ФИТРӘТ
ФИРҠӘТ [ғәр. J*] (Р.: разлука; И.: parting; T.: firkat) и. иҫк. кит.
Айырылышыу. □ Разлука. ■ Тыуған илдән айырып, фирҡәт утына һалдылар. Д. Юлтый.
ФИРҠӘҺЕҘ (Р.: беспартийный; И.: nonparty; T.: fırkasız) с.
Фирҡәлә (1) ағза булып тормаған.
□ Беспартийный. Фирҡәһеҙ кеше. ■ Партияла яңы «таҙартыу» башланғас, билдәле инде, фирҡәһеҙ белгестәр ҙә, ижад кешеләре лә иләктән үткәреләсәк. Ә. Хәкимов.
ФИРМА [мх. firma ‘имза’] (Р.: фирма; И.: firm; T.: firma) и.
1. Үҙ маркаһы менән тауар эшләргә һәм һатырға юридик хоҡуғы булған сауҙа йәки сәнәғәт предприятиеһы. □ Фирма. Фирма магазины. ■ Бөтә донъяла бик куп туристик фирмалар, ял итеу урындары бар. Н. Ғәйетбай.
2. кусм. һөйл. Ниндәйҙер билдәле компания етештергән юғары сифатлы әйбер.
□ Фирма. / Фирменный. Фирма алыу. Фирма кейеме.
ФИРҮЗ [фарс. (Р.: высокий; И.: high, tall; T.: finiz) с.
Бейеклеге менән өҫтөн булған, айырылып торған. □ Высокий. Мөһабәт фируз тауҙар. ■ Фируз ярлы һаҡмар буйында йәш дөйәләй уркәсләнеп торған Йыр тауы бар. Й. Солтанов.
ФИРҮЗӘ [фарс. ojjjjâ] (Р.: бирюза; И.: turquoise; T.: firuze) и. мин.
Зәңгәр йәки йәшкелт зәңгәр төҫтәге минерал, биҙәү әйбере эшләү өсөн ҡулланылған аҫыл таш. □ Бирюза. / Бирюзовый. Фирузә ҡашлы балдаҡ. ■ [Гөлйемештең] сулпыһы шәп ине: йәшелле-зәңгәрле нур балҡытҡан фирузә таштары тирәләй нескә генә көмөш ептәр сәскә булып һирпелә. Н. Мусин. • Фирүзә ташы — йөҙөк ҡашы. Әйтем.
ФИСГАРМОНИЯ [нем. Fisharmonium} (Р.: фисгармония; И.: harmonium; T.: harmonyum) и.
Яңғырашы менән органға оҡшаған баҫмаҡлы, тынлы музыка ҡоралы. □ Фисгармония. ■ Готлундтың бисәһе менән
Миллясондың ҡыҙы фисгармонияла яҡшы уйнайҙар ине. В. Исхаҡов.
ФИСКАЛ [лат. fiscalis} (Р.: фискал; И.: sneak; T.: mali) и.
1. map. XVIII быуатта Рәсәйҙә финанс һәм суд органдары эшен күҙәтеү хеҙмәтен үтәгән чиновник. □ Фискал. Фискал вазифаһын Пётр Беренсе индергән. Фискал ялыуы.
2. кусм. Ошаҡсы. □ Фискал. Фискал ялыуы.
ФИСКАЛЬ (Р: фискальный; И.: fiscal; T.: mali) с.
Ҡаҙна, бюджет үтәлешен тәьмин итеүсе (дәүләт органдарына ҡарата). ■ Фискальный. Фискаль хеҙмәт. Фискаль сәйәсәт.
ФИТОНЦИД [гр. phyton ‘үҫемлек’ + лат. caedere ‘үлтереү’] (Р.: фитонциды; И.: рһу-toncids; T.: fitonsid) и. махс.
Бактерияларҙы, микроскопик бәшмәктәрҙе үлтерә йәки уларҙың үҫеүен туҡтата торған, үҫемлектәр бүлеп сығарған биологик актив матдә. □ Фитонциды. Фитонцидтарҙың тәбиғәттәге роле. Фитонцидтар составы.
ФИТРӘТ I [ғәр. ûjSâ I (Р_: междуцарствие; И.: interregnum; T.: fetret) и. иҫк.
1. Ике батша араһындағы осор, тәхет буш ваҡыт. □ Междуцарствие. Фитрәт осорона инеү. ■ 1586 йылда Өфө указ буйынса ҡала булып, шул заман Мәскәүҙә батшалыҡта фитрәт булып һәм башҡорттар уны ишетеп, гәһедте боҙа башланылар. Был фитрәт заманынан башлап, афәткә ғәйепле баярҙарҙы, поляктарҙы һәм атҡыусы исемле ғәскәр халҡын нәфи әл-бәләд итеп ебәрә башланылар. М. Өмөтбаев.
2. кусм. Ниндәйҙер ҙур ике ваҡиға араһындағы осор. □ Период между двумя большими событиями. Фитрәт заманы.
ФИТРӘТ II [ғәр. ] (Р.: натура; И.: nature; T.: fıtrat) и. иҫк.
1. Кемдеңдер тыумышы, яратылышы. □ Натура. М Юҡ, Хәсән Ғәли, тамыр йәймәҫ татарға хеҙмәтең, эйе, һин ҡырғыҙға эшләш, сөнки ҡырғыҙ фитрәтең. Ш. Бабич.
2. Кеше ҡулы теймәгән тәбиғәт. □ Нетронутая природа. ■ Ул заманда ерҙә пак
305