Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 287


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФЕКЕР АЛЫШЫУ
ҙарҙың береһе һанала. «Йәшлек», 24 июль 2010.
ФЕДЕРАЦИЯ [лат. foederatio ‘берекмә’] (Р.: федерация; И.: federation; T.: federasyon) и.
1. Билдәле юридик һәм сәйәси үҙаллылыҡҡа эйә булған дәүләттәр берләшмәһенән торған дәүләт ҡоролошо, шулай уҡ шундай ҡоролоштағы дәүләт. □ Федерация. / Федеративный. Рәсәй Федерацияһы. Федерация башланғыстарында. ■ Тәугеләрҙән булып бындай килешеуҙәрҙе Татарстан менән Башҡортостан, һуңынан федерация субъекттарының яртыһынан куберәге төҙөй. «Йәшлек», 1 апрель 2010.
2. Йәмғиәт ойошмалары берекмәһе; союз. □ Федерация. / Федеративный. Футбол федерацияһы. Профсоюздарҙың бөтә донъя федерацияһы. ■ Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли көрәш федерацияһы, милли көрәштең географияһын киңәйтеуҙе, абруйын уҫтереуҙе төп маҡсат итеп ҡуйып, ошо йунәлештә эш алып бара. «Киске Өфө», № 63, 2009.
ФЕЕРИК (Р.: феерический; И.: fairy-like; T.: olağanüstü) с.
Феерияға ҡоролған, феерияға нигеҙләнгән. □ Феерический. Феерик комедия. Феерик тамаша. Феерик шоу ҡарау.
ФЕЕРИЯ [фр. feerie < fee ‘фея’] (Р: феерия; И.: play, etc., based on a fairy-tale; T.: masallara dayalı oyun) и.
1. театр. Ғәҙәттән тыш матур сәхнә йыһаздары талап итә торған әкиәти сюжетлы сәхнә әҫәре. □ Феерия (жанр театрального представления). Феерия ҡуйыу. Феерия ҡарау.
2. Иҫ китмәле матур тамаша, әкиәти күренеш. □ Феерия. Ай яҡтыһында ябай урман серле феерияға әйләнә.
ФЕЙЕРВЕРК (фейервергы) [нем. Ғеиег-werk\ (Р: фейерверк; И.: firework; T.: havai fişek gösterisi) и.
Пиротехникала ҡулланылған тиҙ ҡабы-ныусан, сәсрәп яныусан ҡатышма һәм уны яндырғанда барлыҡҡа килгән төрлө төҫтәге осҡонло уттар. □ Фейерверк. Фейерверк һатыу. Байрам фейервергы. ■ Тышта бер-
бер артлы фейерверктар аттыра башланылар. Р. Сабитова.
ФЕКЕР [ғәр. j£â] (Р: мышление; И.: thinking; T.: fikir) и.
1. фәлс. Объектив ысынбарлыҡтың аңда сағылышы. □ Мышление. ■ Кешенең фекере фәҡәт тел аша, телмәр аша, йәғни һуҙ, һуҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр аша ғына тыңлаусыға аңлайышлы бер хәлгә килә. Ж. Кейекбаев. Был заманда техник фекер, бәлки, йыш ҡына төҙөу темпын уҙып алғараҡ китә торғандыр, был бик ябай хәл! Ә. Бикчәнтәев. Бында, башҡорт ерендә, уның [Сергейҙың] куп нәмәгә куҙе асылды, рухы ҡанатланды, фекере нығыны. А. Абдуллин.
2. Башта тыуған уй. □ Мысль. Ҡыҙыҡлы фекер. ■ Бигерәк тә элек-электән һуҙҙәргә, уларҙың яңғырашына, мәғәнәһенә артыҡ иғтибарлы ҡыҙҙың куңелендә улар [яңылыҡтар] яңы уй, яңы фекер уята, аңын сосландыра бара. 3. Биишева. «Ышанмайҙар!» — тигән фекер мейеһенә барып еткәс, донъяһын онотоп тыңлап торған малай ҡыҙарып-буртенеп китте. Ә. Бикчәнтәев.
3. Берәй нәмәгә ҡарата булған уй, ҡараш.
□ Мнение, точка зрения; взгляд на что-л. Фекерен әйтеу. Фекергә ҡушылыу. ■ Корбанов, Алмаев янына инеп, уҙенең кадрҙар тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашып сыҡты. Ғ. Аллаяров. Розаның фекере дөрөҫ булып сыҡты. С. Агиш. Ләкин буй еткән Герберт менән әсә араһында ҡырҡа фекер айырымлыҡтары башланған. Ә. Байрамов.
4. Теге йәки был әҫәрҙәге әйтергә теләгән төп уй; идея. □ Мысль, идея, замысел. Әҫәрҙең төп фекере. Романдың төп фекере.
ФЕКЕР АЛЫШЫУ (фекер алыш-) (Р: обмениваться мнениями, соображениями; И.: exchange opinions; T.: fikirleşmek) ҡ.
Ниндәйҙер мәсьәлә буйынса үҙ ҡарашыңды әйтеп, башҡалар менән кәңәшләшеү.
□ Обмениваться мнениями, соображениями. ■ [Ғата] буш булһа, .. Ҡуштирәктең куренекле эшмәкәре, колхоздың баш бухгалтеры Фәсхетдин Фәтхетдинович менән халыҡ-ара хәл тураһында фекер алыша. Ә. Хәкимов. Рафиҡ бер төркөм иптәштәре
287