ХӘБӘР ҺӨЙКӘЛЕШЕ
ХӘБӘР ҺӨЙКӘЛЕШЕ (Р.: изъявительное наклонение; И.: indicative mood; T.: haber (bildirme) kipi) и. лингв.
Эш-хәрәкәттең хәҙерге, киләсәк, үткән заманда һөйләүсе тарафынан ысын көйө ҡабул ителеүен белдергән һөйкәлеш формаһы. □ Изъявительное наклонение. Хәбәр һөйкәлеше заман менән үҙгәрә.
ХӘБӘР ҺӨЙЛӘМ (Р .: повествовательное предложение; И.: narrative sentence; T.: olumlu cümle) и. лингв.
Ысынбарлыҡтағы нәмәләр, күренештәр, хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәр иткән һөйләм. □ Повествовательное предложение. Әйтелеү маҡсатына ҡарап, һөйләмдәр дүрт төркөмгә бүленә: хәбәр һөйләм, һорау һөйләм, бойороҡ һөйләм, өндәү һөйләм.
ХӘБӘШ [ғәр. (Р.: хабаш; И.: Habash; T.: Habeş) и. иҫк.
Эфиопия кешеһе. □ Хабаш. Хәбәш менән танышыу. Хәбәштәрҙең йәшәү рәүеше.
■ Уның [һөргөнсөнөң] бабаларынан береһе, Ибраһим, хәбәш кенәзенең улы булған. Ә. Чаныш. Хәбәштең ғәрипләнеп ҡалыуын да әлеге шул Баһир исеме менән бәйләп һөйләй торғайнылар. Р. Байымов.
ХӘБӘШИ [ғәр. (Р.: хабаши; И.: Habash; T.: habeşi) с. иҫк.
1. Эфиопия кешеһенә бәйле. □ Хабаши. Хәбәши дуҫ менән осрашыу.
2. Ҡара тәнле. □ Чернокожий. Хәбәши ҡол. Хәбәши һылыу ҡыҙ. Хәбәши вәкилдәр.
ХӘҘИС [ғәр. (Р.: хадис; И.: Hadith; T.: hadis) и.
1. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең әйткән һүҙҙәре. □ Хадис, изречение пророка Мухаммеда. Пәйғәмбәр хәҙистәре. Хәҙис тыңлау.
■ [Ғәлләм ағай йәннәт менән йәһәннәмдең] барлыҡтарын аят һәм хәҙистәр менән иҫбат итә. М. Ғафури. [Мөхәмәтрәхиммулла:] Уның [Уйылдандың] зиһененә ислам хәҙис -тәрен, шәриғәт ҡанундарын һеңдереү өсөн мин бөкөл ҡулдан килгәнен башҡарҙым шикелле? Р. Өмөтбаев.
2. Шул һүҙҙәр йыйылмаһынан торған китап. □ Книга изречений пророка Мухаммеда. Хәҙисте үҙләштереү. ■ [Сәйфетдин-дең] бүлмәһендә Ҡөрьән Кәримдән, хәҙис-
тәрҙән, тарихи китаптарҙан тыш бөйөк шағирҙарҙың ҡалын-ҡалын дивандары, дастандары бар. Ә. Хәкимов.
ХӘҘЕР [ғәр. (Р.: сейчас; И.: now; T.: şimdi) р.
1. Һөйләү процесы барған ваҡытта, ошо мәлдә. □ Сейчас, теперь; ныне. ■ «Аристократка Мария» хәҙер инде алтмышҡа яҡынлашып килгән, әммә әле һаман төҫ ташламаған, матур, артистик хәрәкәттәрен юғалтмаған олпат ҡатын ине. И. Абдуллин. Хәҙер шуларҙың күңеле булһын өсөн бер нисә сәғәт буйы, клоун шикелле, ауыҙ йырырға тура киләсәк. Г. Ғиззәтуллина. Хәҙер инде уны бында [Максимды госпиталдә], яҡын итеп, «беҙҙең художник» тип кенә йөрөтәләр ине. Ә. Байрамов.
2. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә; тиҙ генә. □ Скоро, вот-вот. Хәҙер генә барып килеү. ■ Йәмил бөгөн тәүәккәлләп ҡарарға булды һәм, эсен тотоп, Закусилоның ҡолағына килеп шыбырланы, йәнәһе, уға хәҙер үк тышҡа сығырға кәрәк. Р. Байбулатов. [Бибисара:] Туҡта, мин хәҙер генә, йәһәт кенә Иштуған кейәүгә барып киләйем. 3. Биишева.
3. Тиҙҙән, ошо яҡын арала. □ Сейчас, скоро. Хәҙер ҡайтыр. М [Нәсимә — әсәһенә:] Самауыр ҡайнаған, ҡоймаҡ бешкән. Һине көттөм, хәҙер сәй әсәбеҙ. Р. Байымов. [Гөлйөҙөм: ] Хәҙер бына ағайың тартып бөтһөн дә, тәмле итеп аш бешерербеҙ. Һ. Дәүләтшина.
4. Нимәнеңдер артынса, шунда уҡ, бик тиҙ, ҡапыл. □ Тут же, тотчас. Хәҙер асыуланырға тора. ■ [Хәбирҙең бер улы] «Хәҙер килеп ет!» — тигән .. яҙыуын тапшырған.
3. Биишева. Келәт бағанаһына аҫып ҡуйылған ике һабан төрәненә һуғып та өлгөрмәйһең, хәҙер йыйылышып китәләр. Б. Бикбай.
ХӘҘЕРГЕ (Р.: нынешний; И.: present; Т.: şimdiki) с.
1. Һөйләү процесы барған саҡтағы, ошо ваҡыттағы, ошо мәлдәге, әлеге. □ Нынешний, теперешний, настоящий. ■ Хәҙерге мәлдә Нәсимәнән дә матурыраҡ, унан да күңеленә яҡыныраҡ кеше юҡ һымаҡ тойолдо Зәкигә. Р. Байбулатов. Хәҙерге минутта һәр бер һүҙ артыҡ, килешһеҙ. Д. Юлтый.
414