Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 300


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФИЛАСЫЛ
1. Концерт биреү, музыкаль сәнғәтте популярлаштырыу эшен башҡарған ойошма йәки учреждение. □ Филармония. / Филармонический. Филармония артисы. Филармония концерты. М Филармонияныц ауылдарҙа йөрөй торған бригадаһы йыйнаҡ ҡына концерт бирҙе. Ә. Вәли. Бик хаҡлы рәуештә филармонияға атаҡлы композиторыбыҙ, бер нисә йылдар буйы филармонияныц художество етәксеһе булып эшләгән Хөсәйен Әхмәтов исеме бирелде. Н. Мусин.
2. Шул ойошма урынлашҡан бина. □ Филармония. Филармонияға барыу. ■ Башҡорт әҙәбиәтендә бына ошондай айырым бер урын биләгән оло яҙыусыныц хәтер кисәһе филармонияныц бәләкәй залында ғына уткәрелде. Н. Мусин.
ФИЛАСЫЛ [ғәр. JI ^] (Р.: в сущности; И.: in essence; T.: aslında) р. иҫк. кит.
Асылда, нигеҙҙә. □ В сущности, по сути, по существу. ■ Филасыл эшебеҙ даим һәләкәт, башыбыҙға килә төрлө фәләкәт. С. Яҡшығолов.
ФИЛАТЕЛИСТ (филателисы) [рус.] (Р: филателист; И.: stamp collector; T.: filate-list) и.
Филателия менән шөғөлләнгән кеше. □ Филателист. / Филателистический. Филателистар туцәрәге. Филателистар йәмғиәте.
ФИЛАТЕЛИЯ [гр. phileö ‘яратам’ + telos ‘һалым’] (Р: филателия; И.: philately; Т.: filateli) и.
Почта маркаларын, герблы маркаларҙы, маркалы һәм штамплы конверттарҙы йыйыу, өйрәнеү. □ Филателия. Филателия менән ҡыҙыҡһыныу.
ФИЛ АУЫРЫУЫ (Р: слоновость; И.: elephantiasis; T.: fil hastalığı) и. мед.
Аяҡтар ныҡ йыуанайыуынан ғибәрәт булған склероз ауырыуы; артыҡ йыуанайыу. □ Слоновость. Фил ауырыуынан дауалау. Фил ауырыуы менән интегеу.
ФИЛЕ [фр. filet] (Р: филе; И.: fillet; Т.: fileto) и.
һөйәкһеҙ һум ит. □ Филе. Филе алыу. Тауыҡ филеһы. ■ Әҙер филе өҫтөнә төрлө тәмләткестәрҙе, оҙонсалап туралған тат
лы боросто, ҡыҙҙырылған бәшмәкте, иц аҙаҡтан ваҡланған һарымһаҡты һалалар ҙа урама (рулет) итеп төрәләр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2008.
ФИЛЁНКА [нем. Füllung] (Р: филёнка; И.: panel; T.: bini) и. махе.
Бер төҫтө икенсеһенән айырыу өсөн һыҙылған тар һыҙыҡ. □ Филёнка. Стенаға филёнка һыҙыу.
ФИЛИАЛ [лат. filialis] (Р: филиал; И.: branch; T.: şube) и.
Ҙур предприятие, учреждение йәки ойошманың билдәле бер урындағы үҙ аллы бүлеге. □ Филиал. Музей филиалы. ■ Фәниә менән Салауат бынан ун биш көн генә элек Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ебәргән экспедициянан ҡайтҡайнылар. Ә. Вәли.
ФИЛОЛОГ [гр. phileö ‘яратам’ + logos ‘һүҙ’] (Р: филолог; И.: philologist; T.: filolog) и.
Филология буйынса белгес. □ Филолог. Филолог булыу. Ш Филологтар образдар менән фекер йөрөтһә, кинәйәләр менән эш итһә, математиктар логикаға таяна. Ә. Үтәбай.
ФИЛОЛОГИК (Р: филологический; И.: philological; T.: filoloji) с.
1. Филологияға бәйләнешле, филологияға ҡараған. □ Филологический. Филологик хеҙмәт. ■ Танылған уҡытыусы һәм ғалим
3. Ш. Шакиров вуз студенттарын уҙенец китаптары, методик ҡулланмалары менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, уларҙы тәрән филологик белемле һәм юғары методик мәҙәниәтле педагог итеп әҙерләп сығарыу өсөн дә куп көс һала. «Ағиҙел», № 11, 2011.
2. Филология ысулдарына нигеҙләнгән. □ Филологический. Филологик анализ. Я Етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа филологик тикшеренеуҙәр даирәһе тағы ла кицәйә, уткәндәргә һәм уҙ заманына бәйле фәнни эҙләнеуҙәр һан яғынан да, сифат яғынан да ҙур уҫеш ала. «Ағиҙел», № 5, 2012.
ФИЛОЛОГИЯ [гр. phileö ‘яратам’ + logos ‘фән’] (Р: филология; И.: philology; Т.: filoloji) и.
300