Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 406


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХУШ
ХУШ II (Р.: до свидания; И.: good bye; farewell; T.: elveda) и.
Хушлашҡанда, һаубуллашҡанда әйтелгән әҙәп һүҙе. □ До свидания, прощай. Хуш, иҫән бул. Хуш, һау бул, һылыу. ■ Арбаның артында ултырған Хөрмәт ишетелер-ишетелмәҫ кенә: «Хуш, ҡараҡай!» — тине лә ниндәйҙер көлдөргәс бер хәрәкәт эшләне.
3. Биишева. [Прохор ҡарт:] «Хуш, мин горкомға ашығам», — тип, ваҡытынан алда һулға боролдо. Ә. Бикчәнтәев. Хуш, — тине лә [Флурә] йылдам һәм шыма атлап сирень һәм гөлйемеш ҡыуаҡтары артындағы ҡапҡаға инеп юғалды. Ә. Вәлиев.
♦ Хуш бул {йәки булығыҙ) хушлашҡанда, һаубуллашҡанда әйтелә. □ До свидания, прощай. ■ Мәҙинә, һуңғы төйөнсөгөн тотоп, тупһа аша атланы: «Хуш бул, өйөм — йәнем-тәнем ереккән төлөгөм». Т. Ғарипова. Хуш бул, әсәй, ташлап китәм һине. Ғ. Амантай.
ХУШ III мөн. ҡар. хуп. ■ Хуш, ҡунаҡтар, бик яманлап йөрөйһөгөҙ тугелме һуң? — тине Горячев. С. Агиш.
ХУШ АШЫ (Р.: прощальный обед; И.: farewell repast; T.: veda yemeği) и. этн.
Ҡунаҡты оҙатҡанда бирелгән аш. □ Прощальный обед. Хуш ашы ашатыу. Хуш ашы бешереу.
ХУШ АЯҒЫ (Р.: прощальная чаша; И.: stirrup-cup; T.: ayrılma anında misafirlere verilen içki) и. этн.
Туй йәки мәжлес тамамланғанда хужа тарафынан сығарылған һуңғы көрәгә. □ Прощальная чаша; посошок. Хуш аяғы эсереу. Хуш аяғы әҙерләу.
ХУШБУЙ [фарс. (Р.: духй; И.:
perfume; T.: parfüm) и.
Өҫ-башҡа һөртә торған хуш еҫле шыйыҡ нәмә; еҫле май. □ Духй. Хушбуйҙан да артығыраҡ тойолған еҫ. ■ [Ғарифтың] яҡшы ситекле аяғына кейгән галошы ҡояш яҡтыһында ялтырай, көҙгө һауала уның кейеменән урамға хушбуй еҫе аңҡып бара ине. Ғ. Хисамов. Егет бик бөхтә итеп кейенгән, уҙенән ҡиммәтле хушбуй еҫе аңҡып тора ине. Ф. Әсәнов.
ХУШБУЙЛАНЫУ (хушбуйлан) ҡ. ҡайт. ҡар. хушбуйлау, возвр. от хушбуйлау. ■ Сәй эскәс, ул [Шәмғи].. көҙгө алдында ултырып төҙәнә-биҙәнә, хушбуйлана ла «куҙ нурҡайы»н ҡосаҡлап убеп .. сығып китә. С. Агиш.
ХУШБУЙЛАУ (хушбуйла ) (Р .: душить;
И.: perfume; T.: parfüm sürmek) ҡ.
Хушбуй һөртөү, хушбуйлы итеү. □ Душить, опрыскивать духами. Кейемде хушбуйлау.
ХУШ БУЛЫУ (хуш бул ) (Р.: быть довольным; И.: be content; T.: hoş olmak) ҡ.
Риза, ҡәнәғәт булыу. □ Быть довольным.
■ Барына хуш булып, хужаға дуҫ булып, .. эсеп тә ебәр туҫтаҡты. Халыҡ йырынан.
ХУШ-ВАЙЫМҺЫҘ (Р : беспечный; И.: careless; T.: özensiz, kaygısız) с.
Эш-хәстәр белмәҫ; бошмаҫ. ■ Беспечный, невозмутимый. Хуш-вайымһыҙ кеше. Хуш-вайымһыҙ бала саҡ.
ХУШ ИТЕҮ (хуш ит-) (Р.: поблагодарить за еду; И.: express thanks for meals; T.: teşekkür etmek) ҡ.
1. дини. Ашап бөткәс, амин тотоу; фатиха ҡылыу. □ Поблагодарить за еду. Хуш итмәй тороп китеу. ■ Йәгеҙ, йәмәғәт, ризыҡҡа хуш итәйек. .. Амин, — тип битен һыпырҙы [мулла]. И. Аҡъюлов.
2. Хужаға рәхмәт әйтеп һаубуллашыу. □ Прощаться с хозяевами. ■ Йә, хуш иттек, — тине Хаммат, йәш саҡтағыса еңел тороп ишеккә йунәлде. 3. Биишева.
ХУШ КИЛЕҮ (хуш кил-) (Р.: нравиться; И.: like; T.: hoşa gitmek) ҡ.
Ярашлы булыу, оҡшау. □ Нравиться.
■ [Вәзир — халыҡҡа:] Тормошоғоҙ батшаға ла бик хуш килде, һеҙҙең тағы ла шәберәк йәшәуегеҙҙе теләй. Р. Байымов. Фәхриев бер ни ҙә хәтерләмәй, әлбиттә, ләкин һуңғы һуҙҙәр куңеленә бик хуш килде. Д. Бүләков. Был ағай ни өсөндөр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның [Рәифтең] куңеленә хуш килеп өлгөрҙө. Р. Ғабдрахманов.
ХУШ КӨРӘГӘҺЕ и. этн. ҡар. хуш аяғы.
ХУШ КҮРЕҮ (хуш күр-) (Р.: облюбовать; И.: take a fancy to; T.: hoş görmek) ҡ.
406