Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 290


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФЕЛЬДШЕРЛЫҠ
менән, фельдшер килеп етте. Р. Ханнанов. Ниндәй диагноз ҡуйҙығыҙ? — тип һорайым фельдшерҙан. В. Исхаҡов.
ФЕЛЬДШЕРЛЫҠ (фельдшерлығы) (Р.: фельдшерство; И.: doctor’s assistant office; T.: sağlık görevlisine ait iş) u.
Фельдшер булыу хәле, фельдшерға ҡараған. □ Фельдшерство. / Фельдшерский. Фельдшерлыҡҡа уҡып сығыу. Фельдшерлыҡ пункты. ■ Килене уны [Шәфҡиә әбейҙе] уҙенең фельдшерлыҡ дәуерендәге бөтә оҫталығын туплап дауалай. М. Садиҡова.
ФЕЛЬДЪЕГЕРЬ [нем. Feldjâger] (Р.: фельдъегерь; И.: courier; T.: askeri kurye) u.
Бик мөһим, йәшерен ҡағыҙҙарҙы тапшырыусы хәрби йәки хөкүмәт курьеры. □ Фельдъегерь. / Фельдъегерский. Фельдъегерь хеҙмәте. ■ Арып-талып Годьежица ауылына барып еткәс кенә, эргәһендә фельдъегерь менән берейторҙан башҡа кеше юҡлығына ғәжәпләнеп, көс-хәл менән һораны [Рәсәй императоры]. Я. Хамматов. Уны [телеграмманы] өйәҙ менән волость араһында йөрөгән сапҡынсы фельдъегерь, ҡултамға һалдырып, төндә тапшырып китте. Р. Өмөтбаев.
ФЕЛЬЕТОН [фр. feuilleton] (Р: фельетон; И.: satirical article; T.: yermeli fıkra) и.
Тормоштағы етешһеҙлек һәм насарлыҡтан көлөп, фашлап яҙған гәзит йәки журнал мәҡәләһе. □ Фельетон. / Фельетонный. Гәзиттәге фельетон. Фельетон яҙыу. Фельетон уҡыу. Фельетон жанры. ■ Исҡужин, был фельетонды уҡығас, тәуҙә ни эшләргә белмәй ултырҙы. Ә. Вәли. Редакцияла фельетонды йылы ғына ҡаршыланылар. В. Исхаҡов.
ФЕЛЬЕТОНСЫ (Р: фельетонист; И.: composer of satirical articles; T.: yermeli fıkra yazarı) u.
Фельетон яҙыусы. □ Фельетонист. Фельетонсы ижады. Фельетонсылар йыйылышы.
ФЕЛӘК (феләге) [рус. фляга] и. һөйл. ҡар. фляга 1. ■ Тарттырып бәйләнгән ап-аҡ алюмин феләк балҡып ултыра. Й. Солтанов. [Кыҙҙар:] Килтергәндә [һыуҙы] феләккә тултырып ҡуябыҙ, ашҡа шуны тотонабыҙ. Р. Солтангәрәев.
ФЕМИНИЗМ [лат. femina ‘ҡатын-ҡыҙ’] (Р: феминизм; И.: feminism; T.: feminizm) и.
Ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән бер тиң хоҡуҡ биреүҙе талап иткән ағым. □ Феминизм. ■ Тотош донъя буйынса ҡыҙ-ҡатын азатлығы өсөн көрәшкән феминизм тигән хәрәкәт бар. Ә. Үтәбай.
ФЕМИНИСТ (феминисы) [лат. femina ‘ҡатын-ҡыҙ’] (Р: феминист; И.: feminist; T.: feminizm yanlısı) и.
Феминизм яҡлы кеше. □ Феминист, феминистка. Феминистар йыйылышы.
■ Феминистар хәрәкәтенең уңышлы икенсе тулҡынынан һуң, матурлыҡ тураһындағы миф ҡатын-ҡыҙҙы тормоштоң барлыҡ кимәлдәрендә лә көсһөҙләндереу өсөн камиллаштырыла. «Киске Өфө», № 8, 2013.
ФЕН [ингл. fan] (Р: фен; И.: fan; T.: saç kurutucusu) и.
Сәс киптергес прибор. □ Фен. Фен сәсте ҡорота. Яңы фен һатып алыу.
ФЕНИКС [гр. phoinix] (Р: феникс; И.: phoenix; T.: feniks) и.
1. миф. Ҡайһы бер боронғо халыҡтар мифологияһында үҙен үҙе яндырып, көлөнән яңынан тыуыу һәләтенә эйә булған ҡош. □ Феникс. Фениксҡа әйләнеу. ■ Шул ҡыҫҡа мәл бөтәһен дә хәл итте: балерина партерҙағы таныш ултырғыстан тура уҙенә йунәлтелгән утлы ҡарашҡа сумды, дөрләп китеп йәпләнде, кәлдән ҡалҡынған феникс-ҡоштай тылсымланып талпынды. Й. Солтанов.
2. астр. Көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан йондоҙлоҡ. □ Феникс. Феникс йондоҙлоғо. Фениксты куҙәтеу.
ФЕНОЛ [гр. рһагпо ‘яҡтыртам’ + лат. ol ‘май’] (Р.: фенол; И.: phenol; T.: fenol) и. хим.
Бензолдан алынған, медицинала антисептика һәм дезинфекция өсөн ҡулланылған органик берләшмә; карбол кислотаһы. □ Фенол. / Феноловый. Фенол ыҫмалалары.
■ Йәшәу өсөн дарыу кәрәк, дарыу етеште-реугә фенол талап ителә, ә әлеге шарттарҙа һуңғыһын етештереуҙе дауам итһәң — йәшәмәҫкә, ғумерҙе ҡыҫҡартырға кәрәк. Д. Бүләков. Был минуттарҙа Закиров
290