ФАЭТОН
һалдаты. Я Немец фашистары, әленән-әле атакалап, был төбәктәге ҙур ғына бер ауылды баҫып алырға тырышты. Ғ. Аллаяров. Киев тирәһендәге фашист атакалары айырыуса ныҡышмалы, аяуһыҙ булды. И. Абдуллин.
ФАШИСТАРСА (Р.: по-фашистски; И.: fascist-like; T.: faşistlerce) р.
Фашистарға хас булғанса. □ По-фашистски. Фашистарса ҡыланыу. Я Дуҫтар, — тине Беденко, ҡулын фашистарса сәләм-ләгәндәге шикелле кутәреп. И. Абдуллин.
ФАШИСТИК (Р: фашистский; И.: fascist; T.: faşist) с.
Фашизмға мөнәсәбәтле, фашисҡа хас.
□ Фашистский. Фашистик режим. ■ Хәҙер һис бер ниндәй мөғжизә лә фашистик Гер-манияны һәләкәттән ҡотҡара алмаясаҡ инде. Ә. Байрамов.
ФАШ ИТЕЛЕҮ (фаш ител-) ҡ. төш. ҡар. фаш итеү. страд, от фаш итеү. Я Ардаширов ялған чектар яһағаны һәм шул чектар менән магазиндан ҡиммәтле тауарҙар алырға маташҡаны өсөн хөкөм алдына баҫа. .. Осраҡлы рәуештә генә фаш ителә ул. X. Зарипов. Үҙен хәҙер гөнаһ өҫтөндә тотолған, барса донъяға фаш ителгән бәндәләй тойҙо [Әлфирә]. Р. Камал.
ФАШ ИТЕҮ (фаш ит-) (Р.: предавать гласности; И.: give publicity to; T.: faş etmek) ҡ.
1. Халыҡҡа билдәле итеү; асыу. □ Предавать гласности, разглашать; раскрывать (тайну и т. п.). Я Әхмәҙи мөмкинлек булғанда Яшины фаш итергә һәм тейешле урынына ултыртырға ярата ине. Ә. Бикчәнтәев. [Бәлхиә:] Хәҙер кешеләр саҡырам, был эшегеҙҙе бар ауылға фаш итәм! Р. Камал.
2. Ғәйебен асып һалыу, йөҙөн асып биреү.
□ Уличать, разоблачать, изобличать. Урлашыуҙы фаш итеу. Я Горн Рәмигә уҙ ғуме-рендә бик куп дошмандарҙы фаш итеуе тураһында шыпырт ҡына һөйләй. X. Мохтар.
ФАШ ҠЫЛЫУ (фаш ҡыл-) ҡ. ҡар. фаш итеү. Ғәйепте фаш ҡылыу.
ФАШЛАНЫУ (фашлан-) ҡ. төш. ҡар. фашлау, страд, от фашлау. Фашланған енәйәт. ■ Армия сафына алынғандан бирле эсендә тотҡан серенец саҡ-саҡ фашланмай ҡалыуынан ҡурҡҡан Иҙрисов уҙен уҙе тынысландырҙы. А. Мағазов. Ауылды ҡужғыртып, китте тикшереу, куҙләштереу, шулай итеп, Сәғиттец енәйәте тиҙ ук фашланды. С. Шәрипов.
ФАШЛАТЫУ (фашлат-) ҡ. йөкм. ҡар. фашлау, понуд. от фашлау. Енәйәтте фашлатыу.
ФАШЛАУ (фашла-) (Р: разглашать, предавать гласности; И.: make public; T.: faş etmek) ҡ.
1. Йәшерен нәмәне, кемдеңдер йәки нимәнеңдер йәшерен яғын билдәле итеү; асыу; фаш итеү. □ Разглашать, предавать гласности; раскрывать. // Разглашение, раскрытие (тайны и т. д.). Етешһеҙлекте фашлау. Я Тура һуҙле Миша һымаҡтарға ҡарағанда, бер кургәнендә йылмайып, икенсе осрағанда һырт йөнөн ҡабартып тороусы ике йөҙлөләрҙе фашлау ун мәртәбә ҡыйы-ныраҡ. Н. Мусин.
2. Кемдец йәки ниҙецдер ғәйебен, хатаһын асыу, күрһәтеү. □ Уличать, разоблачать, изобличать кого, что. // Уличение, разоблачение, изобличение. Иҫке тормошто фашлау. Я Мәҫәл жанрында шағир [М. Гафури] наҙанлыҡ, тиҫкәрелек һәм артта ҡалғанлыҡ куренештәрен фашланы. Ғ. Рамазанов. Икенсе кеше әҫәрен уҙенеке итеп сығарған битһеҙ әҙәмде фашларға Рәуефтең генә көсө етмәйәсәк. Ә. Хәкимов.
ФАЭТОН I [фр. phaeton] (Р: фаэтон; И.: phaethon; T.: fayton) и.
Көймәле еңел арба. □ Фаэтон. Фаэтонда барыу. ■ Зәки Вәлиди яллаған фаэтонынан төштө лә йәйәу китте. Р. Байымов. Кусере юл туҙандарын ашыҡмай ҡаға-ҡаға ғына төшөп, ҡупшы фаэтондың быялалы ишектәрен яйлап ҡына асты, эстән һонолоп алып, кескәй генә баҫҡысты ипләп ҡуйҙы. Ғ. Хөсәйенов.
ФАЭТОН II [гр. phaethon] (Р: фаэтон; И.: phaethon; T.: tropik kuşu) и. зоол.
285