Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 407


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХУШҺЫНЫУ
Яҡшы тип табыу, оҡшатыу. □ Облюбовать, полюбить. ■ Куптәр .. кескенә өйөбөҙҙө һәм инәйҙең икмәк менән сәйен хуш курҙе. М. Ҡотлоғәлләмов.
ХУШЛАНДЫРЫУ (хушландыр-) (Р.: удовлетворять кого-что’, И.: satisfy; T.: hoşlandırmak) ҡ.
Ҡәнәғәт, риза итеү, кинәндереү. □ Удовлетворять кого-что, доставлять наслаждение, удовольствие кому. Куңелде хушландырыу. ■ [Егеттең] куҙҙәренә йәш эркелдереп, куңелдәрен бермә-бер хушландырҙы. Й. Солтанов. Ҡустым, бындай мажаранан ҡотолғандан һуң бына был быяла йортҡа инеп, саҡ ҡына булһа ла нәфсене хушландырып сыҡмай ярамаҫтыр. Д. Исламов.
ХУШЛАНЫУ (хушлан-) (Р.: наслаждаться; И.: enjoy; T.: hoşlanmak) ҡ.
Ҡәнәғәт, риза булып ҡыуаныу; кинәнеү. □ Наслаждаться, удовлетворяться, довольствоваться чем; испытывать наслаждение от чего. Аш-Һыуҙан хушланыу. ■ Туйынып, куңеле хушланып алғас, ул ғибрәтле бер әңгәмә һөйләп ташланы. М. Кәрим. Сәй эсеп, бары менән хушланғас, ҡултыҡ аҫтына китап-дәфтәрҙәрен ҡыҫтырып, Ләйлә мәктәпкә китте. С. Поварисов. Сәхрәләргә сығып йөрөгәнемдә хушланамын ҡоштар тауышына. Халыҡ йырынан.
ХУШЛАШЫУ (хушлаш-) (Р.: прощаться с кем-чем’, И.: say goodbye; T.: vedalaşmak) ҡ.
1. Айырылышҡанда иҫәнлек-һаулыҡ теләү; һаубуллашыу. □ Прощаться с кем-чем. // Прощание. Хушлашып китеу. Ҡул биреп хушлашыу. Хушлашыу кисәһе. ■ Бына бер заман ҡояш нурҙары ағас баштарын алтын төҫкә буяны; көн менән хушлашыу сәғәте етте, ахырыһы. Ә. Бикчәнтәев. Гөлшан менән Илғужа хушлашты ла ары атланы. Д. Бүләков. Сеңләу, ғәҙәттә, кейәугә оҙатылған ҡыҙҙың ата-әсәһе, туғандары менән хушлашыу ваҡытында башҡарыла. М. Сәғитов.
2. Айырылышып китеү. □ Проститься. Ауыл менән хушлашыу. ■ Әлфиә Иршат менән бер генә көнгә айырылышҡан шикелле
ҡыҫҡа хушлашты. И. Абдуллин. Әҙәбиәт улемде, кешенең донъя менән хушлашыуын меңәр тапҡырҙар һурәтләп ҡараған. Р. Бикбаев. Хатта бер нисә тапҡыр өләсәйемә эйәреп, вафат булған ауылдашыбыҙ менән хушлашырға ла барғылағайным. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2011.
♦ Донъя менән хушлашыу вафат булыу, теге донъяға китеү; үлеү. □ Умереть.
ХУШТЫҠ (хуштығы) (Р.: прощальное угощение; И.: farewell treats; T.: veda yemeği) и. этн.
Егет өйөнән ҡоҙаларҙы оҙатыу мәжлесе.
□ Прощальное угощение. Хуштыҡка йыйылыу. Хуштыҡ ашы.
ХУШҺЫНДЫРЫУ (хушһындыр ) (Р.: доставлять удовольствие кому’, И.: give pleasure; T.: hoşnut etmek) ҡ.
Ҡәнәғәтлек, ризалыҡ тойғоһо уятыу.
□ Доставлять удовольствие кому. Ҡуңелде хушһындырыу. ■ Тик белем алыуҙа оло мәғәнә кургән ҡыҙҙы барып-китеп кенә йөрөу хушһындырмай. Г. Ғиззәтуллина. Бер эңерҙән икенсеһенәсә ураҡ урған кешене улар ғына [еләк-емеш, йәш картуф] хушһындырамы ни инде. Ә. Хәкимов. Уның [Рәмил] менән уйнау бик ук хушһындырмай. Н. Мусин.
ХУШҺЫНЫУ (хушһын-) (Р.: нравиться; И.: please, like; T.: hoşnut olmak) ҡ.
1. Күңелгә оҡшатыу; яратыу. □ Нравиться, любить. ■ [Фәниә] берәуҙән айырылды, икенсеһен дә хушһынмай ташлап китте. Н. Мусин. Ҡатыны [Миңлекамал] Шафиҡ-ты хушһынмаған кеуек тойолдо. Я. Хамматов. Ялан ғына ерҙе, ай, хушһынмай, тышау менән ҡайта тау малы. Халыҡ йырынан.
2. Һанға һуғыу, иҫәпләшеү. □ Считаться с кем-чем, принимать в расчёт, во внимание кого-что. Үгәй әсә тип балалар хушһынмай. ■ Ҡукбуре хәҙер ни өсөн ауыл арҙандарын хушһынмағанын, ни өсөн гел генә уле көсөктәр табыуын төшөндө. Т. Ғарипова.
3. Риза, ҡәнәғәт булыу. □ Довольствоваться, быть довольным чем. Хушһынып ашау. М [Мостафаға] хәҙергә һөйгәненән килгән хаттары йылыһында ғына ҡыҙынып
407