ХЫЯЛЛАНЫУ
өгөтләне. М. Кәрим. Математика олимпиадаһы тора алда, хыт шул яҡшылығы бар был осорҙоң, — тигәне [Әминдең] коридорҙан ишетелде. Г. Яҡупова.
ХЫЯЛ [ғәр. JUk] (Р.: мечта; И.: dream; T.: hayal) и.
1. Ысынбарлыҡта булмаған, күңелдә генә барлыҡҡа килгән уй. □ Мечта, мечтание, воображение, фантазия, грёзы. Матур хыялдар. ■ Хыялдарға сумып ултырҙым мин Ирәндектең бейек ташында. С. Кулибай. һуңғы көндәрҙә буш хыялдарға, куңел нескәлектәренә, бер ҙә юҡҡа куҙ йәштәре әрәм итеугә ваҡыт бөтөнләй ҡалмай тиерлек. С. Поварисов.
2. Күҙ алдына килтерелгән образдарҙың уйҙа, күңелдә барлыҡҡа килеүе. □ Мечта, иллюзия. Хыялға батыу. ■ Дөрөҫөрәге, ҡыҙҙың буй-һынын, мөләйем йылмайыуын иҫкә төшөрөп, хыялға сумып барырға форсат теймәй башланы [Алмасҡа]. Б. Рафиҡов. Мин хәҙер бөтә хыялдан буш. С. Агиш. Ҡотлобаев, уҙе лә һиҙмәҫтән, хыял ихтыярына бирелә: «Был ерҙә бабаларыбыҙ, атайҙарыбыҙ йәшәгән». Ә. Хәкимов.
3. шиғр. Ошо уйҙар, образдар ятҡан күңел түре. □ Мечты. Хыялда йөрөтөу. Хыялда һаҡлау. М Нурлы йөҙөң, бөҙрә сәсең менән хыялымда ултырып бараһың. М. Хәй.
4. Күңел теләгән уй, фекер; теләк, ынтылыш. □ Мечта. Хыял тормошҡа ашыу. Хыял менән йәшәу. S Буласаҡ космонавт Борис Борисович Егоровтың хыялы Фәһимдең уйҙарын алыҫтарға әйҙәне. И. Ғиззәтуллин. Уның [Әхмәдулла мулланың] бөтә уйлағандары, бөтә хыялдары утәлә бара. А. Карнай. Һау кешенең тормошо гел ғәмәлгә ашҡан хыялдарынан ғына торорға тейеш! Г. Ғиззәтуллина.
5. Үҙенә тартҡан, нимәһе менәндер мауыҡтырған нәмә. □ Мечта. ■ Һөйөу, мөхәббәт, хыял менән тулы йәш йөрәк ярһый шул ул, туҙмәй! Ф. Әсәнов. Өфө бер саҡ хыял ине, беҙҙең өсөн әллә нисә йөҙ тауҙар, йылғалар артындағы кеуек, әкиәттәге һымаҡ алыҫ ине. С. Агиш.
6. Тормошта булмаған нәмә, буш уй; уйҙырма. □ Фантазия. ■ Бабайҙарға хыял
булһа ла ошо дәуер, уларҙың саф хыялдары тормош хәҙер. С. Кулибай.
ХЫЯЛАТ [ғәр. ÂJLâk] и. иҫк. ҡар. хыял. Хыялатта йөрөтөу. ■ [Батырша] шулай баҫҡан еренән айырылып, хыялат кугендә йөҙә лә йөҙә. Ғ. Хөсәйенов.
ХЫЯЛИ [ғәр. (Р - воображаемый; И.: imagined; T.: hayali) с.
Хыялға мөнәсәбәтле, хыялға нигеҙле.
□ Воображаемый, мнимый. Хыяли уй. Хыяли һурәт. ■ Ниндәйҙер хыяли хикәйә, — тип, шомло һәм шикле йылмайып дауам итте Яшинский. 3. Биишева. Уның [айҙың]яҡтыһында бейек оҙон ҙураттар бер йәнһеҙ хыяли ҡала кеуек булып килеп ҡалҡтылар. Һ. Дәүләтшина. Поезды ҡаршылаған фонарлы кешеләр, кино картинаһында куренгән хыяли шәуләләр кеуек, юғарыға, тубәнгә төштөләр. Д. Юлтый.
ХЫЯЛ ИТЕҮ (хыял ит-) (Р.: мечтать; И.: dream; T.: hayal etmek) ҡ.
Нимәгәлер өмөтләнеп теләү; хыялланыу.
□ Мечтать. Хыял итеп йөрөу. ■ Сәйҙә Хәсәншаны өҙөлөп яратты, уның менән уҙенең ғумер юлын бергәләп атлап утергә уйланы, куңеленән алыҫтағы матур киләсәккә төбәлеп хыял итте. Ә. Байрамов. Иштуған хатта уҙе хыял иткән теләгенә лә иреште — уҡытыусы булып алды. 3. Биишева.
ХЫЯЛЛАНЫУ (хыяллан-) (Р.: мечтать; И.: dream; T.: hayal etmek) ҡ.
1. Һәр төрлө хискә, хыялға (1) бирелеү.
□ Мечтать, грезить, фантазировать. // Мечтание, фантазирование. М Бала саҡтан уҡ шундай ҡапҡалы йортта йәшәргә хыялландым. И. Абдуллин. Ни генә булмаһын, Рахман уйланырға, хыялланырға ярата. Ә. Вәли.
2. Нимәлер тураһында уйлау, уй-фекер йөрөтөү. □ Мечтать, думать. ■ Немец илбаҫарҙарын аяуһыҙ туҡмау тураһында куп-тән хыялланып йөрөгән кешегә фронттан байтаҡ алыҫта ватыҡ танкыларҙы ремонтлап ят, имеш. Ғ. Аллаяров. Тынып ҡалған урман йәш часовойҙа куңелһеҙ шик тыуҙыра; ошондай минутта берәйһе килеп сыҡһын
409