Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 303


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФИН-УҒЫР
2. Бер нисә өлөштән торған музыкаль йәки театраль әҫәрҙең һуңғы өлөшө.
□ Финал. Симфония финалы. Фортепьяно өсөн яҙылған концерттың финалы. Операның финалын ҡарау.
3. Спорт ярыштарында, конкурстарҙа еңеүселәрҙе билдәләй торған һуңғы хәл иткес алыш. □ Финал. / Финальный. Финалға сығыу. Я Насибуллин егеттәре, сағыштырмаса еңел еңеүҙәргә ирешеп, финалға сыҡтылар. Н. Ҡотдосов.
ФИНАЛИСТ (финалисы) [рус.] и. ҡар. финалсы. Финалистар көс һынаша. Конкурстың финалистары иҫәбенә инеү.
ФИНАЛСЫ (Р: финалист; И.: finalist; T.: finalist) и.
Финалға (3) сыҡҡан ҡатнашыусы. □ Финалист. Финалсы булыу. Көрәштә фи-налсылар билдәләнде.
ФИНАНС [фр. finances] (Р.: финансы; И.: finance; T.: maliye) и.
1. Дәүләт йәки предприятие ҡарамағында булған аҡса һәм уны файҙаланыу системаһы.
□ Финансы. / Финансовый. Финанс министры. Дәүләт финансы. Финанс операцияһы. ■ Көрсөккә ҡаршы йүнәлтелгән 3 триллион һумдың яртыһынан күберәге илдең финанс системаһын нығытыуға китте. «Йәшлек», 1 май 2010.
2. һөйл. Аҡса. □ Финансы. / Финансовый. Финанс юҡ. Я Бары тик спектаклде сәхнәгә сығарыу ғына финанс яғынан ауырлашты. «Киске Өфө», № 20, 2009. [Ася Урманшина:] Хөкүмәт финанс бүлгән, эшләргә мөмкинлек тыуҙырған! Р. Камал.
ФИНАНСИСТ (финансисы) [рус ] (Р: финансист; И.: financier; T.: maliyeci) и.
Финанс эштәре буйынса белгес. □ Финансист. Я Хеҙмәт баҙарында иҡтисадсы-лар, бухгалтерҙар, юристар, финансистар, программистар, дәүләт һәм муниципаль тәьминәт буйынса белгестәр талап ителмәй. «Киске Өфө», № 43, 2010.
ФИНАНСЛАНЫУ (финанслап-) ҡ. төш. ҡар. финанслау, страд, от финанслау. Я Ижтимағи берекмәләр бойондороҡһоҙ, дәүләт тарафынан финансланмай. «Ағиҙел», № 12, 2011. Былтыр Башҡортостан
бюджетынан гематология бүлегендә асеп-тик блок асыу финансланғайны. «Йәшлек», 17 июль 2010.
ФИНАНСЛАУ (финансла-) (Р: финансировать; И.: finance; T.: finanse etmek) ҡ.
Аҡса, финанс менән тәьмин итеү. □ Финансировать. // Финансирование. Хужалыҡты финанслау. Яңы төҙөлөштө финанслау. Я Башҡорт хәрби шураһын һәм башҡорт корпусын финанслау туҡтатыла. Р. Байымов.
ФИНИШ [ингл. finish] (Р.: финиш; И.: finish; T.: finiş) и.
1. Тиҙлеккә үткәрелә торған спорт ярыштарының һуңғы өлөшө. □ Финиш. Финишты шәп үтеү.
2. Шул ярыш юлының һуңғы нөктәһе. □ Финиш. / Финишный. Финиш һыҙығы. Финишҡа етеү. Я Илдар финишҡа, хәле бөтмәгән спортсмен кеүек, ғәйрәтле генә килеп етте. Р. Байбулатов. Дуҫтарҙың өндә-үе, уларҙың көс биреүе арҡаһында финишҡа беренсе булып килде Фәһим. И. Ғиззәтуллин.
3. Нимәнеңдер һуңғы нөктәһе, һуңғы эта-бы. □ Финиш. Эштең финишына етеп килеү.
ФИНКА [рус.] (Р.: финка; И.: Finnish knife; T.: katlanır bıçak) и.
Ҡынға тығып йөрөтә торған ҡыҫҡа, ҡалын бысаҡ. □ Финка. Билгә финка тағыу. Я [Мараттың] ҡулында финка ялтлап китте, йөҙө йәмрәйеп, күҙендә хәтәр осҡондар һикереште. Ә. Хәкимов. Әлфиәнең финкаһы юҡ ине, шуға күрә ул автоматы менән генә командиры эшләгән хәрәкәтте ҡабатланы. И. Абдуллин.
ФИНСА (Р.: по-фински; И.: in Finnish; T.: Fince) р.
1. Фин телендә. □ По-фински. Финса һөйләшеү. Финса аралашыу.
2. Финдарға хас рәүештә. □ По-фински, как финны. Финса кейенеү. Финса бейеү.
ФИНТ [ит. fjnta] (Р.: финт; И.: razzle-dazzle; T.: hamle) и.
1. Хәйлә. □ Финт. Финт эшләү.
2. спорт. Ялған хәрәкәт. □ Финт. Футбол финты. Бокста финт эшләү.
ФИН-УҒЫР (Р.: финно-угры; И.: Finno-Ugrians; T.: Fin-Ugor) и.
303