ФИХАСИЛ
фитрәт ине, һәр әҙәмдә ҡарҙан аҡ кукрәк ине. Ш. Бабич.
ФИХАСИЛ [ғәр. (Р.: в итоге,
в результате; И.: as a result of; T.: sonuç olarak) р. иҫк. кит.
Һөҙөмтәлә, нәтижәлә. □ В итоге, в результате. ■ Фихасил бик аяныс, ҡурҡыныс хәл. С. Яҡшығолов.
ФИШКА I [рус.] (Р.: фишка; И.: chip; Т.: fiş) и.
Төрлө уйындарҙа очко һанау өсөн һөйәктән, ағастан һ. б. яһалған түңәрәк йә кубик.
□ Фишка. Фишка ташлау. Фишка ырғытыу.
ФИШКА II [рус.] (Р.: фишка; И.: pecularity; schtick; T.: özellik) и. һөйл.
Үҙенсәлек. □ Фишка. Эштең фишкаһы. һәр нәмәнең уҙ фишкаһы бар.
ФЛАГ [гол. vlag] (Р.: флаг; И.: flag; Т.: bayrak) и.
Төҫө һәм формаһы билдәләнеп, нимәнеңдер символы итеп ҡабул ителгән, ағасҡа йәки бауға беркетелгән, ғәҙәттә, герблы, эмблемалы туҡыма киҫәге; байраҡ. □ Флаг. Флаг элеу. ■ Улар [Буранбайҙар] сәй эсеп бөтөргә лә өлгөрмәнеләр, ҡапҡа төптәренә ҡыҙыл ситсалар, флагтар менән биҙәлгән машина килеп туҡтаны. Ф. Әсәнов. Бөтәһе лә полиция участкаһының тубәһендә елберләп торған флагты курҙеләр. Ә. Бикчәнтәев.
ФЛАГМАН [гол. vlagman} (Р.: флагман; И.: flagship; T.: bastarda) и. диңг.
1. Ҙур хәрби караптар берләшмәһенең (флот, эскадра) командующийы. □ Флагман. Флот флагманы. Флагман итеп тәғә-йенләу.
2. Шул командующийҙың карабы. □ Флагман. ■ Кумулятив йәҙрә тейгән флагман карап дөрләй ине. И. Ноғманов.
3. кусм. Алғы сафта барыусы; алдынғы.
□ Флагман. ■ Бәхтийәров .. Башҡортостан энергетикаһының флагманы буласаҡ Мәргән ГРЭС-ының нигеҙен һалыуға арналған тантаналы митингыны асыҡ тип иғлан итте. Ш. Янбаев.
ФЛАГШТОК (флагштогы) [гол. vlagstok} (Р.: флагшток; И.: flagstaff; T.: vardavele) и.
Флагты элә, күтәрә торған ҡолға. □ Флагшток. Флагштокҡа беркетеу.
ФЛАКОН [фр. flacon} (Р.: флакон; И.: flask; T.: şişe) и.
Ғәҙәттә, хушбуй һалынған бәләкәй шешә. □ Флакон. Бер флакон хушбуй. Флакон ҡапҡасы. ■ Индрилдың да бер флакон одеколоны йөрөй икән. Д. Юлтый.
ФЛАМАНД [фр. flamand} (Р.: фламандцы; И.: the Flemish; T.: Flaman) и. этн.
Франк, сакс һәм фриз кеүек герман ҡәбиләләренең тоҡомдары. □ Фламандцы. / Фламандский. Фламанд сәнғәте. Фламанд ерҙәре.
ФЛАМИНГО [лат. flamma ‘ялҡын’] (Р.: фламинго; И.: flamingo; T.: flamingo) и. зоол.
Тропик һәм субтропик илдәрҙә йәшәй торған оҙон муйынлы, оҙон аяҡлы, алһыу ҡауырһынлы һыу ҡошо (лат. Phoenicopteri-formes). □ Фламинго. Зоопаркта фламинголар куреу. Фламинго ҡанаты.
ФЛАНГ [фр. flanc] (Р.: фланг; И.: flank; T.: yan, kanat) и.
Ғәскәр сафының, стройҙың, фронттың һул йәки уң яҡ осо. □ Фланг. ■ Пасовтың ротаһы полктың уң флангыһына тура килде. X. Ғиләжев. Һул флангылағы мылтыҡ тауыштары яҡынлаша башлаған һымаҡ ишетелде. Я. Хамматов.
ФЛАНЕЛЬ [фр. flanelle} (Р.: фланель; И.: flannel; T.: fanila) и.
Йөнтәҫләнеп торған йомшаҡ йөн йәки кизе-мамыҡ туҡыма. □ Фланель. / Фланелевый. Фланелдән халат тегеу. Фланель кулдәк. ■ Залға ҡояштай балҡып, өҫтөнә яңы фланель халатын кейгән Мәулихә әбей, курешергә әҙерләгән ике ҡулын бер юлы һуҙып, килеп инде. М. Садиҡова.
ФЛАНЕЦ [нем. Flansch} (Р.: фланец; И.: flange; T.: flanş) и. тех.
Торбаларҙы, резервуарҙарҙы һәм башҡаларҙы тоташтыра торған яҫы ҡуласа йәки болттар ҡуйыу өсөн тишектәр ҡалдырылып эшләнгән диск. □ Фланец. Тимер фланец. Фланец ҡуйыу.
ФЛЕГМАТИК (флегматигы) [гр. phleg-та ‘лайла’] (Р.: флегматик; И.: phlegmatic person; T.: ağırkanlı) и.
Тыныс, вайымһыҙыраҡ, ауыр тәбиғәтле кеше һәм шундай кешегә хас сифат. □ Флег
306