Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 299


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФИЛАРМОНИЯ
ФИКСАЖ [фр. fixage] (Р.: фиксаж; И.: fixer solution; T.: fiksaj) и.
1. фото. Асыҡланған фотоплёнканы йыуыу һәм ундағы һүрәтте нығытыу өсөн ҡулланылған химик иретмә. □ Фиксаж. Фиксаж һатып алыу.
2. Сәсте бөҙрәханала бөҙрәләткәндән һуң нығытыу өсөн ҡулланылған матдә. □ Фиксаж. Фиксаж менән нығытыу. Фиксаж ҡулланыу.
ФИКСАЖЛАУ (фиксажла-) (Р.: фиксировать; И.: fix; Т.: fiksaj yapmak) ҡ. фото.
Фиксаж (1) менән фотолағы һүрәтте нығытыу. □ Фиксировать. Фотоплёнканы фиксажлау.
ФИКСАТОР [фҫ>. fixateur] (Р: фиксатор; И.: stop; index pin; T.: kilit) и.
Нимәнеңдер өлөштәрен нығытыу, беркетеү өсөн хеҙмәт итеүсе деталь. □ Фиксатор. Фиксатор ҡуйыу.
ФИКТИВ (Р: фиктивный; И.: fictitious; T.: sahte) с.
Ысын булмаған, ялған, уйҙырма. □ Фиктивный. Фиктив капитал. ■ Бер нәмәгә ҡарамай маҡсатына ирешергә теләгән 18 йәшлек Софья Корвин-Круковская, һөҙөмтәлә, үҙенән һигеҙ йәшкә өлкән Владимир Ковалевский менән фиктив никахҡа инә. «Ағиҙел», № 9, 2010.
ФИКУС [лат. ficus] (Р: фикус; И.: ficus; T.: incir) и.
1. Тут ағастары ғаиләһенә ҡараған мәңге йәшел ағас. □ Фикус (лат. Ficus). Фикус тамыры. Фикус үҫеп ултыра.
2. Эре, оҙонса япраҡлы бүлмә гөлө. □ Фикус. Фикус үҫтереү. ■ Ҙур диван эргәһендә фикус үҫеп ултыра. Т. Арслан. Мөйөштәге тумбочка өҫтөндә тора торған ҙур фикус гөлө иҙәнгә ауып, сүлмәге ватылған. X. Мохтар.
ФИКҺЕ [ғәр. <ââ] (Р.: фикх; И.: fiqh; Т.: fıkıh) и. иҫк.
Ислам дине билдәләгән ижтимағи тәртип ҡағиҙәләре. □ Фикх (мусульманское право; мусульманское законоведение). Фикһе китабы.
ФИКЦИЯ [лат. fictio] (Р: фикция; И.: fiction; T.: fiksiyon) и.
Ысынбарлыҡтан йыраҡ булған, ләкин берәй маҡсат менән файҙаланыла торған уйҙырма хәл. □ Фикция. Вәғәҙәләрегеҙ — фикция!
ФИЛ I [фарс. (Да] (Р: слон; И.: elephant; T.: fil) и.
1. Тропик Африкала һәм Азияла үлән менән туҡланып йәшәгән, оҙон томшоҡло, ике оҙон ҡаҙыҡ тешле бик ҙур һөтимәр хайуан. □ Слон. Инә фил. Африка филе. һиндостан филе. ■ Ғәрәптә бер әкиәт бар: унда бер сысҡан филгә йәбешә, йәғни уның моронона керә. С. Агиш. • Боландыц — мөгөҙө, ғалимдың — һүҙе, филдец — теше, оҫтаның эше ҡиммәт. Мәҡәл.
2. күсм. Ҙур кәүҙәле кеше. □ Слон (о большом человеке). Филһең икән, ишеккә лә һыймайһың!
3. шахм. Шахмат фигураһы. □ Слон (шахматная фигура). Фил менән йөрөү. Филде ашау.
4. миф. Мифлаштырылған йән эйәһе. □ Слон. Ер фил өҫтөндә тора.
ФИЛ II (Р: островок; И.: islet; T: adacık) и. диал.
Бәләкәй утрау, арал. □ Островок, маленький остров. Филдәге тирәк.
ФИЛАНТРОП (филантробы) [гр. phi-lanthröpos] (Р: филантроп; И.: philanthropist; T.: filantrop) и.
Хәйер-саҙаҡа биреүсе, мохтаждарға ярҙам итеүсе кеше. □ Филантроп. ■ Филантроп Джон Говард, вегетариан булараҡ, лихорадка ҡоторған һәм үтә лә ныҡ бысранған һауалы торлаҡтарҙа һәм урындарҙа булып та үҙенең һаулығын һаҡлап ҡала алған. «Киске Өфө», № 3, 2010.
ФИЛАНТРОПИЯ [гр. philanthropies] (Р: филантропия; И.: philanthropy; Т: hayırseverlik) и.
Мохтажлыҡ кисереүселәргә ярҙам итеү, уларҙы яҡлау. □ Филантропия. Филантропия менән шөғөлләнеү.
ФИЛАРМОНИЯ [гр. phileö ‘яратам’ + harmonia ‘гармония, музыка’] (Р: филармония; И.: philharmonic society; T.: filarmoni) и.
299