ХУРЛАНЫУ
башында ни барын белеп булмай: әллә уға оҡшайһың, әллә ул куңелеңде куреу өсөн генә хупһынғандай ҡылана. Р. Низамов. Ағастан ағасҡа һикереп уйнаусы урман сибәрҙәре генә уларҙы [егеттәрҙе]хупһынманылар. И. Ғиззәтуллин.
ХУР I [фарс. jljâJ (Р.: низкий, презренный; И.: mean; T.: hor) с.
Кеше алдында түбән, кәм; ҡәҙерһеҙ. □ Низкий, презренный; ничтожный. Хур куреу. ■ [Майор:] Юҡ инде, хурға ҡалғансы, гургә ҡал. Р. Вәлиев. Хур инек, ҡол инек беҙ элек. Т. Йәнәби. Ҡайҙа ғына йөрөһәң, бәхет кәрәк, бәхете бар ирҙәр хур тугел. Халыҡ йырынан. • Яман ҡатын — донъя хуры. Мәҡәл.
ХУР II [ғәр. и. ҡар. хур ҡыҙы. ■ Йәмле тон был, серле төн был, бында йәннәт, бында хур. М. Ғафури.
ХУР БУЛЫУ (хур бул-) (Р.: осрамиться; И.: defame oneself; T.: horlanmak) ҡ.
1. Оятҡа ҡалыу. □ Осрамиться, опозориться, оконфузиться. ■ Уның [Юлдаштың] хәҙер, бер көн теге нефть кулен һорап, атаһы алдында хур булғаны бирле, Ҡыҙырасты курһә, эсе боша ла китә. 3. Биишева. Хәбибуллин алдында әллә хур булып ҡалыуҙанмы, әллә тәҙрәгә килеп һуғылған ямғыр тамсылары уҙәгенә утепме, был юлы Маһира Йәмғигә бик ныҡ асыулы ине. X. Ғиләжев. Зөлхәбирә һылыу укһеп илай, хур булдым тип кеше ҡаршында. Халыҡ йырынан.
2. һанһыҙ, ҡәҙерһеҙ хәлгә ҡалыу. □ Опозориться, оконфузиться. М Бындай уткер кәләшең булғас, хур булмаҫһың, мырҙам, — тип мәрәкәләне Сәғит Агиш [Фәһимде], Зөһрәгә курһәтеп. И. Ғиззәтуллин. • Ил барҙа ир хур булмаҫ, ир барҙа ил хур булмаҫ. Мәҡәл.
ХУР ИТЕҮ (хур ит-) (Р.: осрамить; И.: defame; T.: horlamak) ҡ.
1. Кеше алдында оятлы итеү; мәсхәрәгә ҡалдырыу. □ Осрамить, опозорить, оконфузить. ■ Бына китте инде, хур итте инде, бөтә районға хур итте, ҡайҙан килеп керҙе, ҡайҙан килеп керҙе һуң был ҡарт? — тип уйланы Ишбулдин асынып. Ә. Вәли. Таиба әбей уҙенең иң һәйбәт шәкерт улын хур
иткән был боҙоҡ ҡатынды Хамматҡа алдырмаҫҡа .. тырышып ҡараһа ла, барып сыҡманы. 3. Биишева. • Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын. Әйтем.
2. һанһыҙ, ҡәҙерһеҙ хәлгә ҡалдырыу; мыҫҡыллау. □ Опозорить, унизить. ■ Нахаҡ хур иткәндәр өсөн уҙҙәренең йөҙҙәре ҡара булһын! — тигән һуҙҙе ҡабатлай ине [Ғәли-мәнең әсәһе]. М. Ғафури.
ХУР ҠЫҘЫ (Р.: гурия; И.: һпһа; Т.: huri) и.
1. миф. Мосолман мифологияһы буйынса, йәннәттәге гүзәл ҡыҙ. □ Гурия, райская дева. Йәннәттә кешене иҫ киткес матур хур ҡыҙҙары ҡаршы ала икән. Н Үҙ хаҡын яҡшы белә, был батша ҡыҙҙары кеуек ғорур, хур ҡыҙҙары кеуек гузәл Гәуһәр. И. Абдуллин. Ҡапыл ғына әкиәттәрҙә һөйләнелгән хур ҡыҙына оҡшатты ул [Рифмир] кәләшен. Б. Ноғоманов.
2. Бик һылыу, инсафлы ҡыҙ. □ Воспитанная, скромная девушка. Хур ҡыҙындай инсафлы.
ХУРЛАНДЫРЫУ (хурландыр-) (Р.: вызывать чувство стыда у кого', И.: cause shame; T.: horlanmak) ҡ.
Хурлыҡ тойғоһо кисертеү, ғәрләндереү. □ Вызывать чувство стыда у кого. Я Фәтихов .. бөтәһен дә аңлай, белә, әммә куңел ҡабул итергә теләмәй, әрнетә, хурландыра. И. Абдуллин. Етмәһә .. ни олтара, ни полтора кешеләренә хәтле мыҫҡыл итеп: «Нихәл, большевик, әле китергә, уксә кутә-рергә өлгөрмәнеңме ни?» — тип хурландыралар. А. Таһиров. Ҡуҙыйкурпәстең, берҙән, йәтим булыуы, икенсенән, уның шулай урам балаһына әйләнеуе Ҡусәрханды хурландыра. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ХУРЛАНЫУ (хурлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. хурлау, страд, от хурлау. ■ [Малай:] Беҙҙең әсәләребеҙ немецтарҙың бысраҡ ҡулдарында хурланып ултерелде. һ. Дәүләтшина.
2. Ғәрлек, хурлыҡ тойғоһо кисереү; ғәрләнеү. □ Стыдиться, стесняться. ■ Зәкиә, хурланып, төндәр буйына илап сыҡты. Ғ. Аллаяров. Ысынлап та, Сәйҙә, кәмһетеу-ҙәрҙән торған һайын нығыраҡ хурланып,
403