Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 307


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФЛОРА
матик. / Флегматичный. Флегматик кеше. Флегматик холоҡло. Флегматик темперамент. Флегматик булыу. ■ Әҡлимә тыштан ғына ғәмһеҙ, флегматик куренә, ә эсендә океан саҡлы теләктәр йәшәй икән. И. Абдуллин.
ФЛЕЙТА [ит. flauto] (Р.: флейта; И.: flute; T.: flüt) и. муз.
Осон киңәйтеп, тишектәрен баҫмаҡлап, ҡурай һымағыраҡ итеп ағастан яһалған тынлы музыка ҡоралы. □ Флейта. Флейта тауышы. Флейта уйнау. Флейтала уйнаусы. я Ул [Әхмәтов] скрипка һәм фортепиано өсөн пьесалар, флейта өсөн баллада, романс һәм марштар яҙа. Ә. Вәли.
ФЛЕЙТАСЫ (Р.: флейтист; И.: flute player; T.: flütçü) и.
Флейтала уйнаусы. □ Флейтист. Флейтасы ҡыҙ.
ФЛЕКСИЯ [лат. flexio ‘бөгөл’] (Р.: флексия; И.: flexion; T.: çekim eki) и. гром.
һүҙҙе грамматик яҡтан үҙгәртә торған өлөшө; ялғау. □ Флексия. Эске флексия. Урыҫ телендә флексия.
ФЛЕКТИВ ТЕЛДӘР (Р.: флективные языки; И.: inflecting languages; T.: bükümlü diller) и. лингв.
Флексия ярҙамында грамматик формалар яһалған телдәр. □ Флективные языки. Флектив телдәрҙе өйрәнеу. Флектив телдәргә һинд-европа һәм семит-хәмит телдәре ҡарай. Флектив телдәр синтетик һәм аналитик төрҙәргә буленәләр.
ФЛЕШКА [ингл. flash] (Р.: флешка; И.: flash drive; T.: kalem bellek) и. һөйл. инф.
USB интерфейсы аша компьютерға һ. б. тоташтырыла торған мәғлүмәт һаҡлау, күсереү өсөн хеҙмәт итеүсе ҡоролма. □ Флешка, USB-флеш-накопитель. Флешкала һаҡлау. Флешканан кусереу. Я Мәғлумәттәрҙе махсус флешкаға йә хәтер картаһына яҙҙырып һаҡлау купкә ышаныслыраҡ. «Башҡортостан», 17 май 2016.
ФЛЕШМОБ [ингл. flashmob] (Р.: флешмоб; И.: flashmob; Т.: flash mob) и.
Алдан планлаштырылған күмәк кеше ҡатнашлығындағы акция (йәмәғәт урындарында йыйылышып бер төрлө хәрәкәттәр
башҡаралар). □ Флешмоб. Флешмобта ҡатнашыу. Флешмоб ойоштороу. ■ 1-се китапхана уҙенең «Төнгө китапхана »һын флешмобтан башлап ебәрҙе: унда ҡатнашыусылар «Йәшә, китап!» тигән плакат яҙылған һауа шарҙарын осорҙо. «Ашҡаҙар», 1 май 2013.
ФЛЁР [нем. Flor] (Р.: флёр; И.: tiffany; T.: ince kumaş) и.
1. Үтә күренмәле йоҡа, ғәҙәттә, ебәк туҡыма. □ Флёр. Флёр яулыҡ.
2. Нимәнелер ҡаплап торған пәрҙә. □ Флёр. Флёр ҡаплау.
ФЛИГЕЛЬ [нем. Flugel] (Р.: флигель; И.: outhouse; T.: kanat) и.
Оло йорттоң ишек алдына йәки уға төкәтеп һалынған ҙур булмаған өй. □ Флигель. Флигелдә тороу. ■ Больница флигелендәге булмәнең яңғыҙ ғына тәҙрәһенән төнгө ҡараңғылыҡты йыртып, ялтлап куренеп ҡалған шәм яҡтыһы [Абдрахмандың]йөрәген йылы хистәргә сорнап оҙатты. Р. Өмөтбаев.
ФЛИРТ [ингл. flirt] (Р.: флирт; И.: flirt; T.: flört) и.
Ғишыҡ уйыны, ҡылансыҡлыҡ, ҡыйшан-лаҡлыҡ. □ Флирт. Еңелсә флирт.
ФЛОКС [гр. phlox ‘ялҡын’] (Р.: флокс; И.: phlox; T.: alev çiçeği) и. бот.
Суҡ сәскәле, хуш еҫле баҡса гөлө. □ Флокс (лат. Phlox). Флокс сәскәһе. Баҡсаға флокс ултыртыу.
ФЛОМАСТЕР [ингл. flowmaster] (Р.: фломастер; И.: flowmaster; T.: keçe kalem) и.
Яҙыу, рәсем төшөрөү өсөн пластмасса корпус эсенә ҡуйы ҡара һалынған, күҙәнәкле үҙәк ҡуйылған яҙыу ҡоралы. □ Фломастер. Фломастер менән һурәт төшөрөу. Стена гәзитенең исемен фломастер менән яҙыу. ■ Һәр ҡатнашыусыға Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған туғанының исем-шәрифен, тыуған көнөн, хәрби дәрәжәһен, наградаларын 40 х 40 см ҙурлығындағы туҡымаға фломастер менән йә сигеп яҙырға кәрәк буласаҡ. «Ашҡаҙар», 10 апрель 2013.
ФЛОРА I [лат. Flora ‘алиһә исеме’] (Р.: флора; И.: flora; Т.: flora) и.
Билдәле бер урынға йәки геологик дәүергә хас үҫемлектәр донъяһы. □ Флора.
307