ХУШ
ХУТ I [ғәр. ^5^1 (Р - Рыбы; И.: Pisces; T.: Balıklar, Hut) и. иҫк.
1. (баш хәреф менән) астр. Балыҡ йондоҙлоғо (Һыуғояр һәм Ҡуҙы йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан). □ Рыбы (зодиакальное созвездие). Хут йондоҙлоғонда тыуыу.
2. Ҡояш календары буйынса ун икенсе айҙың ғәрәпсә исеме (22 декабрь — 21 ғинуар осоро). □ Хут (название двенадцатого месяца солнечного года, соответствующего периоду с 22 декабря по 21 января). • Хутта ике куҙец ут. Әйтем.
ХУТ II киҫ. диал. ҡар. хыт. ■ [Ғәләүетдин — Вәләуетдингә:] Тере саҡта минец дә һицә бер игелегем тейһен: хут икебеҙгә бер ҡәбер ҡаҙып ҡуяйыҡ? Т. Ғарипова. Хәҙер ауылда эш тә, ҡыҙҙар ҙа куп: хут уҡытыусыһын ал, хут ферманан, тигәндәй. И. Ғиззәтуллин. Эшләгәнецә хут тауарлата, хут аҡсалата ал, уҙецдә ихтыяр инде, — тине Әхмәди. Ж. Кейекбаев.
ХУТ БИРЕҮ (хут бир-) (Р.: давать ход; И.: give an opportunity; T.: imkan vermek) ҡ. һөйл.
Мөмкинлек, тыныслыҡ биреү. □ Давать ход. ■ Бында хут бирмәйҙәр тип, [Ҡарағол] Ишембайға барып, Ағиҙел ярына землянка ҡаҙып урынлашып алды. И. Ғиззәтуллин. [Әбей:] Бабай, бер уҙец генә һандырлама, кешегә лә һөйләргә хут бир. Ш. Янбаев.
ХУТЛЫ (Р.: хороший; И.: well; T.: iyi) с. һөйл.
Яйға һалынған, көйлө, уңайлы. □ Хороший, нормальный, удобный. ■ Башты баҫып, хутлы миҙгелде көтөргә тура килде, ә уныц төнһөҙ килмәуе асыҡ ине. И. Ғиззәтуллин. Ә иц хутлыһы — уныц [Килмеш-тец] аҙбарға килеп ингәнен дә, сыҡҡанын да куреусе юҡ. Б. Ноғоманов. [Таҙ] ун бот он ала, май ала, угеҙҙец бер ботон ашарға ҡалдыра. Хәҙер Таҙҙың эше бик хутлы, ти. Әкиәттән.
ХУТОР [венгр, huntari] и. ҡар. утар I. Хуторҙағы халыҡ. ■ Алда бәләкәй генә хутор бар, тикшерергә кәрәк, — тине лесник һәм, уҙе менән Мищенконы алып, разведкаға китте. Ә. Байрамов. Хутор .. Шәншәу инешенец
ике яҡтағы ҡалҡыу ярына урынлашҡан. X. Ғиләжев. Инйәр, Эҫем буйҙарында хутор булып йәшәгән латыш байҙарына тире-яры алып барып, .. Әхмәди сепаратор һатып алырға булды. Ж. Кейекбаев.
ХУШ I [фарс. сАр*] (Р.: приятный, доставляющий удовольствие; И.: nice, fine; T.: hoş) с.
1. Йәнгә-тәнгә ләззәт бирерлек; яҡшы, тәмле (еҫкә ҡарата). □ Приятный, доставляющий удовольствие. Иҫерткес хуш еҫ. Хуш еҫле аҡ күмәс. ■ Башҡа бер ерҙә лә бындағы төҫлө хуш еҫле сәскәләр үҫмәй торғандыр, шуға курә Өрьяҙы ҡорттары йыйған бал йөҙ төрлө ауырыуҙан сихәтләндерә. И. Абдуллин. Аҡ ҡайындарҙың йәш япраҡтарынан уҙенә генә хас әскелтем тәмле хуш еҫе ацҡып тора. Ғ. Аллаяров. Туҡай урамы аллеяһына килеп ингәс, йукә сәскәләренец хуш еҫенә һәм еләҫлеккә Ринат-тыц һулышы иркенәйеп китте. Р. Байбулатов.
2. Күңелгә ятышлы; матур, йәмле. □ Красивый, приятный. ■ [Ҡоштарҙың] хуш ауаздары .. нисә мәғзун куцелдәрҙе йыуатыр, шәйлә шат итер. С. Яҡшығолов. [Ҡыш] һис бер йәм ҡалмаҫ был хуш туғайҙа. Д. Юлтый. • Ҡарғаныц уҙ тауышы уҙенә хуш. Әйтем.
3. Ҡәнәғәт булған; күтәренке, яҡшы (куцелгә ҡарата). □ Хороший. Хуш кәйеф. ■ Ат юртҡан яйға Нур хыяллана барҙы: «Ә барыбер донъяла яҡшы, игелекле, хуш куцелле кешеләр куберэк...» И. Абдуллин. Йомошоц төшһә, тураға үҙебеҙгә йүгер, бөтәһен дә булдырырбыҙ! — тип хуш куцел менән оҙатып ҡалды ул [мастерской мөдире] Бикбулатты. Р. Ғабдрахманов. Төштәремдә күрһәм, куцелем хуш, уянып та китһәм, ҡуйыным буш. Халыҡ йырынан. • Эшләмәй куцел хуш булмаҫ. Әйтем.
♦ Хуш килдең (йәки киләһең) хөрмәтләп ҡаршылағанда әйтелә. □ Добро пожаловать. Хуш килдец, Ҡыш бабай! ■ Хуш килдегеҙ алтын һарайға, илкәйемдец ялҡын йәшлеге! Й. Солтанов. Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар!.. Беҙҙә шундай йола бар: ҡунаҡтарҙы юлға сығып, ҡаршы ала хужалар. Г. Юнысова. [Әбей:] Хуш киләһец, егет, әйҙә, түрҙән уҙ. Әкиәттән.
405