Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 412


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘБӘР
емелдәне: «Һеҙгә хәбәр бар». С. Бикмөхә-мәтова. Дауыт Ҡунакбаев Баллыбикәнең ишеген шаҡылдатты. — Иреңдән хәбәр бар, — тине почтальон. Ә. Бикчәнтәев.
3. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаға бәйле яңылыҡ, мәғлүмәт. □ Новость, весть. Ялан хәбәрҙәре.
■ Хәбәр ялған булып сыҡты, янғынсылар бер аҙҙан кире әйләнеп ҡайтты. И. Абдуллин. Зифа ауыр хәбәр менән әсәһе куҙенә куренә алманы һәм, өйгә ҡайтмайынса, Хәҙисә апайҙарға инде. Ә. Бикчәнтәев.
4. Кемдер йәки нимәлер тураһындағы белешмә; мәғлүмәт. □ Сведения, сообщение. Ситкә китеуҙәре хаҡында хәбәрем бар.
■ Аллаяр мулланың бойөк грек шағиры Гомер тураһында хәбәре юҡ. Ш. Шәһәр.
5. Ваҡытлы матбуғат йәки радиоға урындан килгән мәҡәлә һәм корреспонденция.
□ Новость, весть, сообщение. Хәбәр баҫыу.
■ Гилман мәҡәләләрҙе, хәбәрҙәрҙе ҡарап, төҙәтеп ултыра. 3. Биишева. [Хәйҙәр] хәбәрҙәрҙе төҙәтеп биреп тора, мин ҡара тушь менән яҙам. М. Тажи.
ХӘБӘР II (Р: сказуемое; И.: predicate; Т: yüklem) и. гром.
һөйләмдең эйә тураһында ни ҙә булһа белдергән баш киҫәге. □ Сказуемое. Ҡушма хәбәр. Ябай хәбәр.
ХӘБӘРҘАР [ғәр. jA + фарс. jb] (Р.: осведомлённый; И.: informed; T.: haberdar) с. кит.
Берәй эш йәки ваҡиға тураһында мәғлүмәтле. □ Осведомлённый. Хәбәрҙар кешеләр. Әҙме-купме хәбәрҙар. Бөтәһе лә хәбәрҙар. ■ Башҡорттар ҡолаҡты сос тоторға, Рәсәйҙәге хәлдәр менән хәбәрҙар булырға тырыштылар. Ғ. Ибраһимов. Гиниәт тә Гәли тураһында хәбәрҙар ине, уның элек дәуләт ансамблендә бейеуен дә ишеткәне бар. В. Исхаҡов.
ХӘБӘР ИТЕҮ (хәбәр ит-) (Р.: сообщить; И.: let know; T.: haber vermek) ҡ.
Нимәлер тураһында белдереү, ишеттереү.
□ Сообщить, дать знать, известить, поставить в известность, информировать. Яҙып хәбәр итеу. ■ Яңы уҡытыусының юлға сығыуы тураһында директорға район мәғариф булегенән хәбәр итеп ҡуйғайнылар. Яр. Вәлиев.
ХӘБӘРКӘР с. диал. ҡар. һөйләнсек.
Хәбәркәр әҙәм.
ХӘБӘРЛӘҮ (хәбәрлә-) (Р.: сообщить кому о чём\ И.: communicate; report; T.: haber vermek) ҡ.
Хәбәр итеү, һөйләү. □ Сообщить кому о чём, известить кого о чём; информировать, дать знать, поставить в известность кого о чём. ■ [Нурисламовтың] ғаиләһе хаҡында уйларға, иҫ киткес гузәл, бәхетле көндәрҙе, йылдарҙы, ҡот осҡос ҡара ҡайғы хәбәрләгән төндө тағы бер ҡат куҙ алдына килтерергә ваҡыты бар ине. М. Ғиләжев. Атынан һикереп төшөу менән уҙен ҡыуған биш атлы тураһында хәбәрләне. А. Таһиров.
ХӘБӘРЛӘШЕҮ (хәбәрләш-) (Р.: извещать кого о чём\ И.: inform; T.: haberdar etmek) ҡ.
1. Үҙ-ара алышыу; хәбәр итешеү. □ Извещать кого о чём, передавать, сообщать вести кому о чём. Хәбәрләшеп тороу. ■ Ул [Рәфис] эшлекле ҡиәфәт менән быларға куҙ һалып алғас, селектор аша хәбәрләшеу өсөн ваҡыт билдәләне. Р. Байбулатов. Халыҡ .. хәбәрләшеп, бер-береһенең хәлдәрен, илдәге ваҡиғаларҙы белешә, донья менән танышып тора. Ғ. Ибраһимов.
2. Үҙ-ара яҙышыу, бер-береңә нимәлер яҙыу. □ Переписываться, иметь переписку. Атай-әсәй менән хәбәрләшеу. ■ Икенсе йыл инде Саръян мастер булып эшләй. Миңһылыу менән дә тик хат аша ғына хәбәрләшәләр. Ә. Байрамов. Ҡыҙҙың әхлағын, буй-һынын һорашҡандан һуң ғына куңел бер ҡарарға килһә, ҡыҙға хат яҙырға, уның менән хәбәрләшергә мөмкин. М. Ғафури.
ХӘБӘРНАМӘ [ғәр. + фарс. (Р.: информация; И.: notice; intelligence; T.: haber) и. иҫк. кит.
Яҙма белдереү, хәбәр. □ Информация. Тарихи хәбәрнамәләр. Фәһемле хәбәрнамә-ләр. Хәбәрнамә тапшырыу. ■ Ниязовта хәбәрнамә ҡайғыһы юҡ ине — төҙөлөш эштәре быйыл да графиктан сыҡты, етмәһә, мал аҙығы әҙерләу планы ла өҙөлә. М. Ғиләжев. Әҙәби әҫәрҙә публицистикаға хас куре-нештәр булған кеуек, хәбәрнамәләр өсөн сәнғәтле һөйләм һис тә ят тугел. С. Поварисов.
412