ФАРМАН
ҡағиҙәләр йыйылмаһы. □ Фармакопея. Дәуләт фармакопеяһы.
ФАРМАН [фарс. jUjâ] (Р.: указ; И.: decree; T.: ferman) и.
1. Ҡулында власть булған кеше тарафынан бирелгән күрһәтмә; указ. □ Указ. Фарман сығарыу. ■ Батша хәҙрәттәре уҙенең бөтә ҡул аҫтындағы халыҡтарын кафыр дошман яуынан ватанды һаҡларға саҡырып фарман ебәргән. Әкиәттән. Салауаттың яҙған фарманы дошман йөрәгенә ҡуҙ һалды. Халыҡ йырынан.
2. һөйл. Бойороҡ. □ Приказ. Фарман биреу. ■ Ҡаһым турә фарман биргән саҡта, һул ҡулында булыр ҡурайы. Халыҡ йырынан. • Байҙың эше фарман менән, ярлының эше дарман менән. Мәҡәл.
3. кусм. Көс, ҡеүәт. □ Сила, мощь. / Сильный, мощный. Ш Ул [Гимерғәле ағай] уҙе һуҙгә бик һаран, ә эшкә фарман кеше. Ә. Зәйнуллин.
ФАРМАЦЕВТ (фармацевы) [рус.] (Р.: фармацевт; И.: pharmaceutist; T.: eczacı) и.
Фармацевтика буйынса белгес. □ Фармацевт. Фармацевт булыу. ■ Хәҙер фарма-цевтарға элекке схема буйынса етеште -реусенән дарыуҙарҙы һатып алып, купме теләй, шунса хаҡ өҫтәп һатыу мөмкинлеге бөтөрөлә. «Йәшлек», 14 сентябрь 2010. Тутыя, медицина училищеһын тамамлап, Иглин ҡасабаһында фармацевт булып эшләй башлауына ифрат ҡәнәғәт ине. «Башҡортостан», 7 март 2012.
ФАРМАЦЕВТИК (Р: фармацевтический; И.: pharmaceutical; T.: eczacılık) с.
Фармацевтикаға бәйле. □ Фармацевтический. Фармацевтик белем.
ФАРМАЦЕВТИКА [гр. pharmakeutike} (Р: фармацевтика; И.: pharmaceutics; Т.: eczacılık) и.
Дарыуҙарҙы тикшереү, әҙерләү, стандартлаштырыу, һаҡлау һәм файҙаланыу тураһындағы ғилми-ғәмәли фәндәр комплексы. □ Фармацевтика. / Фармацевтический. Фармацевтика институты. ■ Былтыр Башҡортостанда фармацевтика продукцияһын етештереу 2008 йылға ҡарағанда 50,8 процентҡа артҡан. «Йәшлек», 13 март 2009.
ФАРМАЦИЯ [гр. pharmakeia ‘дарыу’] (Р: фармация; И.: pharmacy; T.: eczane) и.
Дарыуҙарҙы һаҡлау, эшләү, сифаттарын тикшереү, стандартлаштырыу, тәьмин итеү менән шөғөлләнгән фәнни белем һәм практик эшмәкәрлек тармағы. □ Фармация. Фармацияның төп булектәре. Фармация кафедраһы.
ФАРРАШ [ғәр. Jil>] и. ҡар. фәрраш. Фарраш булыу.
ФАРС [фр. farce] (Р: фарс; И.: farce; Т.: fars) и.
1. әҙ. Еңелсә мәғәнәле, көлкөлө пьеса, комедия. □ Фарс. М. Кәримдең «Диктаторға ат бирегеҙ!» фарсы. ■ Артистың һәләте иң юғарғы ноталағы драматик образдар тыуҙырырға ла, комедияны фарс дәрәжәһенә, лириканы юғары романтикаға, ябай кисерештәрҙе тәрән психологик кимәлгә кутәрергә лә мөмкинлек бирә. «Ағиҙел», №2, 2010.
2. Тупаҫ шаяртыу. □ Фарс. Спектакль фарсҡа ҡоролған. Йәмһеҙ фарс.
3. кусм. Ике йөҙлө, әҙәпһеҙ ҡыланыш.
□ Фарс. Фарсҡа әйләндереу.
ФАРСА и. диал. ҡар. биҙәк. Ф арсаһы матур.
ФАРСЫ (Р: перс; И.: Persian; T.: Fars) и. этн.
Ирандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе.
□ Перс. / Персидский. Фарсы халҡы. Фарсы кешеһе. Фарсы теле. ■ Ҡараһаҡал боронғо юнан һәм румдарҙың яҙмаларынан, ғәрәп һәм фарсы аҡыл эйәләре әйтеп ҡалдырғандарҙан ер өҫтөндә һәр нәмәнең уҙгәреп тороуын белә. Б. Рафиҡов. Боронғо фарсы яҙмалары «семәрләгән» аҡ таштар ҡуйылып, уләне әле йунләп ҡапларға өлгөрмәгән яңы зыяраттар ҙа куренә. И. Ноғманов.
ФАРСЫСА (Р: по-персидски; И.: in Persian; T.: Farsıca) р.
1. Фарсы телендә. □ По-персидски. Фарсыса уҡыу. Фарсыса анҙшу.
2. Фарсыларға хас, фарсылар кеүек.
□ Как персы. Фарсыса кейенеу. Фарсыса бейеу.
280