ФЕНОМЕНОЛОГИЯ
аппараттар эсенән ағылған изопропилбен-золдың ҡатмарлы юлын һәм уның фенолға әйләнеү процестарын күргәндәй булды. Ә. Байрамов.
ФЕНОЛЛЫ (Р.: феноловый; И.: phenol; T.: fenollu) с. хим.
Фенолға бәйле, фенолы булған. □ Феноловый. Феноллы һыу.
ФЕНОЛОГ [рус.] (Р.: фенолог; И.: phenologist; T.: fenoloji uzmanı) и.
Фенология буйынса белгес. □ Фенолог. ■ Гәзиттә фенолог күҙәтеүҙәре, ырымдар, фараздар менән мәҡәләләр күренә башлауы ҡыуаныслы булды. «Киске Өфө», № 5, 2011.
ФЕНОЛОГИК (Р: фенологический; И.: phenological; T.: fenolojik) с.
Фенологияға мөнәсәбәтле. □ Фенологический. Фенологик күҙәтеүҙәр. Фенологик календарь.
ФЕНОЛОГИЯ [гр. phainomena ‘күренеш’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: фенология; И.: phenology; T.: belirti bilimi) и.
Тәбиғәтте, үҫемлек һәм хайуандар тормошондағы күренештәрҙе йыл миҙгелдәренең алышыныуына бәйләп өйрәнә торған фән. □ Фенология. / Фенологический. ■ Фенология үҫемлек һәм хайуандар донъяһының миҙгел күренештәрен, шулай уҡ ҡар ятыу һәм иреү ваҡытын, тәүге һәм һуңғы ҡырауҙарҙы, йылғаларҙы боҙ ҡаплау һәм һыу ҡайтыуҙы өйрәнә, теркәй. «Киске Өфө», №52, 2011.
ФЕНОМЕН [гр. phainomena ‘күренеш’] (Р: феномен; И.: phenomenal occurence person; T: fenomen, olay) u.
Ғәжәп күренеш йәки кеше, ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиға. □ Феномен. ■ Мин йыш ҡына уларға [студенттарға] Әхмәт Лотфуллин-дың картиналары хаҡында һөйләйем, үҙем аңлағанса уның феноменын асырға тырышам. Ә. Әминев. Тарихлпа һис тиңе булмаған ғәҙәттән тыш күренеш бит ул башҡорт феномены, башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәше! Й. Солтанов.
ФЕНОМЕНАЛИЗМ [рус.] (Р: феноменализм; И.: phenomenalism; T.: fenomelizm) и.
Танып белеү объекты итеп кеше аңы тик феномендарҙы ғына ҡабул итә тип раҫлаусы
субъектив идеалистик принцип. □ Феноменализм. / Феноменалистский. Феноменализм тәғлимәте. Феноменализм идеялары. Феноменализм йүнәлеше яҡлылар.
ФЕНОМЕНАЛИСТ (феноменалисы) [рус.] (Р: феноменалист; И.: phenomenalist; T: fenomelist) и.
Феноменализм тарафтары. □ Феноменалист. Феноменалист булыу. Феноменалис-тарҙың төп тезистары.
ФЕНОМЕНАЛИСТИК (Р: феноменалистический; И.: phenomenalism; Т: fenomelizm) с.
Феноменализмға бәйле. □ Феноменалистический, феноменалистский. Феноменалистик тикшеренеү. Психологияла феномена-листик ысулды ҡулланыу. Мориц Шликтың феноменалистик анализы.
ФЕНОМЕНАЛЛЕК (феноменаллеге) (Р: феноменальность; И.: uniqueness; Т: benzersizlik) и.
Феноменаль, иҫ киткес, ғәжәп булыу хәле. □ Феноменальность. Әҫәрҙең феноменаллеге. Авторҙың феноменаллеге — уның киң ҡарашлы булыуында.
ФЕНОМЕНАЛЬ (Р: феноменальный; И.: phenomenal; T: benzersiz, müstesna) с.
Һирәк осрай торған, иҫ киткес, ғәжәп итерлек булған. □ Феноменальный. Феноменаль ҡомартҡы. Феноменаль хәтер. ■ XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын академик Любавский юҡҡа ғына «тарихтағы феноменаль күренеш» тип атамағандыр. «Киске Өфө», № 22, 2009.
ФЕНОМЕНОЛОГИК (Р: феноменологический; И.: phenomenological; T: feno-menolojik) с. фәлс.
Феноменологияға бәйле. □ Феноменологический. Феноменологик мәктәп.
ФЕНОМЕНОЛОГИЯ [гр. phainomena ‘күренеш’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: феноменология; И.: phenomenology; T: fenomenoloji) и. фәлс.
Гегелдең идеалистик фәлсәфәһендә: фәндең, фекерләүҙең тарихи формаларының үҫешен абсолют белемгә нигеҙләнеп өйрәнгән тәғлимәт. □ Феноменология. / Феноменологический. М Бер төркөм философик
291