Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 402


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХУНРИЗ
тегеләй-былай хулиганлыҡ ҡылыусыларҙы, боғаҙ сыныҡтырыусыларҙы тиҙ тыйҙы, урынына ултыртты. Д. Бүләков. Тәуфиҡ, уҙенең тәуфиҡһыҙлығы арҡаһында, куптән тугел хулиганлыҡ эшләне. Ғ. Лоҡманов. Тәп-терәуфтең хулиганлығы тураһында һөйләмәгеҙ, тип иҫкәртелгән Әнуәр һәм Әхәт һуҙҙәрендә торҙолар. А. Мағазов.
ХУНРИЗ [фарс. JOO**] (Р.: разбойник; И.: highwayman; T.: haydut) и. иҫк. кит.
Ҡан түгеүсе, кеше үлтереүсе. □ Разбойник. ■ Был Сәйҙәш ғазим баһадир хунриз булды, хәрәмилек әйләне. «Башҡорт шәжәрәләренән.
ХУНТА [исп.] (Р.: хунта; И.: junta; Т.: cunta) и.
1. Испан телендә һөйләшкән илдәрҙәге һәр төрлө ижтимағи-сәйәси ойошма. □ Хунта. Хунта төҙөу. ■ Хунта вәкилдәре менән өҙлөкһөҙ һөйләшеуҙәр алып барыуҙарҙан һуң, Су Чжи 1995 йылда һаҡ аҫтынан сығарыла, сәйәси эшмәкәрлеген артабан да дауам итә. «Башҡортостан ҡыҙы», №4, 2011.
2. Латин Америкаһының ҡайһы бер илдәрендә дәүләт түңкәрелеше яһап власть башына килгән хәрби хөкүмәт. □ Хунта. ■ «Хунта»һын ҡапылда аңламаһаҡ та, «фашист» тигән һуҙ купте һөйләй беҙгә. Г. Яҡупова.
ХУП [фарс. 4<А] (Р.: хорошо; И.: all right; well; T.: iyi, tamam) мөн.
Бер эшкә ризалыҡ, ҡәнәғәтлек белдергәндә әйтелә; яҡшы. □ Хорошо, ладно. ■ Хуп, бик хуп, — тине быныһы [Үбәйдулла Хужа-ев], ҡағыҙға куҙ йугертеп сыҡҡас. Р. Байымов. Ҡарар ҡабул иткәнһең икән, хуп, — тине ҡарт, Зимфираның әсәһенә мәғәнәле итеп ҡарап. Ә. Бикчәнтәев.
ХУП КҮРЕҮ (хуп күр-) (Р.: одобрять; И.: okey; T.: onaylamak) ҡ.
1. Ыңғай мөнәсәбәт белдереү; хуплау. □ Одобрять, выражать одобрение. Тырышыуҙы хуп куреу. ■ Артыҡ хуп куреп бөтмәгән кешеңде бер туҡтауһыҙ һөттән аҡ, һыуҙан пак итеп курһәтеп тороуы ла еңел тугел бит. Р. Ғабдрахманов. Йыйылған халыҡ, кисәнең тантаналы өлөшөнә ҡолаҡ һалыуға ҡарағанда, клубтың эсе менән та
нышыуҙы хуп курҙе. М. Ғиләжев. Таҙ, ханға ҡарап: «Хуп курһәң, мин бер хәйлә уйлап таптым», — тине, ти. Әкиәттән.
2. Ярарлыҡ тип табыу. □ Одобрять. ■ Фәриҙә әлегә ят даирәлә шым ҡалыуҙы хуп курҙе. Н. Алсынбаев. Барсынһылыуҙың иләҫ куңеле ниндәй батырҙы хуп курер. «Алпамыша».
ХУПЛАНЫУ (хуплан-) ҡ. төш. ҡар. хуплау, страд, от хуплау. Башланған эш хупланды. Сығыш хупланды. ■ Кәңәшмәлә ҡатнашҡандарға ғына билдәле был серле план хупланып, таң менән Пугачёв армияһының төп көсө Златоустҡа ҡарай поход сыҡты. Ғ. Хөсәйенов. Фекере хупланыуға Сәйетгәрәй Алкин ҡыуанып китте. Р. Байымов. Фекер, ни өсөндөр, башҡалар тарафынан хупланманы. Б. Бикбай.
ХУПЛАТЫУ (хуплат-) ҡ. йөкм. ҡар. хуплау. понуд. от хуплау. ■ Гөлбөҫтан еңгәй ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй,.. әллә кем-дәрҙән уҙҙәренең ошо өлкән эштәрен маҡтатҡыһы, хуплатҡыһы килде. Ғ. Дәүләтшин.
ХУПЛАУ (хупла-) (Р.: одобрять; И.: approve, okey; T.: onaylamak) ҡ.
Дөрөҫ, яҡшы тип табыу; яҡшы күреү, хуп табыу, һүҙҙе йөпләү. □ Одобрять что. // Одобрение. Кешенең фекерен хуплау. Баш сайҡап хуплау. ■ Эштән һуң уларҙың [Ҡэйум бабай менән Әбйәлилов ағайҙарҙың] хуп-лауын алыу куңел кутәренкелеге бирә ине малайҙарға. И. Ғиззәтуллин. Ныязғол еҙнәмде бөтә ауыл старосталары, мирәйеттәре һырып алғандар, маҡтайҙар, хуплайҙар. һ. Дәүләтшина. Сатыр лесничествоһының технигы, тағы бер лесник Сабирьянов фекерҙәрен хуплап һөйләне. Н. Мусин.
ХУПЛАУЛЫ (Р.: одобрительный; И.: approving; T.: onaylı) с.
Дөрөҫ, яҡшы тип табылған; яҡшы күренгән. □ Одобрительный. Хуплаулы баһа. Хуплаулы эш.
ХУПҺЫНЫУ (хупһын-) (Р.: относиться одобрительно к кому-чему', И.: display approval; T.: tasdik etmek) ҡ.
Яҡшы тип табыу; хуп күреү. □ Относиться одобрительно к кому-чему. Хупһынмай ғына риза булыу. ■ Ситтән килгән Йәзиләнең
402