Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 310


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФОКУС
Линза фокусы. Бер фокусҡа йыйыу. Фокус аралығы. М Тау күкрәгенә текәлгән күҙҙәреңдең фокус ноктәһе тағы ла алмашына. Т. Йәнәби. Компьютер ҡарашыбыҙҙы бер фокусҡа тупларға мәжбүр итә, һөҙөмтәлә баш ауырыуҙары, баш әйләнеүе, күҙҙәр томаланыуы барлыҡҡа килә. «Киске Өфө», №26, 2011.
2. фото. Фотоға төшөргән йәки оптик прибор аша ҡаралған нәмәнең иң асыҡ күренә торған нөктәһе. □ Фокус. / Фокусный. Фокусты киҫкенләштереү.
ФОКУС II [нем. Hokuspokus} (Р.: фокус; И.: trick; T.: oyun, hile) и.
1. Төрлө физик закондарҙы, үҙенсәлектәрҙе оҫта файҙаланыу һәм йылғыр, сос хәрәкәттәр нигеҙендә тыуған күҙ бәйләү күренеше, алымы. □ Фокус. Фокус күрһәтеү.
2. күсм. һөйл. Хәйлә, алым. □ Фокус. ■ [Катын] беҙгә кәңәштәр бирә. Новиков уның кәңәшен тыңламай. «Беҙҙең фокус башҡа төрлө, шуның өсөн үҙебеҙсә эшләйбеҙ», — тип, үҙ эше менән булаша. Д. Юлтый.
ФОКУСЛЫ (Р.: фокусный; И.: focal; T.: fokus) с.
Фокусҡа (I) бәйле. □ Фокусный. Фокуслы аралыҡ.
ФОКУССЫ (Р.: фокусник; И.: conjurer; T.: hokkabaz) и.
Фокус (II) күрһәтеүсе артист. □ Фокусник. Фокуссылар сығышын ҡарау.
ФОҠАРА [ғәр. Д>а] (Р.: беднота; И.: the poor; T.: fukara) и. иҫк.
Ярлы халыҡ. □ Беднота. ■ Буржуазия тәрилкәһен ялап йөрөгән әҙиптәр, мөхәррирҙәр вә монафиктар .. синфи көрәште томаларға, әһеле фоҡараның синфи аңын үҫтермәҫкә маташалар. 3. Шәрҡи.
ФОЛИАНТ [лат. folium ‘бит’] (Р.: фолиант; И.: folio; T.: büyük ve kaim kitap) и.
Ҙур форматлы ҡалын китап. □ Фолиант. Был фолиант архивта һаҡлана. Китапхананан фолиант алыу. ■ Баш вәзир уны [Ғосамды] .. китапханаһына алып китте, һәр кемде көнләштерерлек ине бындағы байлыҡ: оҙон-оҙон китап кәштәләре быҙау тиреһенән йә ҡытай ҡағыҙынан тегелгән
ҡалын фолианттар күплегенән һығылып төшкән. Б. Рафиҡов.
ФОЛЛИКУЛ [лат. folliculus} (Р.: фолликул; И.: follicle; T.: folikül) и. мед.
Лимфатик төйөндөң бер бүлеме. □ Фолликул. Түллектең өлгөрөп килгән фолликулда-ры. Ҡурылдайҙың лимфатик фолликулдары.
ФОЛЬГА [пол. folga < лат. folium ‘бит’] (Р.: фольга; И.: foil; T.: folyo) и.
Нимәнелер төрөү, биҙәү, көҙгө яһау һ. б. эштәр өсөн ҡулланылған ҡағыҙ кеүек бик йоҡа йомшаҡ ялтыр металл. □ Фольга. Ҡурғаш фольга. Фольгаға төрөлгән кәнфит. V Янмаһын өсөн ризыҡтың өҫтөн фольга менән ҡапларға, ә әҙер булырға 10-15 минут ҡалғас, уны алырға кәрәк. «Башҡортостан», №2,2010.
ФОЛЬКЛОР [ингл. folklore} (Р.: фольклор; И.: folklore; T.: folklor) и. ҡар. халыҡ ижады.
Халыҡ тарафынан ижад ителеп, быуындан быуынға телдән тапшырылып килгән төрлө әҫәр (әкиәт, йыр, мәҡәл һ. б.). □ Фольклор. Йола фольклоры. Фольклор йыйыу. М Фольклор борон заманда, беҙҙең бабайҙар китап эшен белмәгән мәлдә, хәҙерге яҙма әҙәбиәт ролен уйнаған. Ғ. Амантай. Ошо йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов башҡорт йыр фольклорын йыйыу һәм эшкәртеү әлкәһендә бик ҙур эштәр алып бара. Ә. Вәли.
ФОЛЬКЛОРИСТИКА [рус ] (Р.: фольк лористика; И.: study of folklore; T.: folklorculuk) и.
Фольклорҙы өйрәнә торған фән. □ Фольклористика. Башҡорт фольклористикаһы. ■ Музыка белгесе Г.С. Галинаның монографик хеҙмәте иһә фольклористикала мөнәжәт жанрын өйрәнеү мәсьәләләренә ҙур ғына өлөш индерҙе. Р. Солтангәрәева.
ФОЛЬКЛОРСЫ (Р.: фольклорист; И.: student of folklore; T.: folklorcu) и.
Фольклористика буйынса белгес. □ Фольклорист. М Был эпик ҡомартҡыны [«Аҡбуҙат» эпосын] 1917 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов хәҙерге Көйөргәҙе районының Урта Бабалар ауылында йәшәүсе сәсән Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алған. «Ағиҙел», № 1, 2013.
310