Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 286


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФАЯНС
Тропик диңгеҙ ҡошо. □ Фаэтон (лат. Phaethori). Фаэтон күреү. Фаэтон йомортҡаһы. Фаэтон — яңғыҙаҡ ҡош.
ФАЯНС [фр. faience] (Р.: фаянс; И.: faience; T.: fayans) и.
1. Балсыҡҡа гипс һ. б. нәмәләр ҡушып яһалған иҙмә (керамика өсөн ҡулланыла). □ Фаянс. / Фаянсовый. Кукшел фаянс. Юғары сифатлы фаянс.
2. йыйн. Шул иҙмәнән яһалған, ялтыратылған һауыт-һаба. □ Фаянс. / Фаянсовый. Фаянс тәрилкә. Фаянс һауыт-һаба. ■ Бында [магазинда]ябай ғына быяла сынаяҡтарҙан алып сынъяһау итеп эшләнгән фаянс, фарфор йыйылмалар ҙа бар. «Атайсал», 19 декабрь 2016.
ФЕВРАЛЬ [лат. Februarius] (Р.: февраль; И.: February; T.: Şubat) и.
Календарь йылының икенсе айы. □ Февраль. / Февральский. S Февраль бурандары баҫылмағайны әле. Ш. Янбаев. Тышта епшек ҡар яуа — февраль айына хас булмағанса йылы, рәхәт. М. Садиҡова. Февралдә гел шулай куҙ асҡыһыҙ буран була ул, — тип, изгелекле йылмайып ҡаршыланы уны [Емеште] Таиба әбей. 3. Биишева.
ФЕДЕРАЛ [рус.] (Р: федерал; И.: federal; T: federal) и. һөйл.
Үҙәк дәүләт власть вәкиле (урындағы властан айырмалы рәуештә). □ Федерал. Лимонарий яҙмышын федералдар хәл итә.
ФЕДЕРАЛИЗАЦИЯ [лат. foedus ‘берләшмә’] (Р: федерализация; И.: federalization; T.: federalleşme) и.
Ниндәйҙер илдә федератив ҡоролош индереү. □ Федерализация. Федерализация яҡлы булыу.
ФЕДЕРАЛИЗМ [лат. foedus ‘берләшмә’] (Р.: федерализм; И.: federalism; T.: federalizm) и. сәйәси.
1. Федерация принциптарына нигеҙләнгән дәүләт ҡоролошо. □ Федерализм. / Федералистский. ■ Төбәктәрҙең, милләттәрҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу федерализмдың иң мөһим принцибы булып тора. «Йәшлек», 1 апрель 2010.
2. Федератив ҡоролош урынлаштырырға ынтылыусы сәйәси ағым. □ Федерализм. Федерализм яҡлы төркөм.
ФЕДЕРАЛИСТ (федералисы) [лат. foedus ‘берләшмә’] (Р: федералист; И.: federalist; T.: federalizm taraftarı) и. сәйәси.
Федерализм яҡлы кеше. □ Федералист.
■ Унитаристар менән федералистар араһындағы көрәштә федераль ҡоролош яғына тарта ул [Вәлиди], һәм конгресс күпселек тауыш менән федерация платформаһын ҡабул итә. «Атайсал», 21 декабрь 2015.
ФЕДЕРАЛИСТИК (Р: федералистский; И.: federalistic; Т: federal) с.
Федерализмға, федералисҡа бәйле. □ Федералистский. Федералистик фекерҙәр.
■ Рәсәйҙә федералистик ҡараштарҙың барлыҡҡа килеүендә данлы яҡташыбыҙҙың да өлөшө ярайһы, сөнки илебеҙ тарихындағы тәүге автономиялы дәүләтселек башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре тарафынан 1917 йылдың 15 ноябрендә 3. Вәлиди йоғонтоһонда иғлан ителә. «Ағиҙел», № 7, 2010.
ФЕДЕРАЛЛӘШТЕРЕҮ (федералләш-тер-) (Р: провести федерализацию; И.: federalize; T.: federalleştirmek) ҡ.
Ниндәйҙер илдә федератив ҡоролош урынлаштырыу. □ Провести федерализацию. Илде федералләштереү.
ФЕДЕРАЛЬ с.
1. ҡар. федератив. Федераль дәүләт. Федераль канцлер.
2. Дөйөм дәүләткә ҡараған. □ Федеральный. Федераль закон. ■ Үткән йыл федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һум аҡса бүленгән, субсидиялар күләме 91 миллион һумға барып еткән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2009.
ФЕДЕРАТИВ (Р: федеративный; И.: federative; T.: federatif) с.
Федерация (1) булып торған. □ Федеративный. Федератив республика. Федератив мөнәсәбәттәр. ■ Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ бөйөклөгөн һәм динамикалы үҫешен Дамир Жәүәт улы бары тик уның субъекттарының етеш йәшәйеше нигеҙендә генә курә. «Йәшлек», 4 ғинуар 2010. Германия Федератив Республикаһы төп партнёр-
286