Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 313


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФОРМА
3. Юғары баҫым аҫтында скважинанан үргә атылып сыҡҡан нефть йәки газ. □ Фонтан. Нефть фонтаны. Газ фонтаны. ■ Ҡадир, Башҡортостанда девон нефте фонтан атыуын ишетеп, шатлығын һуғышсылар менән уртаҡлашты. Ә. Байрамов. Башта ҡапыл ғына тоноҡ геуләу ишетелде, э унан һуң скважинанан ҡара фонтан урғылды. Ә. Бикчәнтәев.
4. кусм. Ҙур көс менән үргә бәрелгән нәмә. □ Фонтан. V Куп кәбәктән осҡан снарядтар ашыға-ашыға урмәләгән фашист танкылары эргәһендә ут фонтандары ку-тәрҙе. Р. Байымов. Ҙур снарядтар ярылған урындарында балсыҡ, тупраҡ фонтандары яһайҙар. А. Таһиров.
ФОНТАНЛАУ (фонтанла-) (Р.: фонтанировать; И.: gush forth; T.: fışkırmak) ҡ.
Фонтан булып атылыу, урғылып сығыу, урғылыу. □ Фонтанировать. М Еребеҙҙең кукрәгендә иҫәпһеҙ алтын тулы, мәңге фонтанлап торһа ла бөтмәҫлек нефть куле. С. Ҡудаш.
ФОРВАРД [ингл. forward} (Р.: форвард; И.: forward; T.: forvet) и. спорт.
Футболда, хоккейҙа һ. б. һөжүм итеүсе.
□ Форвард. Форвард шайбаһы. Трансферға форвард алыу. Форвардҡа штраф һалыу.
ФОРЕЙТОР [нем. Vorreiter] (Р.: форейтор; И.: postilion; T.: postilyon, posta arabası sürücüsü (atta) u.
Ослап егелгән аттарҙың иң алдағыһына атланып барған күсер. □ Форейтор. Һаҡаллы форейтор.
ФОРИНТ [венг. forint] (Р.: форинт; И.: forint; Т.: forint) и.
Венгрияның аҡса берәмеге. □ Форинт. Бер форинт. Мең форинт.
ФОРМА [лат. forma] (Р.: форма; И.: form; T.: biçim) и.
1. Нимәнеңдер тышҡы күренеше; рәүеш.
□ Форма. ■ Цирк бинаһы уҙенең формаһы, ҙурлығы, тамашасыларҙың куплеге менән Емештең иҫен китәрҙе. 3. Биишева. Өйҙәр тәпәш һәм ниңәлер йомро формала, ә һәр йорттоң ҡыйығында йәшел буҫтау ябылған эскәмйәләр куренә. «Ағиҙел», № 9, 2011.
2. Айырым эш-шөғөл тармағындағы кешеләр өсөн билдәләнгән махсус кейем өлгөһө. □ Форма. Мәктәп формаһы. Һалдат формаһы. Я Милиция формаһында һап-һары сәсле ҡатын ултыра ине. Р. Байбулатов. Өр-яңы форма кейеп алған полковник бажа ла кәйефһеҙ ине. X. Зарипов.
3. Нимәнеңдер йөкмәткеһе менән тығыҙ бәйләнгән төҙөлөшө, структураһы. □ Форма. Идара итеу формаһы. Ойоштороу формаһы. Н Тикшереугә ҡуйылған көн тәртибе: дәуләт ҡоролошо формаһы, милли һәм ер мәсьәләләре. Ғ. Хисамов.
4. фәлс. Йөкмәткенең эске төҙөлөш, булмыш ысулы. □ Форма. Йөкмәтке менән форма берҙәмлеге.
5. сәнғ., әҙ. Әҫәрҙең йөкмәткеһен асыу ысулы булып торған әҙәби алымдар системаһы. □ Форма. М [Шағир] яңы йөкмәткене иҫке поэтик формаларға һыйҙырырға тырыша. Ғ. Хөсәйенов. Биишева өсөн илленсе-алтмышынсы йылдар — жанр һәм форма әлкәһендә лә актив эҙләнеуҙәр, ҙур табыштар осоро. Ә. Вахитов.
6. Сирҙең булыу көсөнә бәйле төрө.
□ Форма. Ангинаның көслө формаһы. Гриптың еңел формаһы. М Үпкә туберкулёзының аҙған формаларын дауалауҙа ла прополис файҙалы. «Киске Өфө», № 21, 2009.
7. Нимәгәлер билдәле бер рәүеш биреү өсөн ҡулланылған махсус ҡулайлама, ҡалып. □ Форма. Ҡоросто формаға ҡойоу. Тортты формала бешереу. ■ Ҡурғашты, йәнә иретеп, һыулы балсыҡтан эшләнгән төрлө формаларға ҡойҙолар. Ғ. Хисамов.
8. типогр. Рамға ҡуйылған типография наборы йәки баҫырға әҙерләнгән башҡа төр нәмә (һурәт, биҙәк, һыҙыҡ һ. б.). □ Форма. Баҫыу формаһы.
9. Нимәнеңдер ҡабул ителгән үрнәге.
□ Форма. Протокол яҙыу формаһы. ■ Иҫәп алыу кампанияһының ваҡыты, мәғлумәттәрҙе теркәу өсөн махсус ҡағыҙҙарҙың формалары раҫланған. «Йәшлек», 2 февраль 2010. Иҫәп алыу өсөн «Росстат» өс формала бланк тәҡдим итә. «Йәшлек», 18 март 2010.
10. Кешенең көсөн, һәләтен, белемен ҡулланырға әҙер булыуын күрһәтеүсе торошо.
313