ФОКУС
һаман әйләнәме, әй? [Рәуф:] Әйләнә. Ел ҡайһы яҡтан иҫһә... Р. Ғабдрахманов.
2. кусм. Үҙенең ҡарашын йыш үҙгәртеүсе кеше. □ Флюгер.
ФЛЮОРЕСЦЕНЦИЯ [лат. fluor ағым ] (Р.: флюоресценция; И.: fluorescence; Т.: flüorışı) и. физ.
Яҡтыртыу тәьҫирендә ҡайһы бер матдәләрҙең нур сәсеүе. □ Флюоресценция. / Флюоресцентный. Аҫыл таштарҙың флю-оресценцияһы. Лазер флюоресценция.
ФЛЮОРОГРАФИК (Р.: флюорографический; И.: photofluorographic; T.: flurografi) с.
Флюорографияға бәйле, флюорография ысулы менән эшләнгән. □ Флюорографический. Флюорографик тикшеренеу утеу. Флюорографик ысул.
ФЛЮОРОГРАФИЯ [лат. fluor ‘ағым’ + гр. graphö ‘яҙам’] (Р.: флюорография; И.: fluorography; Т.: flurografi) и. махс.
Тән ағзаларын рентген нурҙары менән яҡтыртып, фотоплёнкаға төшөрөп алыуҙан ғибәрәт булған кеше һаулығын тикшереү методы. □ Флюорография. ■ Пенсионерҙарға бушлай флюорография утеу, ҡан баҫымын улсәу һәм электрокардиограмма эшләу мөмкинлеге биреләсәк. «Киске Өфө», № 40, 2011.
ФЛЮС I [нем. Fluss] (Р.: флюс; И.: dental abscess; T.: avurt şişmesi) и.
Боҙоҡ теш төбөндә барлыҡҡа килгән эренле шеш. □ Флюс. Флюстан интегеу. Флюсты дауалау.
ФЛЮС II [нем. Fluss] (Р.: флюс; И.: flux; T.: kaynak tozu) и. тех.
1. Рудалағы ҡатышмаларҙың тиҙерәк иреп, шлакка әйләнеүен тәьмин итеү өсөн ҡушылған матдә. □ Флюс. М Бына был эзбизташ — бик яҡшы флюс, ул рудала булған кәрәкһеҙ ҡушымталарҙы уҙенә ала. Ә. Вәли.
2. Паятлағанда, ҡурғаш ялатҡанда металды туттан, майҙан таҙартыу өсөн ҡулланылған матдә. □ Флюс.
3. Балсыҡтан яһаған нәмәләрҙе яндырғанда ҡулланылған матдә. □ Флюс.
ФЛЯГА [нем. Flasche] (Р.: фляга; И.: flask; churn; T.: matara) и.
1. Бер нисә күнәк һыйышлы, ауыҙы ныҡ итеп бикләнмәле, ике яҡтан тотҡалы һауыт. □ Фляга, һөт флягаһы, һыу флягаһы. ■ Май заводы янында шофёр Харрас ағай машинаһына буш флягалар тейәй. Р. Ғабдрахманов. Мөйөштә һыулы фляга ултыра. Ф. Туғыҙбаева.
2. Ғәҙәттә, билгә тағып йөрөтөлә торған, шыйыҡлыҡ һалыу өсөн эшләнгән ялпаҡ һауыт. □ Фляга, һалдат флягаһы. ■ Флягала һыу ҙа бөттө, бер банка ғына консерва бар. Ғ. Аллаяров. Әхтәм ҡабаланып билендәге флягаһын сисеп алды ла унан комиссарҙың ауыҙына һыу ҡоя башланы. В. Исхаҡов.
ФОБИЯ [фр. phobos ‘ҡурҡыш’] (Р.: фобия; И.: phobia; T.: fobya) и.
Ҡайһы бер предметтарҙан, милләттәрҙән, хәрәкәттән, хәл һәм ситуациянан ҡотолғоһоҙ рәүештә ҡурҡыу, ҡот осоу. □ Фобия.
■ Техник революция беҙгә яңы аралашыу һәм коммуникация саралары ғына тугел, ә яңы фобиялар ҙа алып килде. «Киске Өфө», № 38, 2011.
ФОЙЕ [фр. foyer] (Р.: фойе; И.: foyer; Т.: fuaye) и.
Кинотеатрҙа, театрҙа һ. б. бинала ял урыны. □ Фойе. Театр фойеһы. Фойела көтөу.
■ Фойе стенаһындағы сәғәт ун бер ту лыуын курһәтә ине. М. Садиҡова. Фойела халыҡ тулы, икешәр-өсәр булып залға тулалар. А. Таһиров.
ФОКСТЕРЬЕР [ингл. fox-terrier] (Р.: фокстерьер; И.: fox-terrier; T.: tilki teryeri) и. зоол.
һунар эте тоҡомо. □ Фокстерьер. Фокстерьер тотоу. Фокстерьер көсөгө.
ФОКСТРОТ [ингл. foxtrot ‘төлкө аҙымы’] (Р.: фокстрот; И.: foxtrot; T.: fokstrot) и.
Дүрт өлөшлө тактҡа ҡоролоп, ваҡ аҙымдар менән шыма баҫыуға нигеҙләнгән, етеҙ хәрәкәтле парлы бейеү һәм шул бейеүҙең көйө. □ Фокстрот. ■ Йә тынлы оркестр, йә эстрада оркестры вальстар, фокстроттар уйнай. И. Абдуллин.
ФОКУС I [лат./ocws] (Р.: фокус; И.: focus; T.: odak) и.
1. физ. Оптик системанан үткән нурҙарҙың киҫешеү нөктәһе. □ Фокус. / Фокусный.
309