Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 284


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАТИХАЛАУ
китеуе һәм башҡа һуғыш эштәре хаҡында булды. М. Ғафури.
ФАТИХАЛАУ (фатихала-) (Р.: благословлять, дать согласие; И.: bless; T.: hayırdua vermek) ҡ.
Ризалыҡ биреү, рөхсәт итеү. □ Благословлять, дать согласие. // Благословение.
■ Шунан [Сәлих] ят куҙҙән һаҡланыу, тағы ла нимәләр эшләу кәрәклеген әйтте лә юлға ҡуҙғалырға фатихаланы. Б. Рафиҡов.
ФАУНА [лат. fauna] (Р: фауна; И.: fauna; Т.: fauna) и.
Билдәле бер урынға йәки геологик дәүергә ҡараған хайуандар донъяһы. □ Фауна. Башҡортостан фаунаһы. Диңгеҙ фаунаһы.
■ Урман хужалығы министрлығы, республикабыҙҙың фаунаһын һәм флораһын ентекле өйрәнгәндән аҙаҡ, ҡайһы бер һығымталарға килде. Н. Мусин.
ФАУНИСТИКА [рус.] (Р: фаунистика; И.: faunistics; Т.: fauna) и.
Зоологик географияның Ер шарындағы йәки уның бер өлөшөндәге хайуандар донъяһын өйрәнә торған бүлеге. □ Фаунистика. Фаунистиканың тармаҡтары. Ҡоштар фаунистикаһы.
ФАХИРАНӘ [ғәр. + фарс. ] (Р: горделиво, хвастливо; И.: proudly; T.: mağrurca) р. иҫк. кит.
Маҡтанғандай, маҡтанған һымаҡ. □ Горделиво, хвастливо. Я Яңғыҙы алдан бара Иблис пәрей: мәхруранә, фахиранә төҫтәре. Ш. Бабич.
ФАХИШ [ғәр. ] с. ҡар. фәхеш. Фахиш юлына баҫҡан кеше.
ФАШ [фарс. сД*1 (Р: разглашённый; И.: promulgate; T.: faş) с.
Халыҡҡа билдәле; асыҡ. □ Разглашённый, обнародованный. ■ [Сөләймән старшина — Батыршаға:] Шул тиклем халайыҡтар алдында тотолмағың фаш икән, мин һине йәшереп ҡалдыра алмайым инде. Ғ. Хөсәйенов.
ФАШ БУЛЫУ (фаш бул-) (Р: быть разглашённым; И.: be made public; T.: faş olmak) ҡ.
Халыҡҡа билдәле булыу; асылыу. □ Быть разглашённым, обнародованным,
становиться общеизвестным. ■ Юҡ эш менән булыуҙары, бушҡа шау кутәреуҙәре, нахаҡҡа ҡамсылауҙары ғәләмгә фаш булғас, Неплюев генерал-губернатор .. Тимашевты эшенән бушатырға, судҡа бирергә мәжбур. Ғ. Хөсәйенов. Исемең ҡушып йырлар инем, фаш булыр, тим, өйәҙгә. Халыҡ йырынан. • Утыҙ теш араһынан сыҡһа, утыҙ ауылға фаш булыр. Мәҡәл.
ФАШИЗМ [ит. fascismo] (Р: фашизм; И.: fascism; T.: faşizm) и.
Йәмғиәттә реакцион һәм агрессив даирәләрҙең мәнфәғәтен күҙәтеп, террор, диктатура һәм милләтселектә сағылған сәйәси ағым. □ Фашизм. Фашизмға ҡаршы көрәш. ■ Германия фашизмын еңеу көнө, әлбиттә, тарих биттәренә мәңге юйылмаҫ алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылыр. Н. Мусин.
ФАШИНА [нем. Faschine < лат.] (Р: фашина; И.: bundled brush check; T.: harpte bazı hafif istihkamlarda kullanılan çalı demeti) и. махе.
Сыбыҡ-сабыҡ йәки ҡамыш бәйләме (яр, юл һ. б. нығытыу, һалдарҙы бәйләу өсөн ҡулланыла). □ Фашина. Фашина ҡулланыу. Ярҙы фашиналар менән нығытыу.
ФАШИСЛАШТЫРЫЛЫУ (фашислаш-тырыл-) ҡ. төш. ҡар. фашислаштырыу. страд, от фашислаштырыу. Фашислашты-рылған дәуләт. Гәзиттәрҙең фашислашты-рылыуы.
ФАШИСЛАШТЫРЫУ (фашислаштыр-) ҡ. йөкм. ҡар. фашислашыу. понуд. от фашислашыу. Власты фашислаштырыу.
ФАШИСЛАШЫУ (фашислаш) (Р: фашизироваться; И.: become fascist; T.: faşistleşmek) ҡ.
Фашизм режимына күсеү. □ Фашизироваться. Фашислашҡан хөкумәт. М Беренсе империалистик һуғыштан һуң .. Венгрияла эш башына буржуаз-милләтсе хөкумәт ултыра, .. артабан ул бөтөнләй фашислаша һәм гитлерсы Германия менән союздаш булып китә. Ж. Кейекбаев.
ФАШИСТ (фашисы) [ит. fascista] (Р: фашист; И.: fascist; T.: faşist) и.
Фашизм яҡлы кеше; фашистик ойошма ағзаһы. □ Фашист. / Фашистский. Фашист
284