Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 289


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФЕЛЬДШЕР
ФЕКЕР ТЫУҘЫРЫУ (фекер тыуҙыр-) (Р.: создавать мнение; И.: produce an opinion; T.: fikir oluşturmak) ҡ.
Айырым кешегә йәки нәмәгә ҡарата билдәле бер ҡараш тыуҙырыу, фекер уятыу. □ Создавать мнение. В Шағирә ябай ғына күренештәр аша уҡыусы күңелендә күп ҡырлы ассоциатив фекерҙәр тыуҙырыуға һәләтле. Ф. Күзбәков.
ФЕКЕРҺЕҘ (Р.: безыдейный; И.: having no idea; T.: fikirsiz) с.
Үҙ фекере булмаған, тәрән итеп уйламаған. □ Безыдейный. В Фекерһеҙерәк әҙәм балаһы ни ҡәҙәр ҡайғы-хәсрәт күрмәһен, әгәр бынан ҡотолһа, уларҙы бик тиҙ онота. М. Ғафури. Ә был [Интернет менән мауығыу] киләсәк быуындың рухһыҙ, фекерһеҙ, уйһыҙ, маҡсатһыҙ булып үҫеүенә алып киләсәк. «Киске Өфө», № 51, 2009.
ФЕКЕРҺЕҘ Л ЕК (фекерһеҙлеге) (Р: безыдейность; И.: lack of an opinion; T.: fikirsizlik) и.
Фекерһеҙ булыу хәле, төшөнсәһеҙлек, идеяһыҙлыҡ. □ Безыдейность; безрассудство, легкомыслие. В Үҙенең фекерһеҙлеге сәбәпле, .. һис кемдән шәфҡәт вә мәрхәмәт өмөт итә алмай ине [Ғәлә мулла]. М. Ғафури.
ФЕКЕР ЭЙӘҺЕ (Р: мыслитель; И.: thinker; T.: fikir adamı) и.
Тәрән итеп уйлай, төрлөсә фекер йөрөтә торған кеше. □ Мыслитель. В [Вәлиди менән Горький] илдәге ижтимағи хәл, шәр-ҡиәт, Көнсығыштың бөйөк фекер эйәләре, төрки мәҙәниәте хаҡында һөйләштеләр. Р. Байымов.
ФЕЛЬДМАРШАЛ [нем. Feldmarchall] (Р: фельдмаршал; И.: field-marshal; Т.: feldmareşal) и. хәрби.
1. Элекке Рәсәй армияһында генералға бирелгән иң юғары чин һәм шул чиндағы кеше. □ Фельдмаршал. / Фельдмаршальский. Фельдмаршал мундиры. В Фельдмаршал Кутузов — кенәз Волконскийҙың яҡын дуҫы. Я. Хамматов. [Пугачёв:] Алла һиммәте менән беҙ, Пётр өсөнсө император-батшаһына тоғро хеҙмәттәре өсөн старшина
Баҙарғол Юнаевҡа фельдмаршал тигән юғары чин бирәбеҙ. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ҡайһы бер сит илдәрҙең ҡоро ерҙә хеҙмәт итеүсе ғәскәрендә иң юғары хәрби дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Фельдмаршал. В Фашист ғәскәрҙәренең фельдмаршал фон Паулюс командалыҡ иткән 300 меңлек 6-сы армияһы ҡамалған ҡоршау эсендә тар-мар ителә. Р. Өмөтбаев.
ФЕЛЬДМАРШАЛЛЫҠ (фельдмаршаллығы) (Р: фельдмаршальство; И.: fieldmarshall’ office; T.: feldmareşallik) и.
Фельдмаршал дәрәжәһе. □ Фельдмаршальство, звание (положение) фельдмаршала. / Фельдмаршальский. В Был фельдмаршаллыҡ миҙалы ине, күрәһең. Ғ. Хөсәйенов.
ФЕЛЬДФЕБЕЛЬ [нем. Feldwebel] (Р: фельдфебель; И.: sergeant-major; T.: feld-febel) и. иҫк.
1. Октябрь революцияһына тиклем Рәсәй армияһында, шулай уҡ ҡайһы бер сит ил ғәскәрҙәренең пехота, артиллерия һәм инженерҙар ғәскәрҙәрендә өлкән унтер-офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Фельдфебель. / Фельдфебельский. Фельдфебель дәрәжәһе. В Кискә табан фельдфебель бөтә ротаны смотрға теҙҙе. А. Таһиров.
2. Эске тәртип һәм хужалыҡ эштәрендә рота командиры ярҙамсыһы. □ Фельдфебель. Фельдфебель итеп ҡуйыу. В Аҙ-маҙ уҡый-яҙа белгән һалдат булһа, тоталар ҙа ефрейтор яһайҙар, ефрейтор фельдфебелгә әйләндерелә. Б. Бикбай. Башта Фәтхи үҙенең боронғо армияла булыуын, фельдфе-белдәрҙең нисек итеп һалдаттарға яза биреүен, һуғыш башланыуын, фронтта булыуын .. һөйләне. А. Таһиров.
ФЕЛЬДШЕР [нем. Feldscher] (Р: фельдшер; И.: medical assistant; T.: sağlık memuru) и.
Махсус урта белемле медицина хеҙмәткәре; врач ярҙамсыһы. □ Фельдшер. / Фельдшерский. Фельдшерҙар курсы. Фельдшер пункты. Фельдшер булып эшләү. В Фельдшер, керләнеп бөткән бинтты һүтеп, яраһын ҡараны. Р. Солтангәрәев. Таң атыу
289