Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 308


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФЛОРА
Башҡортостан флораһы. Арктика флораһы. ■ Урман хужалығы министрлығы, республикабыҙҙың фаунаһын һәм флораһын ентекле өйрәнгәндән аҙаҡ, ҡайһы бер һығымталарға килде. Н. Мусин.
ФЛОРА II [лат. Flora ‘алиһә исеме’] (Р.: флора; И.: flora; Т.: flora)
Ниндәйҙер ағзала даими йәшәгән бактериялар. □ Флора. Ашҡаҙан флораһы. Патоген флора. ■ Биттәге һытҡылар эсәктәге флораның боҙолоуы тураһында һөйләй. «Йәшлек», 23 ғинуар 2010.
ФЛОРИН [ит. florino] (Р.: флорин; И.: florin; Т.: florin) и.
1252 йылда Флоренцияла сығарыла башлаған алтын аҡса. □ Флорин. Археологик эҙләнеүҙәр барышында флорин табыу.
ФЛОРИСТ (флорисы) [лат. Ғ1ога\ (Р.: флорист; И.: specialist in study of flora; T.: çiçekçi) и.
1. Флористика өлкәһендәге белгес. □ Флорист. Флорист мәктәбе.
2. Сәскә композициялары эшләүсе белгес. □ Флорист. ■ [Сәнәнең] һәнәре һирәк — флорист, ауылда уның ни хәжәте? Г. Яҡупова.
3. Үҙ әҫәрҙәрен кипкән үҫемлектәрҙән яһаусы рәссам. □ Флорист. Флорист булып эшләу.
ФЛОРИСТИКА (флористика) [лат. Flora] (P.: флористика; И.: study of flora; floristry; T.: floristik) u.
1. Ниндәйҙер илдең, урындың һ. б. флораһы тураһындағы фән. □ Флористика. Флористика менән шөғөлләнеү. Башҡортостан флористикаһы.
2. Төрлө тәбиғи материалдарҙан (сәскә, япраҡ, үлән, еләк, емеш, сәтләүек һ. б.) гөлләмә, композиция, панно, коллаж төҙөү сән-ғәте; үлән һүрәте сәнғәте. □ Флористика. Флористика мәктәбе. Профессиональ рәүештә флористика менән шөғөлләнеү.
ФЛОТ [гол. vloot] (Р.: флот; И.: fleet; Т.: filo, donanma) и.
1. Бер маҡсатҡа тәғәйенләнгән йәки эйәһе бер үк булған караптар төркөмө. □ Флот. Хәрби-диңгеҙ флоты. Сауҙа флоты. Йылға флоты. Һауа флоты.
2. хәрби. Хәрби караптарҙың ҙур берләшмәһе. □ Флот. Флот командующийы. ■ Балтик флоты бөтөнләйе менән тип әйтерлек юҡҡа сыҡты, ә ҡоро ер ғәскәрҙәре өлөшләтә ҡоралһыҙландырылды. И. Ноғманов.
ФЛОТАТОР [ингл. flotation] (Р.: флотатор; И.: flotation unit; T.: yüzen kimse veya şey) u. may.
1. Флотация процесында ҡулланыла торған руданың йәки минералдың исеме.
□ Флотатор. Аквариум өсөн флотатор.
2. Флотация буйынса белгес йәки байыҡтырыу фабрикаһындағы эшсе. □ Флотатор. Флотатор булып эшләү.
ФЛОТАЦИЯ [фр. flottation < flotter ‘йөҙөү’] (Р.: флотация; И.: flotation; T.: flotasyon) и. тау.
Файҙалы ҡаҙылдыҡты башҡа ҡатышмаларҙан айырып алыу өсөн руданы байыҡтырыу ысулы (был осраҡта ваҡланған ҡаҙылма байлыҡ өҫкә ҡалҡып сыға). □ Флотация. Флотация яһау.
ФЛОТИЛИЯ [kctv.flotilla] (Р.: флотилия; И.: flotilla; T.: filotilla) и.
1. Ниндәйҙер һыу бассейнына ҡараған хәрби караптар берләшмәһе. □ Флотилия. Балтика флотилияһы. Каспий флотилияһы. М Туптар атыу ы аҫтында йылғанан, каланчалар янынан, Пётр Алексеевич етәкселегендә флотилия һөжүмгә күсергә, ҡәлғәне һыуҙан ҡамарға тейеш. Ғ. Хөсәйенов.
2. Бер маҡсатҡа тәғәйенләнгән караптар төркөмө. □ Флотилия. Балыҡ тотоу флотилияһы. Кит аулау флотилияһы.
ФЛОТСЫ (Р.: флотский, служащий во флоте; матрос; И.: sailor; T.: bahriye neferi) и.
Хәрби диңгеҙ хеҙмәтендәге кеше; матрос.
□ Флотский, служащий во флоте; матрос. М Билдәле, диңгеҙҙә һәр флотсы аҙмы-күпме һәнәргә өйрәнә. А. Таһиров.
ФЛЮГЕР [нем. Flügel] (Р.: флюгер; И.: weather vane; T.: yelkovan) и.
1. Ел йүнәлешен күрһәтеү өсөн мачта йәки башҡа берәй бейек урынға ҡуйылған пластинка, уҡ, флаг һ. б. рәүешендәге әйләнеп тормалы ҡулайлама. □ Флюгер. Флюгер әйләнә. Кыйыҡҡа флюгер ҡуйыу. М [Сәлих:] Баҡсалағы флюгерҙы һағынам, әй... Флюгер
308