Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 302


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФИЛЬМ
ФИЛЬМ [ингл. yz/w] (Р.: фильм; И.: film; Т.: film) и.
Экранда күрһәтеү өсөн киноға төшөргән әҫәр. □ Фильм. Документаль фильм. Нәфис фильм. Фильм ҡарау. ■ Экранға төбәлеп, донъяһын онотҡандай ҡарап ултырҙы ултырыуын Айнур, ләкин фильмдың айышына саҡ ҡына ла төшөнмәне. Н. Мусин. Зимфира кисә генә ҡарап ҡайтҡан фильм хаҡында һөйләй башланы. Ә. Бикчәнтәев.
ФИЛЬМОСКОП (фильмоскобы) [ингл. film + гр. skopeö ‘ҡарайым’] (Р.: фильмоскоп; И.: filmstrip projector; T.: şerit-filim projektörü) и.
Диафильмдың хәрәкәтһеҙ һүрәттәрен окуляр аша йәки экранға төшөрөп ҡарау өсөн хеҙмәт иткән аппарат. □ Фильмоскоп. Фильмоскоптан ҡарау. Фильмоскоп ҡороу.
ФИЛЬМОТЕКА [ингл. film + гр. theke ‘һаҡлағыс’] (Р: фильмотека; И.: film collection; T.: filmotek) и.
Кинотаҫмаларҙы йыйып һаҡлау урыны һәм уларҙың йыйынтығы. □ Фильмотека. Бай фильмотека. М [Сибәр:] Хәҙер ук прокаттан, фильмотеканан һуғыш йылдарына ҡағылған документаль ленталарҙы алығыҙ. М. Ғиләжев.
ФИЛЬМОФОН [ингл. film + гр. рһо-пё ‘тауыш’] (Р: фильмофон; И.: filmophone; T.: sesi kaydetme cihazı) и.
Тауышты кинотаҫмаға яҙыу һәм тыңлатыу өсөн хеҙмәт иткән аппарат. □ Фильмофон. Фильмофондан тыңлау. Фильмофонға яҙҙырыу.
ФИЛЬТР [фр. filtre] (Р: фильтр; И.: filter; T.: filtre) и.
1. Шыйыҡлыҡ һәм газды кәрәкмәгән ҡушымталарҙан таҙарта торған ҡулайлама йәки матдә; һөҙгөс. □ Фильтр. Ҡом фильтры. Селтәрле фильтр, һыуҙы фильтр аша уткәреу. ■ Бассейнға килгәнгә тиклем һыу, йылытылып, дурт баҫҡыслы фильтр аша таҙартыла. «Табын», 26 ғинуар 2013.
2. махс. Нур, электр ағымы йәки башҡа нәмәне тота, кәметә торған ҡулайлама. □ Фильтр. Яҡтылыҡ фильтры. Тауыш фильтры. Акустик фильтр. М Ғалимдарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был проблема
ны лазер курһәткес таяҡтарына инфраҡыҙыл нурҙарҙан фильтр ҡуйып хәл итеп була. «Киске Өфө», № 38, 2010.
ФИЛЬТРАТ [нем. Filtrat] (Р.: фильтрат; И.: filtrate; T.: süzüntü) и.
Фильтр аша үткәрелгән шыйыҡлыҡ, һөҙмә. □ Фильтрат. Фильтрат ҡойоу. Фильтрат алыу.
ФИЛЬТРАЦИЯ [фр. filtre] (Р: фильтрация; И.: filtration; T: süzme) и.
Фильтр аша үткәреү процесы. □ Фильтрация. Һыу фильтрацияһы. Тауыш фильтра-цияһы.
ФИЛЬТРЛАНЫУ (фильтрлап-) ҡ. төш. ҡар. фильтрлау, страд, от фильтрлау. Фильтрланған һыу. Фильтрланған шыйыҡлыҡ.
ФИЛЬТРЛАУ (фильтрла-) (Р: фильтровать; И.: filter; T.: filtreden geçirmek, süzmek) ҡ.
Фильтр аша үткәреү; һөҙөү. □ Фильтровать. // Фильтрация. Һыуҙы фильтрлау. Фильтрлау ҡулайламаһы.
ФИЛЬТРЛЫ (Р: фильтровый; И.: filter; T.: süzülen) с.
Фильтры булған. □ Фильтровый. Фильтрлы конденсатор.
ФИМИАМ [гр. thymiama < thymiaö ‘яндырам, тартам’] (Р: фимиам; И.: incense; Т.: günlük) и.
Хуш еҫле ыҫмала, ладан һәм уның төтөнө. □ Фимиам. Сиркәүҙә фимиам еҫе аңҡый. Фимиам яндырыу.
ФИН (Р: финн; И.: Finn; T.: Fin) и. этн.
Финляндияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (фин-уғыр телдәренең береһендә һөйләшә). □ Финн, финка. / Финский. Фин халҡы. Фин ҡыҙы. Фин теле. М Алыҫ Көнсығышта һуғыш бөтөүгә, финдар менән алыш башланды. «Ағиҙел», № 4, 2012.
ФИНАЛ [лат. finis] (Р: финал; И.: finale; Т.: final) и.
1. Нимәнеңдер аҙағы, һуңы. □ Финал. / Финальный. Ваҡиғаның финалы. ■ Батырҙарҙың хәле аяныслы, уларҙы алда фажиғәле финал көтә, тик улар сигенергә уйламай ҙа. Б. Рафиҡов.
302