Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 297


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФИЗИОЛОГ
логтарҙан ғына тугел, физиктарҙан да уйҙың матди көскә эйә булыуы хаҡында йыш ишетергә мөмкин. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
ФИЗИК II (Р.: физический; И.: physic; T.: fizik) с.
1. Физикаға мөнәсәбәтле. □ Физический. Физик теория. М Бараһы районда бығаса ниндәй эҙләнеу эштәре үткәрелеүен, уларҙың һөҙөмтәһен, райондың географик хәлен, экономикаһын, шул туралағы геологик, физик, картографик мәғлүмәттәрҙе ныҡлап өйрәнделәр [геологтар]. Н. Мусин.
2. Физика өйрәнгән күренештәргә мөнәсәбәтле. □ Физический. Физик процесс. Тупраҡтың физик үҙенсәлеге. К [Кыҙ] ней-рондарҙағы физик тирбәлеш тураһында һөйләй алмай ҙа ҡуя, имтиханға яҡшылап әҙерләнмәгән. Р. Камал. Бында кристалл бөрсөктәрҙе берләштереп тороусы әсетке -тоноҡтарҙың физик торошо, ҡуйылығы, йәбешкәклеге, тип әйтәйекме, төп роль уйнайҙыр. «Киске Өфө», № 44, 2009.
3. Физика өйрәнеү өсөн кәрәк булған, тәғәйенләнгән. □ Физический. Физик приборҙар. М Математик һәм физик иҫәпләүҙәргә нигеҙләнгән хәрби инженерияны өйрәнгән фәндәр уға [Таһирға] бик ауырлыҡ менән бирелә. Р. Өмөтбаев.
ФИЗИК III (Р: физический; И.: physis; T.: fizik) с.
1. Кеше организмына, уның төҙөлөшөнә мөнәсәбәтле. □ Физический. ■ Физик көс һәм сыҙамлылыҡ яғынан Илдар ауылдашынан үҙенең әлегә ҡалышҡанын һиҙә. Р. Байбулатов. Саманан тыш физик арыу организмды тиҙ йонсота, ваҡытынан элек ҡартайта. Д. Исламов.
2. Мускул эшмәкәрлегенә мөнәсәбәтле. □ Физический. Физик тәрбиә. Физик хеҙмәт. ■ Юлай турниктан төштө лә иптәштәрен физик күнекмәләр яһарға өйрәтергә тотондо. И. Ғиззәтуллин. Файҙалы мауығыуҙар, физик эш менән шөғөлләнеү — ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-кисерештәрҙән ҡотолоу юлы ла ул. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010.
ФИЗИКА [гр. physike < physis ‘тәбиғәт’] (Р: физика; И.: physics; T.: fizik) и.
1. Материяның үҙенсәлеген, төҙөлөшөн һәм хәрәкәт итеү закондарын өйрәнә торған фән. □ Физика. Теоретик физика. М Бөгөн физика буйынса олимпиада булды. Р. Ғабдрахманов.
2. Ошо фәндең материялағы ниндәйҙер бер форманың дөйөм үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн өйрәнгән бүлеге. □ Физика. Атмосфера физикаһы. Диңгеҙ физикаһы. Ер физикаһы. Ш [Камил] СССР Фәндәр академияһының О. Ю. Шмидт исемендәге Ер физикаһы институты аспирантураһына йүнәлтмә ала. «Ағиҙел», № 10, 2013.
ФИЗИК ГЕОГРАФИЯ (Р: физическая география; И.: physical geography; T.: fiziki coğrafya) и.
Ер өҫтөн, уның тәбиғи шарттарын, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын өйрәнә торған фән. □ Физическая география. Физик географияны өйрәнеү.
ФИЗИК КУЛЬТУРА и. ҡар. физкультура. ■ [Мөдир] педагогия институтының физик культура факультетын бөтөп, район үҙәге мәктәбендә бер нисә йыл ғына эшләгән. Ә. Әминев.
ФИЗИК ХИМИЯ (Р: физическая химия; И.: physical chemistry; T.: fiziksel kimya) и.
Физика ысулдары ярҙамында химик күренештәрҙе өйрәнә торған фән. □ Физическая химия. Физик химия дәреслеге.
ФИЗИОГНОМИКА [гр. physis тәбиғәт’ + gnömön ‘белеүсе’] (Р: физиогномика; И.: physiognomy; T.: fizyonomi) и.
Йөҙҙөң хәрәкәттәренә, мимикаһына ҡарап, кешенең эске һәләтен билдәләү сәнғәте. □ Физиогномика. Физиогномика менән ҡыҙыҡһыныу. Физиогномика серҙәрен өйрәнеү.
ФИЗИОГНОМИСТ (физиогномисы) [гр. physis ‘тәбиғәт’ + gnömön ‘белеүсе’] (Р: физиогномист; И.: physiognomist; T.: fizyonomi uzmanı) и.
Физиогномика буйынса белгес. □ Физиогномист. Физиогномисҡа уҡыу.
ФИЗИОЛОГ [рус.] (Р: физиолог; И.: physiologist; T.: fizyoloji uzmanı) и.
297