Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 312


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФОНЕТИК
тәм’] (Р.: фонендоскоп; И.: phonendoscope; T.: fonendoskop) и. махс.
Кешенең һәм хайуандарҙың тән ағзаларында барлыҡҡа килгән тауыштарҙы (йөрәктең тондарын, һулыш алыу һ. б. тауыштарын) тыңлау ҡоролмаһы. □ Фонендоскоп. Фонендоскопты көйләу. Фонендоскоптың тауыш уткәреусе резина йәки пластмасса көпшәһе була. М Тыңлап ҡарайыҡ, — тип бойорҙо Рауза, мөйөштәге умывальникта ҡулын йыуып һөрткәс, фонендоскоптың никелле дуғаһын киңәйтә ҡайырып ҡолағына кейҙе лә тындарға әҙерләнде. Ш. Янбаев.
ФОНЕТИК (Р.: фонетический; И.: phonetic; T.: fonetik, sesçil) с.
Фонетикаға мөнәсәбәтле. □ Фонетический. Фонетик закондар. Фонетик транскрипция. ■ Куп кенә фонетик куренештәр-ҙең асылын билдәләгәндә, ул [Ж. Кейекбаев] башҡорт диалекттарында башҡа төрки телдәрҙә сағылыш алған материалдар менән сағыштырыуҙар уткәрә. Э. Ишбирҙин.
ФОНЕТИКА [гр. phdnetike < phone ‘он’] (Р.: фонетика; И.: phonetics; T.: fonetik, sesbilgisi) и. лингв.
1. Телдең өндәр төҙөлөшө, өндәр составы.
□ Фонетика. Башҡорт теленең фонетикаһы. ■ Башҡорт фонетикаһын тикшергәндә, дөйөм тел белемендә әһәмиәтле урын алған сағыштырма-тарихи методты ҡулланыу ғалимға әһәмиәтле һығымталар яһарға мөмкинлек бирә. Э. Ишбирҙин.
2. Тел ғилеменең өндәр составын өйрәнә торған бүлеге. □ Фонетика. ■ Фонетика һәм фонология башҡорт теленең өндәр системаһын, өндәрҙең уҙгәреш шарттарын өйрәнә. Ж. Кейекбаев.
ФОНЕТИСТ (фонетисы) [рус.] (Р.: фонетист; И.: phonetician; T.: fonetikçi) и.
Фонетика әлкәһендә эшләгән белгес.
□ Фонетист. Билдәле фонетист.
ФОНОГРАММА [гр. рһдпё ‘өн’ + gramma ‘яҙыу’] (Р.: фонограмма; И.: phonogram; Т.: fonogram) и. махс.
Тауышты теркәй торған ниндәйҙер ҡоролмаға (пластинкаға, магнитофон таҫмаһына, компьютерға һ. б.) яҙып алынған музыка йәки телмәр. □ Фонограмма. Фонограмма
әҙерләу. М Концерттың икенсе булегендә йырҙарҙы фонограммаға йырлауҙары куңелгә ятманы. «Киске Өфө», № 14, 2010.
ФОНОГРАФ [гр. рһдпё ‘өн’ + graphö ‘яҙам’] (Р.: фонограф; И.: phonograph; Т.: fonograf) и.
Тауышты яҙып ала һәм ҡабаттан ишеттерә торған махсус прибор. □ Фонограф. Фонографҡа яҙылыу. ■ Профессор Лах был, шикһеҙ, оҫта йыраусыны бер нисә тапҡыр фонографҡа яҙа. «Киске Өфө», № 2, 2011.
ФОНОЛОГИЯ [гр. рһдпё ‘өн’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р.: фонология; И.: phonemics; T.: fonoloji) и. лингв.
Тел ғилеменең фонемалар системаһын һәм уларға хас айырмалыҡтарҙы өйрәнгән бүлеге. □ Фонология. / Фонологический. Фонология буйынса тикшеренеуҙәр уткәреу.
ФОНОМЕТР [гр. рһдпё ‘өн’ + metred ‘үлсәйем’] (Р.: фонометр; И.: phonometer; Т.: fonometre, sesölçer) и.
Тауыштың көсөн үлсәй торған прибор. □ Фонометр. Фонометр ҡулланыу.
ФОНОТЕКА [гр. рһдпё ‘өн’ + Лёһё ‘һаҡлағыс’] (Р.: фонотека; И.: gramophone record library; T.: fonotek) и.
Фонограммалар, тауыштар яҙмаһы йыйынтығы, архивы. □ Фонотека. ■ Был һирәк осрай торған концерттың магнитофон таҫмаһына яҙылған программаһы уткәндең бер ҡомартҡыһы булып радионың фонотекаһында әле һаман һаҡлана. «Ағиҙел», №9, 2013.
ФОНТАН [ит. fontuna] (Р.: фонтан; И.: fountain; T.: fıskiye) и.
1. Юғары баҫым аҫтында үргә атылып торған һыу. □ Фонтан. / Фонтанный. Фонтан бассейны. ■ Йылға өҫтө һыу фонтандары менән тулды. И. Ғиззәтуллин. Карлы-боҙло һыу фонтаны Камалованы башынан ҡойондорҙо. И. Абдуллин.
2. Атылған һыу тирәһен матурлаған ҡоролма. □ Фонтан. ■ Кышҡы һарай, фонтан, баҡсалар, ҡарлы гранит Нева ярында. М. Хәй. Ишек алдында, уртала, йәйҙәрен һыу атып тора торған фонтан бар. С. Агиш.
312