ФЕОДАЛ
ҡарашлы ғалим аңды феноменология күҙлегенән өйрәнергә баҙнат итә. «Киске Өфө», № 41, 2011.
ФЕОДАЛ [урта лат. feodalis} (Р.: феодал; И.: feudal; T.: feodal) и. тар.
Эре ер биләүсе. □ Феодал. / Феодальный. М Баш күтәреүселәр батша яҡлы феодалдарға һөжүм итә, йорт-ҡураһын туҙҙыра, мөлкәтен талай. Ғ. Хөсәйенов.
ФЕОДАЛИЗАЦИЯ [лат. feodalis} (Р.: феодализация; И.: feudalization; T.: feodali-zasyon) и.
Феодализмдың формалашыу процесы.
□ Феодализация. Европола феодализация процесы бер нисә быуат дауамында бара. Феодализацияға дусар итеү.
ФЕОДАЛИЗМ [лат. feudum} (Р: феодализм; И.: feudalism; T.: feodalizm) и.
Феодалдарҙың капитализмға тиклемге осорҙа етештереү сараларына тулыһынса, ер биләүсе крәҫтиәндәргә өлөшләтә хужа булыуына нигеҙләнгән ижтимағи ҡоролош.
□ Феодализм. / Феодальный. Феодализм ҡоролошо. Феодализм дәүере. Феодализм ҡалдыҡтары. Көнбайыш Европа феодализмы. * Феодализмдан капитализмға күскәндә хөкөм йөрөтөүсе ҡатламдарҙың төп йөкмәткеһен ихтыяж менән нәфсе араһындағы урталыҡ билдәләһә, нәфсе капитализмдың .. төп сифатына әүерелә. М. Хужин.
ФЕОДАЛЬ (Р: феодальный; И.: feudal; T.: feodal) с.
Феодализм принциптарына нигеҙләнгән.
□ Феодальный. Феодаль ҡоролош. Феодаль дәүләт. Ваҡ феодаль хужалыҡ. М Иҫке феодаль традициялар емерелеп, ижтимағи фекер майҙанына буржуаз яңылыҡтар барлыҡҡа килгән осорҙа .. мәғәнәһеҙ йолаларҙы, дини фанатизмды яҡлап, тупаҫ һүҙҙәрҙе ҡысҡырыу менән генә сикләнгән Нурғәле мулланың ҡыланышы Аҡмулланың да асыуын ҡабартты. Я. Хамматов.
ФЕРЗЬ [фарс. JjJjâ ] (Р’ ферзь; И.: queen; T.: vezir, ferz) и. шахм.
Шахмат уйынындағы иң көслө фигура.
□ Ферзь. М Аҡ король ҡара ладья менән ҡара ферзь араһында бикләнгәс, ҡарап тороусы һалдаттарҙың барыһы ла ты
нып ҡалдылар. Ә. Бикчәнтәев. Голодяевский йөрөш яһай ҙа, ферзенең ашалырын күргәс, ҡапыл ырғып тора. Н. Ғәйетбай.
ФЕРМА I [фр. ferme < лат. firme ‘ныҡ итеп’] (Р.: ферма; И.: farm; T.: çiftlik) и.
1. Малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнгән хосуси йәки коллектив хужалыҡ, предприятие. □ Ферма. Ҡошсолоҡ фермаһы. Йылҡысылыҡ фермаһы. Ферма мөдире. Н [Гөлсәсәк] ферма мәшәҡәте менән ҡайҙалыр йөрөй булып сыҡты. Д. Исламов. [Ҡатындарҙан берәү:] Был Нурихановҡа әйтергә кәрәк, әгәр ул сусҡа улай юл баҫып йөрөй икән, бөтә фермабыҙ менән малын ташлап ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ. Д. Бүләков.
2. Шул хужалыҡ урынлашҡан йорт-ҡаралты. □ Ферма. Кирбестән һалынған ферма. ■ Рифаттың атаһы Раһип ағай ғүмер буйы фермала мал ҡарай. Р. Байбулатов. Тау аръяғында, Һаҡмар буйында, колхоздың фермалары, баҡсалары, умарталығы урынлашҡайны. 3. Биишева. [Халиҡ ҡарт:] Кешеләрҙе күсерербеҙ, ә бына фермалағы малдар менән ни эшләрбеҙ? Р. Байымов.
ФЕРМА II [фр. ferme} (Р: ферма; И.: girder; T.: konsol makası) и. тех.
Ҡорос терәктәрҙең остарын бер-береһенә беркетеп яһалған инженерлыҡ ҡоролмаһы. □ Ферма. Н Һыуға сумып ятҡан фермаларын өҫкә күтәрәләр күперҙәр. Ә. Вәли.
ФЕРМЕНТ [лат. fermentum ‘әсетке’] (Р.: фермент; И.: ferment; T.: enzim) и. биол., хим.
Күҙәнәктәрҙә барлыҡҡа килгән, матдәләр алмашыныуын тиҙләтә торған ҡатмарлы аҡһым матдә. □ Фермент. М Ферментер тигән ҙур һауыттарҙа ферменттар йоғонтоһонда бактериялар үрсетәләр. Р. Низамов. Яҙ аш һеңдереү системаһы әүҙемерәк эшләй, ә һаҡлаусы ферменттар аҙыраҡ бүленә. «Киске Өфө», № 17, 2009.
ФЕРМЕНТАЦИЯ [лат. fermentum ‘әсетке’] (Р: ферментация; И.: fermentation; Т.: fermentasyon) и. биол., хим.
Әсеү-күпсеү процесы. □ Ферментация. Сәй япраҡтарының ферментацияһы. Ферментация барышы.
292