Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 295


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФИДАИ
4. муз. Музыкаль әҫәрҙе биҙәй торған ритмик-мелодик элемент. □ Фигура. Ритмик фигура.
5. әҙ. Әҙәби телмәрҙең тәьҫир көсөн арттырыу өсөн ҡулланылған стилистик алым. □ Фигура. ■ Градация — фекер һәм тойғоларҙы үҫештә күҙ алдына баҫтырыу өсөн ҡулланылған иц уңайлы стилистик фигураларҙың береһе. К. Әхмәтйәнов.
6. Кеше йәки хайуандың сәнғәт әҫәрендәге һыны. □ Фигура. Монументаль фигура.
■ Һандыҡтарға .. ағастан яһалған, алтын пластинкалар менән ҡоршалған болан фигуралары, тиҫтәләгән киң ауыҙлы, йомро төплө ағас сеүәтәләр һалынған булған. Н. Мәжитов. Гамил тәүҙә балтаһы менән ағастың ҡабығын әрсене, ә Данир шунда уҡ ҡәләм менән үҙе яһаясаҡ фигураларҙы һыҙғыланы. Р. Байбулатов.
7. Әҙәбиәттә — яҙыусы, сәхнәлә актёр тарафынан тыуҙырылған образ, характер.
□ Фигура. ■ Тәжрибәле төҙөүсе Василий Дубов — пьесала үҙәк фигура. Ә. Сөләймәнов.
8. Кешенең тышҡы тән төҙөлөшө. □ Фигура. ■ Гөлбәҙәр, затлы күлдәк кейгәс, үҙенең айырыуса яҡшы булып күренгән матур фигураһына көҙгө алдында оҙаҡ һоҡланып ҡараны. Д. Исламов.
9. Үҙенсәлекле сифаттарға эйә булған, күренекле, йоғонтоло кеше. □ Фигура.
■ Сәхибгәрәй — Оло Аралыҡта алға китеүгә аяҡ салыусы төп фигура. И. Ғиззәтуллин. Бригадир — төҙөлөштә төп фигура! Ш. Янбаев.
10. шахм. Шахмат уйынында фил, ат, ладья, ферзь, королдең дөйөм атамаһы (пешканан башҡа). □ Фигура. Фил фигураһы. ■ Ул [Ярлыманов] аяҡ аҫтына килеп ингән шахмат фигураһын асыуланып өҫтәл аҫтынараҡ тибеп ебәрҙе лә бөршәйеп ултырҙы. Ә. Вәли.
ФИГУРАЛЫ (Р.: фигурный; И.: figure; T.: figürlü) с.
Төрлө фигура (3) менән башҡарылған.
□ Фигурный. ■ Быйыл фигуралы шыуыу менән ныҡлабыраҡ шөғөлләнергә ине уның [Әлмираның] ниәте. Р. Байбулатов.
ФИГУРИСТ (фигурисы) [рус] (Р: фигурист; И.: figure skater; T.: patinajcı) и.
Конькиҙа төрлө фигура (3) яһап шыуған спортсы. □ Фигурист. Фигуристар ярышы.
■ Танылған фигурист Алексей Ягудиндың тамырҙары Башҡортостанға, Баймаҡ районына килеп тоташа. «Йәшлек», 16 март 2010.
ФИҒЕЛ [ғәр. (Р: дело; действие; поступок; И.: business, cause; action; T: fiil) и.
1. Эш, хәрәкәт. □ Дело; действие; поступок. Кешенең фиғелен ҡарау. ■ Түрә тимә, ҡара тимә, фиғелен ҡара. Ҡай яман арғымаҡтан мәстәк уҙар. М. Аҡмулла.
2. Ҡылыҡ, холоҡ. □ Характер, нрав.
■ Йоҡлап ятҡан кешене үлтереү егетлек түгел, батырҙар фиғеле түгел. Әкиәттән. Аҡыл, фиғел һәм мөхәббәт тормошта көн дә кәрәк. Халыҡ йырынан.
ФИҒЕЛ-ҠЫЛЫҠ (фиғел-ҡылығы) и. йыйн. ҡар. фиғел 2. Фиғел-ҡылығы матур.
■ Бына ошо хәл [донъялағы үҙгәрештәргә өлгөрөргә кәрәклек], ҡеүәтле шарлама һымаҡ, кешенең уйын да, фиғелен-ҡылығын да, тойғо-хистәрен дә — һәммәһен дә өйрөлдөрә-өйрөлдөрә үҙенә тартып индерә. А. Мағазов.
ФИҒЕЛ-ХОЛОҠ (фиғел-холҡо) и. йыйн. ҡар. фиғел 2. ■ Йәшәү шарттары көндән-көн үҙгәрә, талап та ҡатылана, кеше киләсәккә күҙ төбәп, өмөтөн өҙмәй алға бара, әҙәмдең эсе-тышы менән бергә телмәре, аң даирәһе, фиғел-холҡо ла үҙгәрә, һөйләшебеҙҙә лә сит-ят һүҙҙәр күберәк яңғырай. «Ашҡаҙар», 24 октябрь 2010.
ФИҒЕЛҺЕҘ (Р.: безнравственный; И.: immoral; T: ahlaksız) с. иҫк.
Насар холоҡло; холоҡһоҙ. □ Безнравственный. Фиғелһеҙ кеше.
ФИДАИ [ғәр. ] (Р: беззаветно преданный; И.: selfless; T.: fidai) с. иҫк.
Йәнен фиҙа ҡылған (кешегә ҡарата). □ Беззаветно преданный; самоотверженный.
■ Ҡыуан ацлап, эй, Ватан, .. мендерербеҙ даныңды; беҙ фидаи һинең өсөн — йәшәтербеҙ намыңды! Ш. Бабич.
295