ХУРЛАТЫУ
бөтә тыныслығын юғалтты. Ә. Байрамов. Әҙәмгә ҙурланғанда күтәрерлек, хурланғанда үткәрерлек аҡыл, сабырлыҡ та бик кәрәк. Ғ. Хөсәйенов. • Хурланып йәшәуҙән дан менән улеу артыҡ. Әйтем.
ХУРЛАТЫУ (хурлат-) ҡ. йөкм. ҡар. хурлау. понуд. от хурлау. Кешене хурлатыу. М Алып һуҙе әйтешеп, бер-береһен китте хурлатыу. Ғ. Ибраһимов. Ағай .. боҙолоп етмәгән булһа, бәлки, тура юлға баҫыр. Атайҙы хурлатырға теләмәй. С. Агиш.
ХУРЛАУ (хурла-) (Р.: позорить; И.: shame; T.: horlamak) ҡ.
1. Мыҫҡыл итеү, мәсхәрәләү. □ Позорить. ■ Әллә хуплап, әллә хурлап ҡысҡыралар [майҙанда] — тәуҙә һис аңларлыҡ тугел ине. Б. Рафиҡов. [Кыҙ — Һәубәнгә:] Егет, һиңә тиң булмам, мине алырға уйлама, нурҙан тыуған тоҡомдо ерҙә йөрөтөп хурлама. «Аҡбуҙат».
2. Ғәйеп-яла тағып кәмләү; яманлау.
□ Хаять, охаивать, порочить кого, что. // Охаивание. Я Уларҙы [сабармандарҙы] тиргәп, хурлап, яңынан далаға ҡыуҙылар.
3. Ураҡсин. Хурлауҙар хур итә алмай, халҡың һөйөп ҙурлаһа. 3. Биишева. Өй эсендә хеҙмәтселәр булһа, уларҙы хурламағыҙ. Р. Фәхретдинов. • Аш хурлама — ҡоҫторор, ир хурлама — боҫторор. Әйтем.
ХУРЛАШЫУ (хурлаш-) ҡ. урт. ҡар. хурлау, взаимн. от хурлау. Бер-береңде хурлашыуға юл ҡуймау. Хурлатмаҫҡа тырышыу.
ХУРЛЫҠ (хурлығы) (Р.: позор; И.: shame; T.: horluk) и.
1. Кәмһетелгән, мыҫҡыл ителгән хәл.
□ Позор. Хурлыҡҡа сыҙамау. Хурлыҡҡа төшмәү. ■ Көй, йыр өсөн бик куп хурлыҡтарҙы күтәргән гармун һәм гармунсы әле лә булһа беҙҙең арала үҙҙәренә йылы һүҙ ишеткәндәре юҡ. Б. Ишемғол. [Көтөүсе:] Кара-ғөлөмбәт биш йыл буйы ҡуй көттөрҙө хурлыҡ менән. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. Ғәрләнеү тойғоһо; ғәрлек. □ Срам, позор, стыд. ■ [Камса:] Мөнирә, тыңла: Бәхтейәр һине икенсе бисәлеккә ала бит — хурлыҡ! Р. Камал. Айбулат хурлығынан ҡара янды. һ. Дәүләтшина. Әжәл көтөп
ятыу — хурлыҡтыр, ҡорал тотоп үлеү — ҙурлыҡтыр. М. Кәрим.
3. Оят. □ Позор. ■ Ярышҡа сыҡһаң да — хурлыҡ, сыҡмаһаң да — хурлыҡ. Т. Килмөхәмәтов. Хәйерселектән дә хурлығыраҡ нәмә юҡ! М. Кәрим. Эшләп табыуҙың ни хурлығы бар, урлау түгел бит ул. Б. Бикбай. • Уҡый белмәһәң дә — хурлыҡ, уҡып белмәһәң дә — хурлыҡ. Әйтем.
ХУРЛЫҠҠА ҠАЛЫУ (хурлыҡҡа ҡал-) ҡ. ҡар. хурлыҡҡа төшөү. ■ Бөтә малайҙар алдында: «Һинең Зәкиҙән көлөргә хаҡың юҡ!» — тип [Нәсимә Сәлимде] тегене хурлыҡҡа ҡалдырҙы. Р. Байбулатов. Тора-бара Сәлимә бер саҡ бала табып үҙен хурлыҡҡа ҡалдырыуы мөмкин булған был кескәй ҡыҙға ҡарата үҙ күңелендә асыу, көнләү һымаҡ төйғө уяна башлауын тойоп, хатта ҡурҡып та китте. 3. Биишева. Дүнән-дүнәжендәр-ҙән тибелеү-ҡолауҙары, бөтә йыйын ҡаршыһында хурлыҡҡа ҡалыуҙары, башҡорт батырынан еңелеүҙәре нуғай, ҡалмыҡ, ҡаҙаҡтың асыуҙарын ҡабартты. С. Бәҙретдинов.
ХУРЛЫҠҠА ТӨШӨҮ (хурлыҡҡа төш-) (Р.: опозориться; И.: shame oneself; T.: horlanmak) ҡ.
Оятлы булыу, мәсхәрәгә ҡалыу. □ Опозориться, осрамиться. К [Үмәр:] Башта уҡ әҙәмгә һанап, үҙе яусылатҡан булһа, был көнгә, был хурлыҡҡа төшмәй инек. Һ. Дәүләтшина. [Маһинур:] Һеҙҙең менән хурлыҡҡа төшөүеңде көт тә тор. Р. Ғабдрахманов. Яланды биҙәүсе аҫыл гөлдәй, донъяны матурлап йөрөүсе ошондай һылыу ҡыҙҙың намыҫын тапап, хурлыҡҡа төшөргән бур Салманға шундай асыуы ҡабарҙы Фәһимдең. И. Ғиззәтуллин.
ХУРЛЫҠЛЫ (Р.: бесславный; И.: inglorious; T.: ayıp) с.
Хурға ҡалдырырлыҡ, оятлы итерлек; мыҫҡыллы, ғәрләндергес. □ Бесславный, позорный, постыдный. Хурлыҡлы ҡылыҡ. Хурлыҡлы күренеш. ■ Пленға төшөү — хурлыҡлы эш, ләкин башыңа төшкәс, нишләйһең. И. Абдуллин. Хурлыҡлы булып иҫәпләнгән ирҙән тыуған балалар кемгә кәрәкһен дә, уларға кем ярҙам итһен инде? Ә. Үтәбай.
404