ФИЗИОЛОГИК
Физиология буйынса белгес. □ Физиолог. ■ Стэнфорд университетының физиологтары юғары ҡан баҫымы менән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙарға көнөнә йәйәү йөрөүҙе 9700 аҙымға еткерергә ҡушҡан. «Киске Өфө», №49, 2011.
ФИЗИОЛОГИК (Р.: физиологический; И.: physiological; T.: fizyolojik) с.
1. Физиологияға мөнәсәбәтле. □ Физиологический. Физиологик тикшеренеүҙәр. Тикшеренеүҙең физиологик ысулдары. ■ Ауыр яралыларҙың ҡан тамырына физиологик шыйыҡса ебәреүсе өлкән сестраға ярҙамлашырға кәрәк. Ә. Байрамов.
2. Организмдың физиологияһына, уның йәшәү үҙенсәлегенә бәйле. □ Физиологический. Хайуандарҙың физиологик үҙенсәлектәре. Физиологик процесс. ■ Әсә кеше физиологик үҙенсәлектәре менән түгел, ә иң беренсе үҙенең рухи сифаттары менән айырылып тора. «Киске Өфө», № 12, 2011.
ФИЗИОЛОГИЯ [гр. physis ‘тәбиғәт’ + logos ‘фән’] (Р: физиология; И.: physiology; T.: fizyoloji) и.
1. Тән һәм тән ағзаларының тереклек функцияларын, тереклек эшмәкәрлеген өйрәнә торған фән. □ Физиология. / Физиологический. Дөйөм физиология. ■ Русса өйрәнеп алғас, Лоҡман анатомия, физиология буйынса китаптар ҙа уҡый башланы. Т. Ғарипова.
2. Тереклек функциялары, тереклек эшмәкәрлеге һәм шуларҙың закондары.
□ Физиология. Һулыш физиологияһы. Үҙәк нервы системаһының физиологияһы. ■ Өс көн буйы билдәле ғалимдар селекция, орлоҡсолоҡ, генетика, үҫемлектәрҙең физиологияһы .. әлкәһендә йәш селекционерҙар менән практик белемдәре һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. «Йәшлек», 29 июнь 2010.
ФИЗИОТЕРАПЕВТ (физиотерапевы) [рус.] (Р: физиотерапевт; И.: physical therapist; T: fizikçi) и.
Физиотерапия буйынса белгес, врач.
□ Физиотерапевт. Физиотерапевҡа консультацияға барыу. Физиотерапевт булып эшләү.
ФИЗИОТЕРАПЕВТИК (Р: физиотерапевтический; И.: physiotherapeutic; Т: fizyoterapi ile ilgili) с.
Физиотерапияға мөнәсәбәтле. П Физиотерапевтический. Физиотерапевтик процедура. Физиотерапевтик кабинет.
ФИЗИОТЕРАПИЯ [гр. physis ‘тәбиғәт’ + therapeia ‘дауалау’] (Р: физиотерапия; И.: physiotherapy; T: fizyoterapi) и.
Медицинала физик факторҙарҙың (яҡтылыҡ, йылылыҡ, электр һ. б.) организмға тәьҫир итеү көсөн өйрәнә торған бүлек, шулай уҡ ошо факторҙарҙың ауырыуҙарҙы дауалау һәм уларҙы булдырмау маҡсатында ҡулланылышы. □ Физиотерапия. / Физиотерапевтический. Физиотерапия ҡулланыу. Физиотерапия файҙаһы. ■ Әллә Фатихтың һүҙе фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килде — күп тә үтмәне, дауаханала физиотерапия бүлеге асылды ла яңы белгес килде. Г. Яҡупова.
ФИЗКУЛЬТУРА [рус. физическая культура] (Р: физкультура; И.: physical culture; T.: beden eğitimi) и.
Физик күнекмәләр ярҙамында тәнде нығытыу ысулы; физик культура. □ Физкультура. Дауалау физкультураһы. ■ Үҙе физкультура менән мауыҡҡан Тимер Янһа-ров физик яҡтан таҙа кешеләрҙе хөрмәтләй. Б. Бикбай. Ошо йылдарҙа взвод командиры Таһир Күсимов физкультура һәм спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Р. Өмөтбаев.
ФИЗКУЛЬТУРНИК (физкультурнигы) [рус.] (Р: физкультурник; И.: gymnast; Т.: sporcu, beden eğitimi öğretmeni) и.
Систематик һәм профессиональ рәүештә спорт менән шөғөлләнгән кеше. □ Физкультурник. Физкультурниктар ярышы. Физкультурниктар көнө. ■ Буран яҡшы физкультурник ине. Ә. Бикчәнтәев.
ФИЗОРГ [рус. физический организатор} (Р: физорг; И.: sports organizer; T.: beden eğitimi öğretmeni) и.
Физкультура эштәрен ойоштороусы. □ Физорг. Физорг булып йөрөү. Физоргтар ултырышы.
298