ХӘБӘРҺЕҘ-НИҺЕҘ
ХӘБӘРСЕ (Р.: вестник; И.: messenger; Т.: haberci) и.
1. Нимәлер тураһында хәбәр килтереүсе.
□ Вестник, предвестник. Хәбәрсе булып килеу. ■ Ғәрәсәт хәбәрсеһе булып алдан килеп еткән ел-дауыл ағас япраҡтарын өҙә-йолҡҡолай башлай, ҡыйыҡ-тубәләрҙе аҡтара, боҙло һулышын йөҙгә сәпәй. Ш. Янбаев. Куптән тугел генә салт аяҙ торған кук йөҙөндә, бер-береһен уҙырға тырышып, хәтәр дауыл хәбәрселәре — шыйыҡ, ялбыр болоттар ҡайҙалыр ашыға. И. Ноғманов.
2. кусм. Нимәлер тураһында алдан белдереүсе, һиҙҙереүсе. □ Вестник. Тәуге хәбәрсе. Ҡыш хәбәрсеһе. S Бынан өс-дурт көн элек кенә анау хәуеф-хәтәр хәбәрселәренең берәу-һен Боғара хатта уҙе курҙе. Ә. Хәкимов. Бөгөн дә беҙгә, таң хәбәрсеһе булып, әлеге унтер Карташов килде. Д. Юлтый. Тәңреләр тарафынан кемдеңдер яҙмышына ашығыс төҙәтмә индерергә ебәрелгән серле хәбәрселәр шикелле, .. ал-ял белмәй елдерҙе улар [сапҡындар]. Б. Рафиҡов.
3. Ваҡытлы матбуғат йәки радиоға яҙышып торған кеше. □ Корреспондент. Махсус хәбәрсе. Йәш хәбәрсе. ■ Сөләймән Сәғитович бөтә стенаны биләп торған карта янына барҙы, яҙ ошо карта янында газета хәбәрсеһенә әйткән һуҙҙәрен хәтерләп, куҙҙәре моңһоуланды. Ш. Янбаев.
ХӘБӘРСЕЛ (Р.: говорливый; И.: talkative; T.: geveze) с.
Һүҙгә, һөйләшергә әүәҫ. □ Говорливый, словоохотливый. Хәбәрсел бала. Хәбәрсел булыу. ■ Өләсәләре Нурияны, уның кескәй саҡтан хәбәрсел, төпсөр булыуына кинәйәләп, юҡҡа ғына бәйәнсе тип атамай. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 9, 2014.
ХӘБӘР-ХӘТЕР (Р.: всякие вести; И.: tidings, news; T.: haberler) и. йыйн.
1. Хәл-әхүәл тураһында һүҙ; төрлө хәбәр.
□ Всякие вести, известия, сведения, новости. Хәбәр-хәтер ишетеу. ■ Һаман бер кем дә куренмәй, уҙе лә юҡ, башҡаларҙан да хәбәр-хәтер ишетелмәй. Ә. Бикчәнтәев. Әхмәтйән менән Хәкимйән тураһында шул китеуҙәренән хәбәр-хәтер булманы. Ә. Хәкимов.
2. Яҙма хәбәр, хат. □ Письмо, известие. Хәбәр-хәтер ебәреу. ■ Ғилмиярҙан бөтөнләй хәбәр-хәтер булманы. С. Агиш. Ҙур сумаҙанын кутәреп килеп ингәс, өйҙәгеләр тәуҙә аптырап ҡалды: бер ниндәй хәбәр-хәтерһеҙ ҡайтып төшкәйне шул Гайса. Н. Мусин.
ХӘБӘР ҺАЛЫУ (хәбәр һал-) (Р.: сообщить; И.: communicate; T.: haber vermek) ҡ.
Ҡапыл бер хәбәр ишеттереү. □ Сообщить, известить о чём. ■ Баярҙың ҡыҙы .. быларҙы куреп ҡала ла, шул арала атаһына килеп хәбәр һала. М. Тажи.
ХӘБӘРҺЕҘ (Р .: без вести; И.: unaware(s); T.: habersiz) р.
1. Хәбәр итмәй, белдермәй. □ Без вести. Хәбәрһеҙ ҡайтып килеу. в Шәғәли, ауылынан бик йәшләй сығып китеп, хәбәрһеҙ оҙаҡ юғалып йөрөгән. Б. Бикбай.
2. Бер ниндәй хәбәр алмай, бер ни белмәй.
□ Не имеющий сведений, неосведомлённый. Хәбәрһеҙ булыу. М Шулай ҙа бөтөнләй ук хәбәрһеҙ ҙә тугелмен, — тип йылмайҙы ул [Плеханов] кинәт. Р. Байымов. Ул [Ирназаров] шулай Садрислам ҡарттың ҡунаҡ өйөндә хәбәрһеҙ генә сәй эсергә әҙерләнеп йөрөй ине. И. Насыри.
3. Билдәһеҙ рәүештә, эҙһеҙ, бөтөнләй.
□ Без вести. Хәбәрһеҙ ғәйеп булыу. М Ҡотлобай ике йылға яҡын әллә ҡайҙа хәбәрһеҙ юғалып торҙо. Һ. Дәүләтшина. Иренең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ алыу менән, әсәһе менән ҡыҙын (Хәнифтең ҡыҙы бар!) ауылға ҡайтарып ҡуя ла [Нәсимә], уҙе лә һуғышҡа китә. В. Исхаҡов. Был — һуғыштың тәуге йылында уҡ хәбәрһеҙ ғәйеп булған Ҡорбанғәле ҡатыны Сабура ине. М. Кәрим. һуғыштың эҙемтәләре һаман да ҙур булып ҡала, хәбәрһеҙ юғалғандар куп. «Йәшлек», 22 июнь 2010.
ХӘБӘРҺЕҘ-НИҺЕҘ (Р.: без вести; И.: without notice; T.: habersiz) p.
Хәбәр итмәйенсә. □ Без вести. ■ Буранбай хәбәрһеҙ-ниһеҙ генә төнләтеп ҡайтҡайны. Р. Мифтахов. Биксәнтәйҙең өлкән көтөусеһе хәбәрһеҙ-ниһеҙ ғәйеп булды ла ҡуйҙы. И. Ноғманов. Туй табыны ҡыҙған мәлдә генә хәбәрһеҙ-ниһеҙ Ғайсаһы ҡайтып төштө. И. Ғиззәтуллин.
413