Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 281


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАСОВКА
ФАРТ I [нем. Fahrt] (Р: фарт; И.: luck; T.: şans, baht) и. һөйл.
Бәхет, уңыш. □ Фарт. Фарт килеу. Фарт итеу. ■ Ғумер буйы ул [Насип] ошо ҡулдары менән кемгәлер бәләкәс кенә булһа ла изгелек курһәтергә, яҡшылыҡ итергә тырышты, бутәндәргә эштә, уйында, кәсептә фарт килтерергә, уларҙы ҡыуанысҡа юлыҡтырырға өмөт итте. М. Кәрим. • Фарты юҡтыц даны юҡ. Мәҡәл.
ФАРТ II (Р.: тол к; И.: use, profit; T.: yarar) и. диал.
Рәт, йүн. □ Толк. Фарт китте был арала.
ФАРТЛЫ (Р.: фартовый; И.: lucky; Т.: şanslı) с. һөйл.
Бәхетле, ҡотло, уңышлы. □ Фартовый. Фартлы кеше. Фартлы эш.
ФАРФОР [фарс. jjâiâ] (Р: фарфор; И.: porcelain; T.: porselen) и.
1. Иң йомшаҡ аҡ балсыҡҡа төрлө ҡушылмалар өҫтәп яһалған иҙмә (төрлө нәмәләр яһау өсөн ҡулланыла). □ Фарфор. / Фарфоровый. Ҡытай фарфорынан эшләнгән сынаяҡ.
2. йыйн. Шул иҙмәне төрлөсә эшкәртеү юлы менән яһалған һауыт-һаба. □ Фарфор. / Фарфоровый. Биҙәкле фарфор. Буталлы фарфор. Фарфор ваза. Фарфор коллекцияһы. ■ Тын вагон эсендә тигеҙ генә тауыш менән фарфор һауыт зыцғырлай. Р. Сол-тангәрәев. Нимә генә юҡ бында: төлкө, ҡондоҙ тиреләре, затлы келәмдәр, ебәк кул-дәктәр, аҫыл таштар менән һырып эшләнгән ат сбруйҙары, өс-дурт самауыр, гәлсәр һауыт-һаба, ҡытай фарфоры. Р. Байымов.
ФАРФОР-ФАЯНС и. йыйн. ҡар. фарфор 2. Фарфор-фаянс заводы.
ФАРШ [фр. farce < лат. farcire] (Р: фарш; И.: force-meat; T.: kıyma) и.
1. Тапалған, ваҡланған ит. □ Фарш. Фарш әҙерләу. ■ Ҡайһы ваҡыт төйөнсөк араһында ит, колбаса, фарш, кәнфит һымаҡ ризыҡтар килә ине был йортҡа. Р. Байбулатов.
2. Нимәнецдер эсенә һалып бешереү өсөн иҙеп ваҡланған, төйөлгән аҙыҡ. □ Фарш. Балыҡ фаршы. Бәшмәк фаршы.
ФАРШЛАНЫУ (фаршлап-) ҡ. төш. ҡар. фаршлау, страд, от фаршлау. Фаршланған борос. Өйрәкте фаршлау.
ФАРШЛАУ (фаршла-) (Р: фаршировать; И.: stuff; T: içini doldurmak) ҡ.
Йәшелсә, балыҡ һ. б. эсенә фарш тултырыу. □ Фаршировать. // Фарширование. Борос фаршлау. Балыҡ фаршлау.
ФАРЫЗ [ғәр. jâ] (Р: обязанность, долг; И.: obligation; T.: fariza) и.
1. Үтәлергә тейешле эш; бурыс. □ Обязанность, долг. / Обязательный, безусловный, непременный. Фарыз һанау. Фарыз итеп ҡуйыу. ■ Айырата һундарҙың Константин һәм Рум ҡалалары менән берлә-шеуенән һаҡланыу фарыз. Б. Рафиҡов.
2. дини. Дин тарафынан мәжбүр ителгән эш, бурыс (ғәҙәттә, намаҙ, төрлө дини йолаларға әйтелә). □ Обязательное религиозное предписание (у мусульман). Фарыз уҡыу. Биш фарыз. К Сәнә аҙағынан дурт рәҡәғәт фарыз башҡарылды, салауат уҡып доға ҡылынды. И. Ноғманов.
ФАСАД [фр. facade] (Р: фасад; И.: facade; T.: cephe) и.
Йорттоң урам яҡҡа сыҡҡан алғы яғы, бинаның алғы күренеше. □ Фасад. Фасадты буяу. М Беренсе мартта һалдаттар өй фасадтарындасы батша һурәттәрен айырып төшөрә, йыйылыштар, митингылар башлана, төрлө комитеттар төҙөлә. Р. Байымов.
ФАСИҠ [ғәр. J-lâ] (Р: распутный; И.: dissolute; T.: fasik) с. иҫк. кит.
1. Әхлаҡи яҡтан аҙғын, боҙоҡ. □ Распутный, безнравственный, порочный. М Ғашиҡ тугел, улар алдаусылар, улар ғәйәт фасиҡ. М. Ғафури.
2. Әшәке, бысраҡ. □ Грязный, нечистоплотный. ■ Эсе тамам фасиҡ, хәйлә, золом тулуҡ. Мәғрифәткә хилаф тороп, куҙе тоноп, һәр кешене ғәйепләп һөйләр имде. Бәйеттән.
ФАСОВКА [рус.] (Р: фасовка; И.: fill; Т: paketleme) и.
Үлсәп төрөү эше. □ Фасовка. / Фасовочный. Фасовка машинаһы. Фасовка менән шөғөлләнеу.
281