Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 301


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФИЛХӘЛ
Халыҡтың телендә һәм әҙәбиәтендә сағылған мәҙәниәтен өйрәнеүсе гуманитар фәндәр йыйылмаһы. □ Филология. / Филологический. Филология факультеты. М Башҡорт филологияһының аҡһаҡалы, билдәле ғалим һәм яҙыусы Ғ. Б. Хөсәйеновтың оҙайлы һәм куп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында уның юбилейҙары айҡанлы байтаҡ мәҡәләләр яҙылды. Г. Хөсәйенова.
ФИЛОСОФ [гр. phileö ‘яратам’ + sophia ‘тәрән аҡыллылыҡ’] (Р.: философ; И.: philosopher; T.: filozof) и. ҡар. фәйләсуф.
Философия буйынса белгес. □ Философ. Билдәле философ. Философ хеҙмәте. ■ Емеш мәшһур философтарҙың, бөйөк яҙыусыларҙың фекерҙәрен уҙенсә ҡыҫҡартып, һайлап, дәфтәренә яҙып алырға ла ярата ине.
3. Биишева.
ФИЛОСОФИК (Р.: философский; И.: philosophic; T.: felsefe) с. кит. ҡар. фәлсәфи.
1. Философияға (1) мөнәсәбәтле. □ Философский. Философик фекер. Философик ҡараш. Философик материализм. ■ Эйе, Емеште, бөтәһенән элек, кешелек тарихы ҡыҙыҡһындыра: кешеләр нисек йәшәгәндәр, нисек көрәшкәндәр, ниндәй философик ҡараштар булған... 3. Биишева. Мәңгелек философик категорияларҙың береһе булған матурлыҡ төшөнсәһе кешелек тормошоноң бөтә әлкәләрендә лә урын ала. Г. Хөсәйенова.
2. Донъяға ҡараш концепцияларын сағылдырған тәрән фекерле, фәлсәфәүи. □ Философский. Философик драма. Философик роман. Я Биишеваның ижады, жанрҙар буйынса нәҫер һәм хикәйәләрҙән — повестар-ға, шиғырҙарҙан — поэмаға, әкиәттәрҙән хикәйәттәргә һәм философик драмаға табан уҫә барып, төрлөләнде, байыҡты. Ә. Вахитов.
ФИЛОСОФИЯ [гр. phileö ‘яратам’ + sophia ‘тәрән аҡыллылыҡ’] (Р: философия; И.: philosophy; T.: felsefe) и. кит. ҡар. фәлсәфә.
1. Тәбиғәт, йәмғиәт һәм фекер үҫешенең дөйөм закондары тураһындағы фән. □ Философия. Боронғо философия. Философия
тарихы. ■ Ниғмәтуллин тарих, философия фәндәрен һыу урынына эсә. С. Поварисов.
2. Айырым бер ғалимдың философик тәғлимәте. □ Философия. Гегель философияһы. Сократ философияһы.
3. Ниндәйҙер бер фәндең нигеҙен тәшкил иткән методологик принциптар. □ Философия. Математика философияһы. Я Философ Д. Вәлиев хоҡуҡ философияһы хаҡында куп яҙҙы. «Йәшлек», 4 ғинуар 2010.
ФИЛ РӘНЙЕҮЕ (Р: искривление позвоночника; И.: spine distortion; T.: kambur çıkarma) и. миф.
Арҡа сығыу. □ Искривление позвоночника. ■ Арҡа сығыу ауырыуын фил рәнйеуе тиҙәр. Ф. Хисамитдинова.
ФИЛТӘ [рус. фитиль} (Р: фитиль; И.: wick; T.: fitil) и.
Йылыта йәки яҡтырта торған приборҙарҙа яныу өсөн ҡуйылған тар ғына туҡыма киҫәге, таҫма, шнур; милтә. □ Фитиль. / Фитильный. Филтә көйөгө. Я Сәруи лампаны яңынан яндырайым тиһә, филтәһе менән еҙҙе таба алмай. М. Ғафури.
ФИЛУАҠИҒ [ғәр. £*UM] (Р: на деле, в действительности; И.: actually; T.: filvaki) р. иҫк. кит.
Ғәмәлдә, ысынбарлыҡта, ысынында. □ На деле, в действительности. Я Филуаҡиғ беҙ икебеҙ бер ишлебеҙ. С. Яҡшығолов.
ФИЛУМЕНИЯ [гр. philos ‘яратыу’ + лат. lumen ‘ут’] (Р: филумения; И.: phillu-meny; T.: kibrit ve kibrit kutusu koleksiyonculuğu) u.
Шырпы ҡаптарын, уларҙың этикеткаларын йыйыу шөғөлө. □ Филумения. Филумения менән ҡыҙыҡһыныу.
ФИЛҮР (Р: платок (с крупным белым узором)', И.: kerchief with a pattern; T.: beyaz desenli başörtüsü) и. һөйл.
Эре аҡ биҙәкле яулыҡ. □ Платок (с крупным белым узором). Буләккә филур алыу. Филур ябыныу.
ФИЛХӘЛ [ғәр. Jladl ^] (Р: тут же; И.: instantly; T.: filhal) р. иҫк. кит.
Шунда уҡ, бик тиҙ. □ Тут же; тотчас. ■ Беҙҙе курһә, филхәл улар ҡаса башлай, яҡ-яғына ҡарай-ҡарай ҡырын-ярын. С. Яҡшығолов.
301