Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 408


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХЫЗЫР
хушһынырға тура килә. Д. Исламов. Раушания берәү менән дә бейемәне, уйынды күҙәтеп ултырыу менән генә хушһынды. Р. Камал.
ХЫЗЫР [ғәр. (Р.: Хызыр; И.: Prophet’s name; T.: Hızır) и. миф. (баш хәреф менән)
Алама кейемдә халыҡ араһын ҡыҙырып, кешеләргә изгелек эшләп йөрөгән пәйғәмбәр исеме. □ Хызыр (легендарный пророк; по преданию он испил «живой воды» из «источника жизни» и обрёл вечную жизнь; в облике нищего старика или странника приходит на помощь в самый нужный момент). ■ Әллә ошо хозур иртәлә, әҙәм балаларына ац-аҡыл өләшеп, Хызыр Ильяс үҙе ҡанат ҡағып йөрөймө юғиһә! С. Поварисов. Өмөтөм һүнмәгән: әсәйем алдалыр, ул Хызыр Ильяс кеүек миңә юл башлай. Р. Камал.
ХЫЛАПА I (Р.: неопрятный; И.: untidy; T.: şapşal) с. диал.
Үҙен тотоуҙа, эш башҡарыуҙа йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән, тейешле тәртипте, таҙалыҡты һаҡламаған; әрпеш. □ Неопрятный, неряшливый. Хылапа кеше. Хылапа булыу.
ХЫЛАПА II (Р.: неопрятно; И.: slovenly; T.: pis bir şekilde) р. диал.
Үҙен тотоуҙа, эш башҡарыуҙа йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәү, тейешле тәртипте, таҙалыҡты һаҡламау; әрпеш булыу. □ Неопрятно, неряшливо. Хылапа ҡыланыу. Хылапа йөрөү.
ХЫНСАР и. диал. ҡар. баш бармак 1. Хынсар йыуанлығы көпшә. Уң аяҡ хынсары.
ХЫР (Р.: храп, хрип; И.: snore; T.: hor hor) оҡш.
Тамаҡ төбөнән ҡалтырап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Храп, хрип. М [Кенәз] стена яғына боролоп ятҡан көйө, хыр ҙа хыр йоҡлай ғына! Я. Хамматов.
ХЫРЛАУ (хырла-) (Р.: храпеть; И.: snore; T.: horlamak) ҡ.
Хыр-хыр итеү; хырылдау. □ Храпеть, хрипеть. // Храп, хрип. ■ Ҡәнзәфәр хырлап йоҡлап китеүгә, староста уны уятты. М. Ғиләжев. Беҙ байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ, хырлап йоҡлаған тауыштар ҙа ише
телде. И. Нурғәлиев. Буранбай, .. ултырған еренән йоҡлап китте, хырлай башланы. Д. Юлтый.
ХЫР-ХЫР (Р.: подражание хрипу, храпу; И.: imitation of snoring; T.: hor һог) оҡш.
Ҡабат-ҡабат хыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание хрипу, храпу. Хыр-хыр килеү. ■ Хисам, урынынан тороп, хыр-хыр йоҡлаусы бағауылға ҡараны ла .. торлағына инеп китте. Б. Рафиҡов.
ХЫРЫЛДАҠ (Р.: хриплый; И.: snoring; T.: hırıltılı) с.
Хырылдаған, йыш-йыш хыр-хыр тигән тауыш сығарған. □ Хриплый. Хырылдаҡ тауыш.
ХЫРЫЛДАУ (хырылда-) (Р.: храпеть; И.: snore; T.: horuldamak) ҡ.
Хыр-хыр итеү, хырлау. □ Храпеть, хрипеть. Хырылдай башлау. ■ Ауған ыңғайға ҡамыт ҡапталы муйынын бөрөп алыуҙан һығылып, [турыҡай] хырылдарға тотондо. И. Ноғманов. Бары тик халыҡтың кәңгер-көңгөр һөйләшеүе, тоноҡ ҡына хырылдауы һәм стеналағы герле сәғәттең ойотҡос тыҡылдауы ғына ишетелде. И. Абдуллин. Келт итеп сәғәт өҫтөндәге бәләкәй ҡапҡас асылды ла, унан кәкүк сыҡты, һәм ул, үлеп барғандай хырылдап, ете рәт ҡысҡырҙы. Б. Бикбай.
ХЫРЫЛДАУЫҠ (Р.: хриплый; И.: raucous; T.: hırıltılı) с.
Тамаҡ төбөнән хырылдап сыҡҡан. □ Хриплый, охрипший. ■ Бөгөн ҡарауылда хырылдауыҡ Закир бабай торасаҡ. И. Ғиззәтуллин. Ҡарт, күкрәген тотоп, ергә йығылды, тамағынан хырылдауыҡлы тауыш сығарып, быуылып йүткерә башланы. Ә. Хәкимов. һалдаттар алдына полковник Харченко килеп баҫты ла хырылдауыҡ тауышы менән һөйләй башланы. Д. Юлтый.
ХЫТ (Р.: хоть; И.: if only; T.: bari) киҫ. һөйл.
Айырым баҫым менән әйтелеп, һүҙҙең мәғәнәһен көсәйтә. □ Хоть. ■ Йөрөгөһө килмәһә, ҡәһәрең, [үгеҙ] ята ла ҡуя, хыт әллә нәмә эшлә, торғоҙоп булмай. Ә. Үтәбай. Әйҙә, малҡай, тағы аҙ ғына, хыт тамаҡ яллыҡ булһа ла ҡыймылдайыҡ, — тип егет атын
408