: faringit) и. мед.
Йотҡолоҡтағы лайлалы тиресә шешеүе.
□ Фарингит. Фарингит менән ауырыу.
■ Хуш еҫле фиалка — ангина, фарингит һәм башка төр тын юлы ауырыуҙарына ҡаршы бик һөҙөмтәле дауа. «Киске Өфө», № 34, 2010.
ФАРИНГОСКОПИЯ [гр. pharynx ‘йотҡолоҡ’ + skopeö ‘тикшерәм’] (Р: фарингоскопия; И.: pharyngoscopy; T.: faringoskopi) и. мед.
Йотҡолоҡто тикшереү ысулы. □ Фарингоскопия. / Фарингоскопический. Тамаҡ фарингоскопияһы. Фарингоскопия үткәреү.
ФАРИСЕЙ [гр. pharisaios < бор. йәһүд. perushim ‘айырылған’] (Р: фарисей; И.: Pharisee; T.: Ferisi) и.
1. Яңы эраға тиклем II б. — яңы эраның II б. Иудеяла дини фанатизм һәм ике йөҙлөлөк менән айырылып торған, юғары ҡатлам мәнфәғәттәрен яҡлаған дини-сәйәси ағым вәкиле. □ Фарисей. Фарисей баҫымсаҡлысы. Фарисейҙар сектаһы.
2. күсм. Монафиҡ, ике йөҙлө кеше.
□ Фарисей. Фарисей булыу. Фарисей кеше.
ФАРИСЕЙЛАНЫУ (фарисейлан-) (Р: фарисействовать; И.: be double-faced; T.: ikiyüzlü olmak) ҡ.
Ике йөҙлөлөк күрһәтеү, ике йөҙләнеү.
□ Фарисействовать. Фарисейланып йөрөү. Фарисейланып китеү.
ФАРИСЕЙЛЫҠ (фарисейлығы) (Р: фарисейство; И.: pharisaism; T.: farisilik) и.
1. тар. Фарисейҙарҙың тәғлимәте. □ Фарисейство. Фарисейлыҡ тарафтары.
2. күсм. Ике йөҙлөлөк, ялғанлыҡ. □ Фарисейство. Фарисейлыҡ хас булыу. Фари-сейлыҡты фаш итеү.
ФАР ЙЫЛАН (Р: мифическое название змеи; И.: mythic serpent; T.: bir mitoloji yılanın ismi) и. миф.
Мифик йылан исеме. □ Мифическое название змеи. Фар йылан күреү.
ФАРМАКОЛОГ [рус.] (Р: фармаколог; И.: pharmacologist; T.: ilaççı, farmakolog) и.
Фармакология буйынса белгес. □ Фармаколог. Фармаколог булып эшләү.
ФАРМАКО ЛОГИК (Р: фармакологический; И.: pharmacological; T.: farmakolojik) с.
Фармакологияға бәйле. □ Фармакологический. Фармакологик препарат. Фармако-логик күрһәткес.
ФАРМАКОЛОГИЯ [гр. pharmakon ‘дарыу’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р.: фармакология; И.: pharmacology; T.: farmakoloji) и.
Дарыуҙар һәм уларҙың организмға тәьҫирен өйрәнә торған фән. □ Фармакология. / Фармакологический. Фармакологияны өйрәнеү. Фармакология бүлектәре. Фармакология буйынса белешмә. ■ Сирлеләрҙе үлемдән ҡотҡарыу өсөн врач ҡулына хәҙерге заман фармакологияһы биргән һәр төрлө таблеткалар, микстуралар бик көсһөҙ булып күренде Раузаға. Ш. Янбаев.
ФАРМАКОПЕЯ [гр. pharmakon ‘дарыу’] (Р.: фармакопея; И.: pharmacopeia; Т.: farmakope) и.
Дарыуҙарҙы яһау һәм һаҡлау буйынса фармацевтар ҡулланған рәсми һәм мотлаҡ
279