Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 311


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФОНЕНДОСКОП
ФОН I [фр./om/ < лат. fundus ‘нигеҙ’] (Р.: фон; И.: background; T.: fon, zemin) и.
1. Һүрәт төшөрөлгән, биҙәк һалынған нигеҙ, төҫ, тон; ерлек. □ Фон. ■ Береһендә [тюктарҙың] ҡыҙыл ерлеккә зәңгәр биҙәктәр төшөрөлгән, икенсеһе аласа, әҙрәс төҫлөрәк, өсөнсөһө зәңгәр фонға ҡыҙыл туңәрәктәр менән биҙәлгән. С. Агиш.
2. Нимәнеңдер артҡы яланындағы күренеш. □ Фон. ■ Кук фонында салғы тотҡан кеше шәуләләре куренде. X. Ғиләжев. Тимер юлының тирә-яғында, аҡ ҡар фонында, ҡалҡыулыҡтар ҡарайып ята. М. Тажи.
3. кусм. Хәл-ваҡиғаны үҙ эсенә алған тирә-йүн. □ Фон. ■ Ҡайһы берҙә драматургтар ҙа нефтселәр тормошон фон итеп алалар. Ә. Вәли.
ФОН II [гр.рһдпё] (Р.: фон; И.: phone; Т.: ortam) и.
Тауыш көсөн билдәләү берәмеге. □ Фон.
■ Музыка фоны баҙыҡ һайланған, гуйә, гөл баҡсаһында былбылдар һайраша. С. Шәрипов.
ФОН III [нем. con] (Р.: фон; И.: von; Т.: von) и.
Немец фамилиялары менән килеп, дворян нәҫелен күрһәтә торған киҫәксә. □ Фон. Отто фон Бисмарк. Герберт фон Караян. Немец философы Вильгельм фон Гумбольдт.
■ Фрау фон Миттельдорф тигәндәре ошо төбәктә уҙенең ҡул аҫтында бик куп ер биләмәләре тотҡан ҙур юнкер-помещик ҡатыны булып сыҡты. Ә. Байрамов.
ФОНАРИК (фонаригы) [рус.] (Р.: фонарик; И.: small flashlight; T.: işaret feneri) и.
Бәләкәй фонарь. □ Фонарик. Ҡытай фонаригы. Фонарик тотоп эҙләу. ■ Кемдер, ҡапҡа тышына сығып, кеҫә фонаригы болғаны. Д. Бүләков. Тиҙ генә фонаригын, кеше ҡурҡыта торған шартлатҡысын алып, тышҡа сығып берҙе һауаға атып өлгөрҙө [Гәлинур], бурҙар ҡасып киттеләр. «Ағиҙел», № 12, 2011. Илдар бабаһының йортона етеп кенә килә ине, ҡапыл артында бер юлы өс фонарик ҡабынды. Р. Байбулатов.
ФОНАРЬ [рус.] (Р.: фонарь; И.: lantern; T.: fener) и. ҡар. яҡтыртҡыс.
Быяла йәки башҡа үтә күренмәле нәмә менән кәпләнгән яҡтыртҡыс прибор. □ Фонарь. Ҡул фонары. И Урам фонарҙары ярайһы ғына яҡтырта. Яр. Вәлиев. Фонарҙың тоноҡ яҡтыһында шәуләлэр куҙгә салына. X. Ғиләжев.
ФОНАЦИОН (Р.: фонационный; И.: phonatory; T.: fonasyon) с.
Фонацияға ҡағылышлы. □ Фонационный. Фонацион аппарат.
ФОНАЦИЯ [фр. phonation] (Р.: фонация; И.: phonation; Т.: fonasyon) и.
Телмәр өндәренең әйтелеше. □ Фонация. Фонация уҙенсәлектәре.
ФОНД [фр. fond< лат. fundus ‘нигеҙ’] (Р.: фонд; И.: fund; T.: fon) и.
1. Хөкүмәт, ниндәйҙер предприятие ҡарамағындағы билдәле бер маҡсатҡа тәғәйенләнгән аҡса йәки матди байлыҡ. □ Фонд. / Фондовый. Эш хаҡы фонды. ■ Оҙаҡ ултырҙы Хатипов менән Гаянов ҡатнаш аҙыҡ фондын бу леп. Ғ. Хисамов.
2. Ниҙеңдер төп ресурсы, байлығы. □ Фонд. Архив фонды. Китапхана фонды. Торлаҡ фонды. Әҙәби фонд. М ^Башҡортостан» радиоһының алтын фондында һаҡланған тапшырыуҙар «Ашҡаҙар» тулҡындарында яңы һулыш ала. «Йәшлек», 6 май
2010.
3. фин. Табыш бирә торған ҡиммәтле ҡағыҙҙар. □ Фонд. / Фондовый. Валюта фонды. Фонд биржаһы.
4. Ижад эшмәкәрҙәренә матди ярҙам күрһәтеү ойошмаһы. □ Фонд. Фондтың ярҙамы. Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды.
ФОНЕМА [гр. рһдпёта] (Р.: фонема; И.: phoneme; T.: fonem) и. лингв.
Билдәле бер телдәге йәки диалекттағы һүҙ һәм морфемаларҙың мәғәнәһен айыра торған өн. □ Фонема. Тартынҡы фонема. Фонемалар рәте. М Фонемаларҙың билдәле бер тәртиптәге теҙелешенән һуҙ ойоша, һәм шул арҡала һуҙ мәғәнә аңлата. Ж. Кейекбаев.
ФОНЕНДОСКОП (фонендоскобы) [гр. рһдпёта ‘өн’ + endon ‘эсендә’ + skopeö ‘күҙә
311