ХӘБӘР
Хыянат ҡылғандарың иҫкә төшһә, илаймын куңелем боҙолоп ҡабат-ҡабат. М. Аҡмулла.
ХЫЯНАТЛЫ (Р.: неверный; И.: treahe-rous; T.: sadakatsiz) с.
Хыянатҡа нигеҙләнгән, тоғролоҡто боҙған. □ Неверный, вероломный. Хыянатлы эш. Я Нисек ошо Рәмил менән бер сәхнәлә уйнарға, бер нәмә булмаған кеуек, уның хыянатлы куҙҙәренә ҡарап һөйләшергә тейеш һуң Гөлсинә? Ф. Әсәнов.
ХЫЯНАТЛЫҠ (хыянатлығы) (Р.: предательство; И.: treason; T.: ihanet) и.
Хыянатҡа бәйле, хыянатлы эш. □ Предательство, измена. Я Ил алдында хыянатлыҡ ҡылып, һатам икән изге ир данын: аяҙ көндә йәшен булып кукрәп, хөкөм итһен мине выжданым. Р. Мифтахов. Ерҙең йәме ниндәй кәмер ине, был нурҙары уның булмаһа. Улар мәңге хыянатлыҡ ҡылмаҫ, уҙең хыянатлыҡ ҡылмаһаң. Р. Бикбаев.
ХЫЯНАТСЫ (Р.: предатель; И.: traitor; T.: hain) и.
Хыянат эшләгән кеше; һатлыҡ йән.
□ Предатель, изменник. Хыянатсы булыу. Я [Мөбин — Шәмғигә:] Биш йыл буйы бергә йәшәп, бергә ашап-эсеп йөрөгән дуҫыңды ла хыянатсы яһағас! Т. Сәғитов.
ХЫЯНАТСЫЛ (Р.: предающий; И.: double-crossing; T.: hain) с.
1. Хыянат итә торған, хыянат итеүсән.
□ Предающий. Хыянатсыл кеше. Н Уйлана торғас, [Азаматтың] башына хыянатсыл уй ҙа килеп керҙе: Колчак алтынын Мәрйәм уҙе тапманымы икән? Т. Ғиниәтуллин. Ти-машев уларҙы [Ҡарғалы татарҙарын] тел менән хыянатсыл ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләп маташһа ла, туҡтатырлыҡ бер ни ҙә ҡыла алманы. И. Ноғманов.
2. Хыянатсы кешегә хас. □ Предательский, изменнический. Хыянатсыл һөжум.
ХЫЯНАТСЫЛЛЫҠ (хыянатсыллығы) (Р.: предательство; И.: treason; T.: ihanet) и.
Хыянат итеүселек. □ Предательство. Я Бер мәлде ул Ҡушмөгөҙлө Искәндәр тигән ҡушамат менән йөрөп алды, ҡатынының хыянатсыллығы арҡаһында. Г. Яҡупова. Уның [Кәбирҙең] хыянатсыллығын раҫлар-
лыҡ берәй ишара ғына булһа ла табырға тырышты [Дилбәр]. Яр. Вәлиев.
ХЫЯНАТҺЫҘ (Р.: верный; И.: faithful; T.: sadık) с.
Хыянат итмәй торған, эскерһеҙ; тоғро.
□ Верный, преданный. Хыянатһыҙ әҙәм. Я Әле генә хыянатһыҙ төҫ менән оса кеуек ине [был ҡош], уҙенә табыш эҙләп йөрөгән икән. Ә. Байрамов. Тик ҡарттар ғына хыянатһыҙ: улар өсөн йәйҙәрен сәхрәләй йәмле был битләу — Иҫкеҡышлау. С. Шәрипов.
ХӘБЕС [ғәр. и. ҡар. хибес. Я Тәртипте аңлы ла, аңһыҙ ҙа көйө боҙоп, һанға һанамаған осраҡта ғәйеплене бер һуҙһеҙ хәбес ҡылыу ҡаралған. И. Ноғманов. Ибраһим ахун .. Гәбдессәләмде .. хәбес итеп, ҡулдарына ҡулаҡта кейҙереп, аяҡтарына бығау һалып, һөрөп ебәреу юлдарын эҙләй башланы. Ғ. Ибраһимов.
ХӘБЕСХАНА [ғәр. + фарс. ] и. иҫк. ҡар. төрмә. Хәбесханаға ябыу. Я Ғәҙелбәк Насирҙы Ырымбурҙың таш диуарҙар менән уратылған хәбесханаһына бикләп тә ҡуйҙылар. 3. Ураҡсин. Званиеһынан мәхрум ителеп, хәбесханаға ябылыуҙан Миргородский ғына ҡотҡарып ҡалған. И. Ноғманов.
ХӘБИП (хәбибе) [ғәр. (Р.: любимый; И.: beloved; T.: habip) и.
1. Яратҡан, һөйөлгән кеше. □ Любимый. Я Хәбибеңдер ул Мөхәммәт, беҙҙе ҡылғыл уға өммәт. Халыҡ ижадынан.
2. Дуҫ, әшнә. □ Друг, приятель. Хәбип булыу.
ХӘБӘР I [ғәр. >**] (Р.: весть, известие; И.: news; message; T.: haber) и.
1. Нимәлер тураһында ишетелгән йәки ишеттерелгән һүҙ, мәғлүмәт. □ Весть, известие, сообщение. Яҡшы хәбәр. Я Ауыр хәҡиҡәт тураһында хәбәр алды ул [Бибигөл]: уның һөйәкле ире алыҫ Чехословакия ерендә ҡорбан булған! Б. Бикбай. Ел таратып йөрөй имен хәбәр донъялағы таныш-белешкә. М. Кәрим. Мин инде торлаҡтағы тәртипһеҙлектәр тураһында яҙған хәбәремде газетаға бирмәҫкә лә уйлағайным. Ә. Вәли.
2. Хәл-әхүәл тураһындағы белешмә, хат.
□ Письмо, извещение. Я Шул саҡ мониторҙың һул яҡлап аҫҡы мөйөшөндә «белдереу»
411