Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 294


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФЕТНӘСЕЛ
Фетнәлә ҡатнашҡан кеше. □ Мятежник, бунтовщик; смутьян. Фетнәселәр тотолған.
■ Стәрлетамаҡ фетнәселәр ҡулында булғанлыҡтан, Ҡәнзәфәр унда бер нисә көнгә туҡталырға ҡарар итте. М. Ғиләжев. Тәуге йәмәғәтен егерме беренсе йылда фетнәселәр ултереп ташлағас, Бураншин куп йылдар буйҙаҡ йәшәй. Ә. Хәкимов.
ФЕТНӘСЕЛ (Р.: крикливый, скандальный; И.: scandalous; T.: kavgacı) с.
Тауыш сығарыусан, ғауғасыл. □ Крикливый, скандальный. Фетнәсел кеше.
ФЕТР [фр. feutre ‘кейеҙ’] (Р.: фетр; И.: felt; T.: fötr) и.
Яҡшы йөндән баҫылған юғары сифатлы йоҡа беше кейеҙ. □ Фетр. / Фетровый.
■ Өҫтөнө яңы костюм, башына фетр эшләпә кейгән Нәзиф килеп инде. Ғ. Лоҡманов.
ФЕХТОВАЛЬЩИК (фехтовалыцигы) [рус.] (Р: фехтовальщик; И.: fencer; Т.: eskrimci) и.
Фехтование менән шөғөлләнеүсе. □ Фехтовальщик. Фехтовальщиктар ярышы.
ФЕХТОВАНИЕ [нем. fechten} (Р: фехтование; И.: fencing; T.: eskrim) и. спорт.
Алышта рапира, шпага, ҡылыс ҡулланыу оҫталығын күрһәтеүҙән ғибәрәт спорт төрө. □ Фехтование. Фехтование буйынса ярыш.
■ Рәшит — Башҡортостандан иң берен-селәрҙән булып шпагаларҙа фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһында халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡан егет. «Йәшлек», 4 март 2010.
ФЕЯ [фр. fee < лат. fatum ‘тәҡдир’] (Р: фея; И.: fairy; T.: peri) и. миф.
Көнбайыш Европа мифологияһында тылсымсы ҡатын-ҡыҙ. □ Фея. Фея образы. М Тылсымлы әкиәттәр оҫтаһы Һанс Андерсен: «Минең тормошом — ваҡиғаларға бай, гузәл әкиәт ул. Минең юлымда фея осраны һәм мине изге юлдан уҙ артынан эйәртеп алып китте», — ти. Ғ. Хөсәйенов.
ФИАЛКА [лат. viola} и. һөйл. ҡар. миләүшә. Фиалка уҫтереу. Фиалка сәскәһе.
■ Булмә эсе ҡояш яҡтыһында ялт итеп тора, тәҙрә төбөндәге фиалкалар, ҡына гөлдәр сәскәгә кумелгән. Ф. Әсәнов.
ФИАСКО [ит. fiasco ‘шешә’] (Р: фиаско; И.: fiasco; T.: fiyasko) и.
Тулы уңышһыҙлыҡ. □ Фиаско. Фиаскоға осрау.
ФИБРА [лат. fibra} (Р: фибра; И.: fibre; Т: fiber) и. махс.
Тығыҙ итеп ҡыҫылған, химик юл менән эшкәртелгән ҡағыҙ массаһы (ғәҙәттә, сумаҙандар көпләу һәм изоляция өсөн ҡулланыла).
□ Фибра. / Фибровый. Фибра сумаҙан.
ФИБРИН [лат. fibra} (Р: фибрин; И.: fibrine; T: fibrin) и. физиол.
Ҡан ойоғанда барлыҡҡа килгән иремәй торған аҡһым матдә. □ Фибрин. / Фибриновый. Ҡанда фибриндың куп булыуы.
ФИБРОМА [лат.уйга] (Р: фиброма; И.: fibroma; T: fibrom) и. физиол.
Епсәле тоташтырғыс туҡыманан торған хәүефһеҙ шеш. □ Фиброма. Тән фибромаһы. Фиброма сығыу. Фиброма төрҙәре.
ФИГУРА [лат. figura ‘тышҡы ҡиәфәт’] (Р: фигура; И.: shape, figure; T: figür) и.
1. Ниндәйҙер нәмәнең, кешенең тышҡы рәүеше, күренеше. □ Фигура. ■ Беҙ һаламсы Маһи, Фәриҙә исемле ҡыҙҙарҙың һалам һәм туҙан эсендә тоноҡ фигураларын ғына куреп ҡалдыҡ. X. Ғиләжев. Өйҙән ҡатын-ҡыҙ фигуралары сығалар ҙа йәшеренәләр. А. Карнай.
2. мат. Яҫылыҡтың йомоҡ һыҙыҡ менән сикләнгән өлөшө, шулай уҡ билдәле бер рәүештә урынлашҡан нөктә, һыҙыҡ, яҫылыҡ һәм есемдәр йыйымы. □ Фигура. ■ Һурәт-тәрҙә палеолит дәуерендә ошо тарафтарҙа көн иткән кейек-ҡош, кешеләр, төрлө геометрик фигуралар төшөрөлгән. Ғ. Хисамов.
3. Ҡемдеңдер йәки нимәнеңдер хәрәкәт-ләнгәндәге йәки берәй эш башҡарғандағы (бейегәндә, конькиҙа шыуғанда һ. б.) торошо.
□ Фигура. ■ Правдин сәп тирәһендә яһаған пилотаж фигураларын һурәтләргә кереште, мауығып китеп, башын борғоланы, бөтә кәуҙәһен йә бер яҡҡа, йә икенсе яҡҡа янтайтты. А. Мағазов, һалдат турникҡа йылғыр ғына ырғып менә лә зырылдап әйләнә, әллә ниндәй фигуралар яһай. Н. Мусин.
294